Эстәлеккә күсергә

Һәр урыны тарих һөйләй

Викидәреслек проектынан

Ырғыҙлы участка урмансылығы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы биләмәһенә ҡарай.«Башҡортостан» милли паркындағы ике урмансылыҡтың береһе. Дөйөм майҙаны 30,54 гектар. “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә өс ауыл: Ырғыҙлы, Ҡотан, Мәҡсүт урынлашҡан.

Ырғыҙлы участка урмансылығы

[үҙгәртергә]

Ырғыҙлы ауылы Ырғыҙлы урмансылығының үҙәге һанала. Хозур тәбиғәтле ауыл юбилейын билдәләй:уның 285 йыллыҡ бай тарихы бар.

Был төбәк кешеләрҙең картуф баҡсаларында, биләмәләрендә пушка йәҙрәһе, баҡыр иретеү заводы ғәскәре тарафынан емерелгән ер - ҡәлғә сүрәтендә “эҙен” ҡалдырған Пугачевтың үҙен күргән.

Алты мейесле баҡыр иретеү заводы бында императрица Екатерина II указы буйынса төҙөлгән. Завод 1756 йылда эшләй башлаған. Әле бөгөн был ауыл төпкөлдәрҙән иҫәпләнә. Ә ул ваҡыттарҙа, 1910 йылда урмансы Симон һүрәтләгәнсә, “был урман быуат ярым, ә, бәлки, бәғзе урындарҙа унан да ашыуыраҡ ваҡыт үҙенә-үҙе тапшырылып, уға кеше ҡулы теймәгән...

” Ырғыҙлы ауылы эргәһендәге Ташморон ҡаяһындағы мәмерйәлә бронза быуатына ҡараған кешеләрҙең туҡталҡаһы бар. Уны 2002 йылда таптылар.

Археологгтар боронғо кешеләрҙең көнкүрешендә ҡулланылған күп әйберҙәргә тап булды: уҡ башаҡтары, энәләр, балыҡ тотоу өсөн ырғаҡтар, ошо ерҙә йәшәгән януар-йәнлектәрҙең, ҡош– ҡорттарҙың, балыҡтарҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөйәктәре.

Ағиҙел буйындағы Антон ҡаяһы ла иҫ киткес.

ХХ быуат баштарында ошо ҡаяла йәшәгән монах хаҡында легенда халыҡ күңелендә әле лә һаҡлана.

Милли парктың биләмәһе – солоҡсолоҡто үҫтереүгә уңайлы ерҙәр. Унда ХIХ быуат аҙағындағы һәм ХХ быуат башындағы солоҡтар, солоҡ юныу өсөн кәрәкле ҡолас буйла маҫлыҡ йөҙйәшәр ҡарағайҙар һаҡланған.

Борон-борондан бындағы бөтә халыҡ тиерлек солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән һәм ошо кәсепшөғөлдөң серҙәрен һәм тамғалы солоҡ ағастарын быуындан быуынға тапшыра килгән.

Ырғыҙлы урмансылығы үҙенең беренсел матурлығы менән үҙенсәлекле. Уның биләмәһендә мәғрүр ҡаялары күккә ашҡан Ағиҙел йылғаһы аға.

Милли парк биләмәһендә урынлашҡан Ырғыҙлы ауылына барырға теләүселәр бихисап . Иҙел буйлап ағып төшөүселәрҙән тыш автотуристар һаны ла артты.

Ырғыҙлы аша Шүлгән мәмерйәһенә (ауылдан 27 саҡырым) юлланыусы туристар ағымы үтә.

