Эстәлеккә күсергә

Һырғанаҡ

Викидәреслек проектынан

Һырғанаҡ— сәнскеле бо­таҡтары булған ҡыуаҡ йәки 0,5 — 0,6 метр бейеклектәге ҙур булмаған ағас.

Таралыуы

[үҙгәртергә]

Һырғанаҡ Европа һәм Азияның йылы зона­һында үҫә. Беҙҙең илдә ул Балтик диңгеҙе яры буйында, Дунай йылғаһы тамағында, Төньяҡ Кавказда һәм Кавказ аръяғында, Урта Азияла, Ал­тайҙа, Тувала һәм Бурятияла осрай.

Һырғанаҡ башлыса үҙәндәрҙә, йылға буйҙарындағы һыубаҫар туғайҙарҙа, әрәмәлек­тәрҙә үҫә.

һуңғы йылдарҙа һырғанаҡты илдең төрлө райондарындағы, шул иҫәптән Уралдағы, ғилми-тикшеренеү институттарында һәм тәжрибә станцияларында, урман хужалыҡтарында, кол­хоз һәм совхоздарҙа күпләп үҫтерә башланылар.

Ботаник тасуирлама

[үҙгәртергә]

һырғанаҡ — сәнскеле бо­таҡтары булған ҡыуаҡ йәки 0,5 — 0,6 метр бейеклектәге ҙур булмаған ағас. Ул ике өйлө (аталыҡ һәм инәлек сәс­кәләре ике айырым ағаста булған үҫемлек), ел ярҙамын­да һеркәләнә, сәскәләре ваҡ ҡына була.

һырғанаҡ япраҡ атҡанға тиклем йәки шул осорҙа сәс­кә ата. Май башында йәш ботаҡтар ебәрә башлай һәм үҫеү процесы август аҙағы­на —сентябрь башына тиклем дауам итә. Емештәре лә сен­тябрь баштарына өлгөрә, лә­кин ҡойолмай, яҙға тиклем һаҡлана.

Ул ғәҙәттә 4-5 йәштә емеш бирә башлай. Емеше бик һут­лы, һары йәки көрән төҫтә ҡара-ҡыҙылдары ла була. һырғанаҡ йыл һайын тиерлек һәм мул уңыш бирә.

Емеше төрлө витаминдарға бай бул­ғаны, бик ҡиммәтле май бир­гәне, кеше өсөн кәрәкле био­логик актив матдәләргә бай булғаны өсөн һырғанаҡ ҡим­мәтле үҫемлек иҫәпләнә.

Медицина әҙәбиәтендә яҙыу­ҙарына ҡарағанда, һырғанаҡ майы ауыртыуҙы баҫа, ит үреүгә ярҙам итә, янған, туң­ған урындарҙы тиҙ уңалта, тире ауырыуҙарын дауалаған­да ла ҡулланыла.

һырғанаҡ — яҡты яратыу­сы үҫемлек. Ул эргәһендә үҙенән бәйек йәки үҙе менән бер тиң булған икенсе ҡы­уаҡтарҙы йәки ағастарҙы яратмай, күләгәлә иһә насар үҫә. Себерҙән сыҡҡан һырғанаҡ тәбиғәттең һәр т2рлэ ҡырыҫ­лыҡтарын бирешеп бармай, көҙгө-ҡышҡы Һалҡындарға, йәйге эҫеләргә лә түҙә.

Үрсетеү

[үҙгәртергә]

Ултыртыу материалы етмә­гәнлектән, күп баҡсасылар уны орлоҡтан үҫтерергә мәж­бүр була. Орлоҡ өсөн емеш те юғары уңыш биреүсе ҡы­уаҡтарҙан алалар. Орлоҡтар бер нисә йыл буйына шытыу һәләтлеген юғалтмай, ҡасан сәсһәң дә шытып сыға. Шу­лай ҙа ҡара көҙ йәки иртә яҙ сәсеү яҡшы.

Үҫентеләрҙе тәрбиәләү рәт араларын һәм төптәрен йом­шартыуҙан, ваҡыты-ваҡыты менән һыу һибеүҙән тора.

һырғанаҡты ботаҡтан үҫте­реүҙе хәҙер киң ҡулланалар. Ҡыуаҡтарҙың горизонталь та­мырҙарынан сыҡҡан үҫенте­ләрҙе тамырҙан айырып алып үҫтереү — иң анһат ысул. Быны һәр кем эшләй ала.

