Эстәлеккә күсергә
Һыйыр имсәктәре (йомаҡтар)
- Иҙән өҫтө бумала,
Аҫтында дүрт бағана.
- Бер түңгәктә дүрт ҡарый.
- Түшәк артында дүрт бауырһаҡ.
- Урындығым аҫтында дүрт көпшә,
Дүртеһе лә тиң көпшә.
- Һарайымдың аҫтында дүрт көпшә.
- Баҙ аҫтында дүрт көпшә.
- Баҙ аҫтында дүрт таған.
- Көймә аҫтында дүрт төймә.