Ырғыҙлы участка урмансылығы:

  • Урмансылыҡ ике район үҙәге – Иҫке Собханғол һәм Мораҡ автоюлында ята һәм драйв яратыусы һәммәһенә ҡырағай төбәктең шоссе юлдарының экстремаль шарттарын “тәҡдим итә” ала.
  • Ырғыҙлы урмансылығында визит үҙәге һәм килеүселәрҙе ҡабул итеү өсөн ағас йорт бар.
  • Туристарға Антон ҡаяһына барыу, Ырғыҙлы буйлап йөрөтөү урмансылыҡтың солоғона сәйәхәт ҡылып, унда ҡырағай солоҡ балына дегустация үткәреү кеүек хеҙмәт күрһәтә.
  • Ырғыҙлы мәктәбенең бик бай музейы бар.

Тарихҡа бай тыуған яҡ

[үҙгәртергә]

«Башҡортостан» милли паркындағы Ырғыҙлы урмансылығына килһәгеҙ, һеҙ үҙенең тарихи үткәненә алып ҡайтыусы инструктор менән “Тыуған яҡтың боронғолоҡ донъяһына сәйәхәт” тигән археологик ҡомартҡылар – тәбиғәт һәйкәлдәре буйлап ҡыҙыҡлы тематик экскурсияға бара алаһығыҙ. Һеҙҙе унда туҡталҡалар рәүешендә ҡыҙыҡлы тарихи объекттар көтә.

ЭКСКУРСИЯ

[үҙгәртергә]

Экскурсияның тәүге туҡталҡаһы – “Ҡаялы мәмерйәһе”, унан һуң “Ташморон мәмерйәһе”, артабан – “Ҡотан мәмерйәһе”. Һуңғы туҡталҡа – “Тыуған яҡты өйрәнеү музейы”. Ул Ырғыҙлы мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Экскурсия өс академик сәғәткә иҫәпләнгән, маршруттың оҙонлоғо (ике яҡҡа) – 6 саҡырым.

Экскурсия ваҡытында һеҙ беҙҙең төбәктә бик боронғо замандарҙа тәүтормош кешеләре йәшәгәнен белерһегеҙ. Был турала күп һанлы археологик табылдыҡтар бәйән итә. Археолог-ғалимдар Көньяҡ Уралда тәүтормош мәҙәниәте үҫешенең ныҡлы нигеҙе булыуын раҫланы.

Быға иң төп дәлил – Ырғыҙлынан алыҫ булмаған Шүлгәнташ мәмерйәһенең стеналарындағы палеолит осоро һүрәттәре. Археологик эштәр беҙҙең ауыл эргәһендә лә алып барылған һәм улар һөҙөмтәһендә бер нисә тәүтормош туҡталҡаһы асылған.

Был туҡталҡаларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә бик боронғо кешеләрҙең тормошо күҙ алдына баҫа – һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән тарихтың ҡайҙан баш алғанын күрәсәкһегеҙ, боронғо кешеләрҙең хеҙмәт ҡоралы булған таштарҙы, уларҙың биҙәүес әйберҙәрен тотоп ҡараясаҡһығыҙ!

Экскурсия ҡыҙыҡ ҡына түгел, ул аң-белемде арттырыуға ла булышлыҡ итә. Археологик артефакттарҙы, йәғни кеше ҡулы менән тыуҙырылған байлыҡ – эш ҡорамалдары, керамика боронғо тормошто күҙ алдына баҫтырыуға булышлыҡ итә. Быларҙы һеҙ Ырғыҙлы мәктәбендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында күрә алаһығыҙ.

Алыҫ үткәндәр яҡын булып китә. Боронғо кешеләр ҡулы менән ниндәй матур әйберҙәр ижад ителгәненә шаһит булып, ул әйберҙәрҙең теүәл, ыҡсым, уңайлы икәнлегенә төшөнөрбөҙ. Боронғоларҙың ижад емештәрен күҙәтеп, улар ҙа беҙҙең кеүек мәҙәниәт тыуҙырыусы булған икән, тип ҡуйырбыҙ. Боронғолоҡ беҙҙә йәшәй икән! Паркка килеүселәр, беҙҙең экскурсияларға рәхим итегеҙ!