Яҙ һәм йәй ҡоро килһә, үҫентеләрҙе һуға­рыу мотлаҡ. Сәсеү алдынан 3-4 тәүлек орлоҡтарҙы еүеш­ләргә кәрәк. Яҙ көнө тупраҡ тиҙ кибә, шуға күрә 5 санти­метр тәрәнлектәге бураҙналар­ға сәсеү яҡшы, ә көҙ көнө 2 сантиметр ҙа етә. Тупраҡ өҫтөнә серетмә һибелә: яңы шытып сыҡҡан үҫентеләр ҡо­яш нурҙарын яратмай, шуға күрә күләгә яһау талап ите­лә. һырғанаҡ орлоғо тупраҡ­та оҙаҡ һаҡланмай, әгәр 1—2 ай эсендә шытып сыҡмаһа, ул һәләк була.

һырғанаҡ—һыу буйҙарында, дымлы, ҡом-ташлы тупраҡта үҫкән үҫемлек, тигәйнек. Уны баҡсала үҫтергәндә ошоно һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.

һыр­ғанаҡ үҫентеһе һәйбәт үҫһен өсөн тупраҡ дымлы, ҡомло һәм яҡшы ашланған булынға тейеш. Ул балсыҡлы, ауыр тупраҡта насар үҫә. һаҙлы Һәм Һыу йыйылып ятҡан урындарҙы яратмай.

һырғанаҡты яҙ көнө, үҫен­тене питомниктан алып ҡайт­ҡас та, япраҡ ярмаҫ элек, ул­тыртыу Һәйбәт һөҙөмтә бирә. Үҫентеләрҙе 4x2,5 метр схемаһы буйынса ултыртырға кәрәк. Коллектив баҡсаларҙа 2—4 инә үҫемлеккә бер ата үҫемлек (ел даими өргән яҡтан) ул­тыртыу талап ителә, һырғанаҡ­ты соҡорҙарға алма ағасы ул­тыртҡан технология буйынса ултыртыу һәйбәт. Үҫентене питомниктағыға ҡарағанца 5—7 сантиметрға тәрәнерәк ултырталар.

Яҙ көнә ботаҡтарҙы бер аҙ ҡыҫҡарталар. Ҡороған ботаҡ­тарҙы ҡырҡып ташларға кэ- рөк. Емешен ул ныҡ бешеп еткәс, ныҡ тулышҡас ҡына йыялар. Тәрбиә яҡшы булһа, бер ҡыуаҡ 20 килограмға тиклем уңыш бирә.

Шифаһы

[үҙгәртергә]
  • Һырғанаҡтың спирттәге төнәтмәһе һәм һырғанаҡ майы – ауыртыныуҙы баҫа, яраларҙы дауалай, поливитамин ( А , С, Е витамин дары етешмәгәндә ), ашҡаҙандың сей яраһынан (гастрит, язва...) һәм башҡа сирҙәренән, дизентериянан, яман шештән дауа;
  • Матдәләр алмашыныуҙы көйләй һәм балыҡ майын алыштыра ала;
  • Һөрөм газынан зарар күргәндә шифаһы тейә:
  • Тәнде таптар, тимгелдәр, сабыртма баҫҡанда, экземала, ҡыҙыл сөсө ауырыуынан (волчанка) һәм башҡа тире сирҙәренән ҡулланыла;
  • Оҙайлы яраларҙан, трофик сей яраларҙан , инфекцион сирҙәрҙән, аналыҡ муйынтығының эрозияһынан дауалай;
  • һырғанаҡ майы тәндең янған һәм туңған ерҙәрен тергеҙә, оҙаҡ ятыуҙан тәндең боҙололған ерҙәренә (тишелеү), тиренең нурланыу эҙемтәләренән шифа;
  • Һулыш юлдары сирләгәндә ингаляция эшләү өсөн ҡулланыла;
  • Гинекологияла кольпит, эндоцервицит һәм и аналыҡ муйынтығының эрозияһынан;
  • аш юлындағы һәм ашҡаҙандағы яман шештән нур терапияһы үткәс дауаланыу өсөн ҡулланыла.
  • Үҙағасы тибет медицинаһында гемостатик , анальгетик һәм тән ҡыҙыулығын баҫыу сараһы булараҡ ҡулланыла;
  • Үҙағасының көлө эсәктәрҙең ҡатыуынан дауалай;
  • Ҡабыҡтарынан эшләнгән спиртлы экстракты һәм "Гиппофаин" (хлоргидрат 5-гидрок-ситриптамина) препараты саркоманы, Эрлих шешен һәм яман шештәрҙең башҡа төрҙәрен баҫа.
  • "Гиппофаин" түбән ҡан и баҫымынан дауалай, организмдың эшмәкәрлеген көйләй.
  • Ҡабыҡтарының һыуҙа ҡайнатмаһы сәсте нығыта.
  • Ботаҡтарының, япраҡтарың экстрактын Монголияла ҡатыуҙарҙы, энтероколитты һәм диареяны дауалау өсөн ҡулланыла.
  • Япраҡтары ашҡаҙан-эсәк һәм тире ауырыуҙарынан дауа, Урта Азияла ревматизмдан боҫлама ҡуйыу һәм сылатҡыс ябыу (ҡуйыу ) өсөн файҙаланыла.
  • Япраҡтары , сәскәләре, емештәре сыбартманан,, подагранан һәм ревматизмдан дауа булып тора.
  • Сәскәләре Таджикистанда косметик сара булараҡ ҡулланыла.
  • Емештәре тибет медицинаһында үҙаллы ла, рецепт составында ла:

