Һыйыр (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Алап менән һәнәк һыуға бара.
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Төймә ҡаҙай икәү,
Ғәббәс ҡоҙа япа-яңғыҙ. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Илекәй ағай икәү,
Сәфәр ағай яңғыҙ. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Дөрмән ағай икәү,
Дәүли меҫкен бер үҙе. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Беҙ ағайың менән икәү,
Бисәм бахыр бер үҙе. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Ишәй ағай икәү,
Япай ағай япа-яңғыҙ. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Кимкәй ағай икәү,
Япасағы япа-яңғыҙ. - Алпан-һәлпән,
Алама сапан,
Дүрт ҡормалы,
Кәк(е)ре ҡуллы,
Яҫы юллы. - Ишек алдында сүмәлә,
Аҫтында дүрт бағана,
Алдында ике һәнәк,
Артында һепертке. - Кәбән,
Бер яғына һөйәлгән һәнәк,
Икенсе яғына һепертке. - Ике һөҙгөс,
Дүрт йөрөгәс,
Бер һелтәүес. - Дүрт терәүес,
Ике ҡылыс,
Бер болғауыс. - Дүрт мыштыр,
Ике йылтыр,
Ике тороҡ,
Бер бороҡ. - Апсыҡ-апсыҡ,
Алама сапан,
Дүрт терәүес,
Бер болғауыс,
Кәк(е)ре ҡондоҙ,
Яҡты йондоҙ. - Дүрт терәүес,
Бер болғауыс,
Алама сапан,