ЫРҒЫҘЛЫ

[үҙгәртергә]

Кемгә тарих ҡыҙыҡ – Ырғыҙлыға килегеҙ! Ауылыбыҙ бәләкәй һәм төпкөлдә булғас, унда иғтибарҙы йәлеп итерлек бер нәмә лә юҡ төҫлө тойолалыр. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Ауыл тарихында, бер тамсы һыуҙа тотош океан сағылғандай, тотош илдең, хатта кешелектең тарихы сағыла.

Ырғыҙлы тарихы тәрәнгә китә. Бында тәүтормош осоронда кешеләр йәшәгән. Беҙҙең тарих мең-мең йылдарҙан ғибарәт! Беҙҙе һәр яҡтан тарих уратҡан һәм шуға уны яратыу мөһим. Ата-бабаларыбыҙ тарихын өйрәнеп, беҙ бит үҙебеҙҙе таныйбыҙ.

Тарих күҙлегенән ҡарағанда, Ырғыҙлы бик ҡыҙыҡлы урында ултыра. Ошо бәләкәй генә ерҙә палеолит осоронан алып этнографик бөгөнгә тиклем кеше тормошоноң эҙҙәрен табырға була. Беҙ хатта ошо Ырғыҙлы ауылы тирәһендә, беҙҙең аяҡ аҫтында ғына, кешелектең меңәр йыллыҡ тарихы ята, тип әйтә алабыҙ. Бында аҙым һайын – тәүтормош кешеләренең эҙе.

ҠАЯЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ

[үҙгәртергә]

Маршруттың тәүге тарихи объекты – 1-се туҡталҡа – Ҡаялы мәмерйәһе.

Ул Ырғыҙлы ауылының көньяҡ- көнсығышында, Ырғыҙлы йылғаһының һул ярында 100-150 метр бейеклектәге тауҙың текә итәгендә урынлашҡан. Т

ау итәге ҡуйы ҡатнаш урман менән уратып алынған. Мәмерйә ауыҙы йылға кимәленән 50-60 метр бейеклектә урынлашҡан, уның алдында 2,5-2 метр тирәһе тигеҙ урын бар. Мәмерйә горизонталь урынлашҡан, оҙонлоғо 40 метр, уртаса бейеклеге 2 метр, максималь бейеклеге 5 метр.

Мәмерйә ауыҙынан 10 метр тирәһе алыҫлыҡта 33 квадрат метр тирәһендәге ҙур булмаған зал бар, уның көмбәҙенең бейеклеге – 5 метр. Урыны-урыны менән мәмерйә эсендә дымлы ерҙәр осрай.

Беҙгә уның палеолит осоронда ниндәй булғаны билгеһеҙ, әммә унда йәшәүселәргә йылы һәм уңайлы булғандыр, тип фаразларға урын бар. Археологтар бында усаҡ ҡалдыҡтары, хайуандарҙың һөйәктәрен тапты. Күҙаллауҙарынса, мәмерйә бынан 10-15 мең йыл элек йәшәгән тәүтормош кешеләренең ваҡытлыса килеп-китеү урыны булған.

ТАШМОРОН МӘМЕРЙӘҺЕ

[үҙгәртергә]

Икенсе археологик ҡомартҡы – Ташморон мәмерйәһе. Ул Ырғыҙлы йылғаһының уң яҡ ярында, Ташморон тауы итәгендә, ярҙан - 15 метр һәм Ырғыҙлы ауылынан көньяҡта 0,4 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул да бик матур. Эргәлә генә көмөш һыулы Ырғыҙлы йылғаһы аға, эргәләге уның Ағиҙелгә ҡойған тамағындағы тигеҙлекте тауҙар ҡулсаһы уратҡан.