- гемостатик, шешенеү процестарында, - Һулыш юлдары һәм үпкә, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән , матдәләр алмашыу боҙолоуына бәйле йөрәк, ҡан ауырыуҙарынан,

-майлы экстракты бауыр сирҙәренән, шешеү процестарынан , аш һеңдереү боҙолғанда , гематомах һәм геморрагия осраҡтарында шифа булып тора.

Ҡулланыу

[үҙгәртергә]
  • Емештәренән төнәтеп һарҡынды эшләү(настой): 25 г емешкә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп бешекләйҙәр, унан 4 сәғәт тоталар, аҙаҡ һөҙөп алалар.
  • Емештәренән һыуҙа ҡайнатып төнәтмә эшләү(отвар): 20 г емеште 250 мл һыуҙа 20 мин ҡайнатып һөҙәләр.Сәс ҡойолғанда ҡулланалар.
  • Емештәренән һәм япраҡтарынан төнәтеп һарҡынды эшләү(настой): 20-әр емешен һәм япраҡтарын 250 мл ҡайнатылған йылы һыуҙа 6 сәғәт тоталар, унан һөҙәләр. Көн эсендә сирек стаканлап 3 өлөшкә бүлеп эсәләр.
  • Ботаҡтарынан һәм япраҡтарынан һыуҙа ҡайнатып төнәтмә эшләү(отвар) эшләү: 10-ар г ваҡланған ботаҡтарын һәм япраҡтарын 250 мл һыуҙа 20 минут ҡайнаталар һәм һөҙөп алалар. Эс киткәндә ярты ашҡалаҡлап көнөнә 4 тапҡыр эсәләр.
  • Емештәренән һыуҙа ҡайнатып төнәтмә эшләү(отвар): 10-15 г емеште 250 мл һыуҙа 10 минут әкрен генә утта ҡайнаталар. 2 сәғәт ултырғас һөҙөп алалар. Эс ҡатҡанда ашҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсәләр.
  • Емештәренән һәм япраҡтарынан һут эшләү: 1/2-ар стакан һут һәм һөткә бер ашҡалаҡ бал өҫтәп көн эсендә 3-кә бүлеп эсәләр (ашҡаҙанда әселек күп булғанда был ысул бармай).
  • Һырғанаҡ сәйе – депрессияға һәм елһенеүгә ҡаршы ҡулланыла. 150 грамм һырғанаҡты йыуырға һәм өстән ике өлөшөн иҙергә кәрәк. Сәйнүккә һырғанаҡ иҙмәһен, ҡалған еләкте һәм сәй һалалар. Артабан ҡайнаған һыу өҫтәп, 10-15 минутҡа төрөп ҡуялар. Әҙер сәйҙе иләк аша яһайҙар. Бал өҫтәп эсергә мөмкин

Һырғанаҡ емешенән һут, компот, варенье, джем, же­ле, кеҫәл эшләргә мөмкин.