Һыйыр ите
Һыйыр ите — эре мөгөҙлө мал: һыйыр, үгеҙ, буйволдарҙың ите. Был һүҙ боронғо рус телендәге «говядо» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Был һүҙ — «эре мөгөҙлө мал» тигәнде аңлата.
Һыйыр ите төрҙәре
[үҙгәртергә]Өс сортҡа бүленә:
- беренсе сорт: арҡа, түш өлөштәре, һум ите, оса, ҡоймос ите;
- икенсе сорт: ҡалаҡ һөйәге һәм ҡулбаш өлөшө, шаршау (сандыр) ите;
- өсөнсө сорт: салыу ите, алғы һәм артҡы балтыр ите.
Бигерәк тә ит тоҡомло мал һәм енси йәһәттән етлекмәгән үгеҙ быҙау һәм башмаҡтарҙың йомшаҡ ите ҡиммәтле һанала.
Ризыҡ булараҡ ҡулланыу
[үҙгәртергә]Һыйыр ите ҡурылған, бешерелгән, быҡтырылған, ыҫланған килеш тә ҡулланыла. Шулай уҡ был итте тартып кәтлит, гамбургер, билмәндәрҙә ҡулланалар. Үтә күренмәле йылтыр һурпалы аштар өсөн һөйәкле янбаш итен бешереү яҡшыраҡ. Ҡабырға, түш, оса, ҡулбаш һәм ҡалаҡ һөйәге иттәре лә ҡулайлы. Кәбеҫтә ашы һәм борщтар өсөн майлыраҡ ит һайлағыҙ: түштең алғы өлөшө («челышко» тип атала) һәйбәтерәк. Балтыр итенән дә аш бешерәләр. Әммә был өлөштәге иттең оҙағыраҡ бешеүе, аштың үҙенсәлекле еҫе булыуы һәм һурпаһы һуҙылып тороуын онотмағыҙ. Шуға ла был итте йышыраҡ дерелдек (холодец) яһау өсөн ҡулланалар. Ҡурыу өсөн иң яҡшыһы һум ит, ҡоймос итенең эске өлөшө, бил һөйәге итенең алғы өлөшө, шулай уҡ арҡа һөйәген буйлаған ит ҡулай.
Быҡтырыу өсөн ҡоймос һәм түштең алғы өлөшө яҡшыраҡ.
Туралған ризыҡтар әҙерләгәндә — кәтлит, туҡмалған ит, зразы, тефтели, урама, фарш һәм эслектәр өсөн — бил тапҡыры ите, боттоң һум ите, яурын өлөшө, сандыр ите, балтыр итенең һум итен ҡулланырға мөмкин.
Ҡарап тороуға һыйыр ите сусҡа итенән ҡыҙғылтыраҡ төҫө менән айырыла. Әйткәндәй һуңғы осорҙа һатып алыусыларҙы албарғытыу өсөн төрлө аҙыҡ буяуҙары ҡуллана башланылар.
Дөйөм алғанда иттең төҫө хайуандың сәләмәтлегенә бәйле (асыҡ ҡыҙыл төҫ — ауырыу мал билдәһе). Ә салғандан һуң ҡанын тейешенсә сығарып бөтөрмәгән хәлдә һыйыр ите ҡуйы ҡыҙыл төҫтә була. Әгәр иттең төрлө урынында төрлөрәк төҫ беленһә, тимәк был итте бер нисә тапҡыр иретеп-туңдырғандар.