Ташморон мәмерйәһенең оҙонлоғо 12 метр, тәрәнлеге 5 метр, иң бейек урыны 3,5 метр, өсмөйөш формаһында. Ауыҙы көньяҡҡа ҡарап тора, шуға эсе ҡоро, яҡты. Был мәмерйә беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Археологтар унда кешеләр даими йәшәмәгән, ниндәйҙер ваҡытҡа ғына килеп, эштәре менән булған да, кире киткән, тип фаразлай. Иң тәүге табылдыҡтар энеолит эпохаһына ҡарай. Айыуҙарҙың яндырылған баш һөйәктәре нәҡ ошо боронғо ваҡытҡа (5 мең йыл әүәл) ҡарай ҙа инде.

Күп ерҙәрҙә тәүтормош кешеләренең айыуға табынғаны билдәле – ошо януарға бағышлап ниндәйҙер йолалар атҡарғандар. Ташморон мәмерйәһендәге айыу баштарының һөйәктәре күп булыуы шул осор кешеләрҙең тотем януарына табыныуына дәлил.

Бронза дәүерендә, йәғни 3 мең йыл әүәл, бында “бура мәҙәниәте”нә ҡараған кешеләр йәшәгән, тигән фараз бар. Улар боронғо иран телендә һөйләшкән һәм бик шәп металлургтар (зәргәрҙәр, зәрҡәндәр, йәғни тимерҙән әйбер эшләү оҫталары) булған.

Уларҙан бында бронза беҙҙәр, бысаҡ, ҙур ғына ҡармаҡ ҡалған. Шуны әйтеп китер кәрәк – бронза табылдыҡтар һирәк осрай торған күренеш. Боронғо кешеләр өсөн металл ҡорал-ҡорамалдар ысын мәғәнәһендә байлыҡ булып иҫәпләнгән, сөнки баҡыр менән аҡ ҡурғашты табыр, унан кәрәкле нәмәне эшләр кәрәк булған.

Был эштәр өсөн һәптеюҡ ваҡыт һәм көс талап ителгән. Шуға кешеләр бронза ҡоралдарын күҙ ҡараһылай күреп һаҡлаған. Ташморонда бронза әйберҙәр табылыу – археологтарҙың ҙур табышы.

Бронза быуатынан күп йөҙ йыллыҡтар үткәс, Көньяҡ Уралды сарматтар төйәк итә. Был билдәле, яугир ҡәбилә Башҡортостан биләмәһендә иртә тимер эпохаһында йәшәй. Ана шул сарматтар ҙа бында була.

Быға дәлил - Ташморон мәмерйәһендәге балсыҡ һауыт-һаба. Улар тау-таш араһында нимә эҙләп йөрөгән? Бында ниңә килгән һуң? Билдәле бит – Шүлгән-Таш – күп меңъйыллыҡтар осоронда культ үҙәге, йәғни мәжүси йолалар үтәү һәм табыныу урыны булып тора. Һорау асыҡ ҡала...

ҠОТАН МӘМЕРЙӘҺЕ

[үҙгәртергә]

Өсөнсө туҡталҡа – Ҡотан мәмерйәһе.

Ҡотан ауылынан саҡ ҡына өҫтәрәк, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында , күккә олғашҡан мәғрүр текә ҡаялар урынлашҡан. Улар урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял итеү урыны. Был яҡтарҙың хозурлығы һәм ошо иҫтәлекле урындарға бәйле боронғо легенда күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Һыу кимәленән 40 метрлыҡ юғарылығта текә ҡаяла барыһына ла киң билдәле мәмерйә бар.

Халыҡ уны Антон ҡаяһы тип йөрөтә. Ни өсөн? Ауыҙ-тел ҡомартҡыларына ярашлы , ошо бәләкәй мәмерйәлә изге мосафир Антон йәшәгән. Ул ваҡыттарҙа мәмерйәгә ер аҫтынан юл булыуы билдәле. Хәҙер ул юғалған һәм мәмерйәгә тик махсус ҡорамалдар менән генә менеп була.

