Һуған (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Түтәлдә үҫкән йәш ҡыҙҙы
Кем үпһә, шул илар. - Түтәлдәге түтәйгә
Кем тотона, шул илар. - Бәләкәй генә ҡыҙ
Ҙур ҡыҙҙы илата. - Бохарала бар бер емеш,
Сисендерһәң, илата, имеш. - Ормай, һуҡмай,
Үҙе илата. - Ер аҫтында ерән ат,
Уның тиреһе ете ҡат;
һуйырһың, тунарһың,
Тунағанда, иларһың. - Үҫкәндә — япрағы аҙыҡ,
Үҫеп еткәс — тамыры аҙыҡ. - Ер аҫтында ерән ат,
Уның тиреһе ете ҡат. - Тышы һары, эсе аҡ,
Ай-Һай, күңел ләззәте!
Алыҫтан тороп илата,
Ай-Һай, күңел йомшағы! - Тиреһе бар, йәне юҡ,
Киҫәм-киҫәм, ҡаны юҡ. - Бабай ҡат-ҡат тун кейгән,
Сисендерһәң, иларһың. - Сибәр генә апайыма
Ҡарайым да илайым,
Ҡарайым да илайым! - Үҙем тунайым,
Үҙем илайым