Һыуыҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Аяғы юҡ, ҡулы юҡ —
Үҙе һүрәт төшөрә. - Ишектән инер, түрҙән уҙыр.
- Ишектән инер иңкәйеп,
Түргә менер туңҡайып. - Тубыҡтан тотоп ала,
Ҡолаҡтан семтеп ала. - Рөхсәтһеҙ инер, түргә йүгерер.
- Өйгә килеп тә инде,
Һаулыҡ бирмәй уҙып та китте. - Ишеккә килде һөмһәйеп,
Туҡтап торҙо туңҡайып. - Ишектән инер, эсеңә керер — күрмәҫһең.
- Иңкәйеп инә, һике аҫтына йүгерә.
- Һуҙылып керер, түргә менеп ултырыр.
- Кәртәм артында күк бурҙай,
Һөйәккә теше үтмәй. - Бураланған дөйә бурбайыңдан ала.
- Байҙы ҡосаҡлай,
Ярлының ҡуйынына керә. - Старт юҡта — йүгертә,
Гармун юҡта — бейетә.
Ҡулдары юҡ — семетә,
Быныһы нимә? Кем әйтә?