Археологтар тап ошо мәмерйә эсендә тәүтормош кешеләренең йәшәү эҙҙәрен тапҡан. 1961 йылда ныҡлап тикшергәндән һуң, ҙур булмаған керамик һауытһаба фрагменттары, шулай уҡ саҡматаштан эшләнгән 5 уҡ башағы табылған.

Ғалимдар был әйберҙәрҙең йәшен билдәләгән. Баҡтиһәң, улар һуңғы таш быуат (неолитэнеолит) эпохаһына ҡарай икән. Ҡыҙыҡ, ҡасан булған, ниндәй кешеләр йәшәгән, ул замандағы кешеләр нимә менән шөғөлләнгән икән? Был 6-7 мең йыл элекке ваҡиғалар.

Климат ул ваҡытта йылы һәм дымлы булған. Беҙҙең урмандарҙа ул мәлдәрҙә бик күп төрлө хайуандар: мышы, болан, айыу, һуҫар, ҡондоҙ күпләп йөрөгән. Иң төп кәсеп балыҡ тотоу булған. Быны Ташморон мәмерйәһенән табылған әйберҙәр иҫбатлай.

Ташморон Ҡотан мәмерйәһе мәмерйәһе кәсеп итеүселәрҙең туҡталыу урыны булған. Бында балыҡ тәңкәләре, шулай уҡ ҡыр хайуандарының һөйәктәре табылған.

Ә Антон ҡаяһындағы мәмерйә туҡталыу өсөн бәләкәйерәк булған, күрәһең. Тәүтормош кешеләре уны ваҡытлыса туҡталыу, мәҫәлән, насар һауа торошоноң үтеп китеүен йәки йыртҡыс хайуандарҙан йәшенеү өсөн генә ҡулланғандар.

Антон ҡаяһын әҙәбиәттә Ҡотан мәмерйәһе тип атайҙар. Был тәүтормош тарихының ҡиммәтле һәм ҡыҙыҡлы иҫтәлеге.

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ МУЗЕЙЫ

[үҙгәртергә]

Дүртенсе туҡталҡа - “Тыуған яҡты өйрәнеү музейы”. Ул Ырғыҙлы мәктәбендә урынлашҡан һәм 1999 йылдан алып эшләй. Был музей бик шәп һәм экспонаттарға, тарихҡа бай. Ауылдың тарихын, тормошон, географияһын сағылдырыусы 12 бүлек зауыҡ менән йыһазландырылған. Иң ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле бүлек археологияға арналған. Бындағы күп экспонаттар – Ташморон мәмерйәһенән. Бына һөңгө башағы. Ул кремнийҙан эшләнгән. Тәүтормош һунарсыларының оҫталығы иҫте китәрә – башаҡтың ян-яҡтары тип-тигеҙ һәм теүәл, геометрик яҡтан дөп-дөрөҫ. Күренеүенсә, кремнийҙы эшкәртеү юғары кимәлдә булған. Шулай уҡ һөйәктән эшләнгән ҡоралдар ҙа бик тәфсилләп, оҫта ҡулдары менән эшләнгән – һөйәк ҡармаҡ һәм гарбун ошоға дәлил.

Туҡталҡа бронза дәүеренә ҡараһа ла, бронза ҡоралдар әле таш һәм һөйәк ҡоралдарҙы бөтөнләйе менән ҡыҫырыҡлап сығара алмаған. Быға сәбәпсе, моғайын, таштың эшлекле сифатының бәғзе саҡ бронзаныҡынан юғары булыуындалыр. Тағы: ҡорал эшләп алырлыҡ таш һәр ерҙә булған, ә бронза яһай торған баҡыр менән аҡ ҡурғашты табыу еңелдән булмаған. Һеҙ беҙҙең ауыл тарихының ҡайһы бер һәм нығыраҡ өйрәнелгән биттәре менән генә таныштығыҙ һәм ауылыбыҙ тарихы бик бай һәм тәрән, ҡабатланмаҫ икәненә инандығыҙ.

