Һыйыр һауыу (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Дүрт батыр бер үк ергә атыр.
  2. Дүрт татар
    Силәк төбөнә уҡ атар.
  3. Дүрт мишәр
    Тәпән төбөн тишәр.
  4. Дүрт татар,
    Дүртеһе лә
    Бер күнәк төбөнә атар.
  5. Дүрт килендәш
    Бер ҡойоға уҡ атыр.
  6. Дүрт апай
    Биҙрә төбөн тапай.