Бәйәнде урындағы шағир һәм крайҙы өйрәнеүсе Симонов Валерий Ефимовичтың шиғыры менән тамамлағы килә:

“Алыҫ диңгеҙҙәрҙә булдым –

Ете ят ерҙәр күрҙем.

Тыуған илдән матуры юҡ –

Ошо хаҡталыр һүҙем.


Бында – тауҙар

шундай мәғрүр –

Юҡ бит донъяла тиңдәр!

Кәбәнташтағы ал таңдар,


Ҡыуаламаттағы мәлдәр...

Бормаланып ағып ятҡан

Ырғыҙлым – үҙе тылсым!

Ундай йылғалар юҡ бүтән –

Бәйәнем минең ысын!

Урамдар исемендә - беҙҙең тарих

[үҙгәртергә]

Ырғыҙлы ауылы халҡы үҙ тарихы менән ғорурлана. Юҡҡа ғына күп урамдарға ауылдың үткәне менән бәйле тарихи исемдәр ҡушылмағандыр . Был исемдәр иң яҡты тарихи ваҡиғаларҙың һәм ауылдың билдәле кешеләренең иҫтәлеген һаҡларға ярҙам итә.

  • Яков Горшенин урамы
  • Бәләкәй урам (Белекейка)
  • Василий Рылов
  • Ҡурсаулыҡ урамы(Заповедная)
  • Тыныслыҡ урамы
  • Пугачев урамы
  • Салавата Юлаева
  • Кинйә Арыҫланов урамы
  • Иҫке завод урамы

Иҫке завод урамы

[үҙгәртергә]

Ул Ырғыҙлы йылғаһы буйлап һуҙылып китә. Тап ошонда 200 йылдан ашыу элек ҙур Вознесенск заводы урынлашҡан була. Ул 1754 йылда төҙөлә. Бөгөнгө көндә был заводтан бер нәмә лә һаҡланмаған. Тик Иҫке завод тигән исем генә ҡасандыр был урында - Ырғыҙлы быуаһы ярында шаулап эшләп торған ҙур һыу тәгәрмәстәрен, эргәһендә йөҙәрләгән ирекһеҙ эшселәр эшләгән көн-төн дөрләп янған баҡыр иретеү мейестәрен хәтерләтә.

Завод тарихы бик ҡыҫҡа ғына. 1774 йылда бында Пугачев ғәскәрҙәренең отряды бәреп инә. Улар заводты баҫып ала, емерә һәм яндыра. Пугачев, ана, ниндәй роль уйнай беҙҙең ауыл тарихында. Юҡҡа ғына уның исеме менән тағы бер урамды атамағандарҙыр.

Емельян Пугачевтың яҡын арҡадаштары Кинйә Арыҫланов һәм Салауат Юлаев исемдәре менән тағы ике урам аталған.

Урам исемдәрендә шулай уҡ 20 быуаттың билдәле кешеләренең исемдәре һаҡланған.

Василий Рылов урамы

[үҙгәртергә]

Кем ул Василий Рылов? Василий Аркадьевич мәктәп уҡытыусыһы булған, уны балалар бик яратҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул фронтҡа китә. Уға һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙмай, һәләк була. Ә исеме халыҡ күңелендә һаман йәшәй.

Горшенин Яков Иванович

[үҙгәртергә]

Шулай уҡ һуғыш яландарында ятып ҡалған ауылдашыбыҙ Горшенин Яков Иванович исеме менән аталған урам бар. Ул 30-сы йылдарҙа Пугачев исемендәге колхозда рәйес булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 98 ауылдашыбыҙ фронтҡа юлланған. Уларҙың 41-енә генә тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булған. Тарихыбыҙҙың данлы биттәрен хәтерҙә һаҡлау бик мөһим.

Сығанаҡтар

[үҙгәртергә]

Гүзәл ХӘКИМОВА