Һөҙмә

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Bundesarchiv Bild 183-58813-0001, Petersberg, Bauern beim Melken.jpg

Һөҙмә — йәй көнө һөт мул саҡта әҙерләнә торған ризыҡ. Сепарат һөтөн әрәм итмәй, һөҙмәне күпләп эшләп алып, аҙаҡ туңдырғыста һаҡларға була. Ҡыш, һыйырҙар һыуалғас, бик ярап ҡала.

Составы[үҙгәртергә]

  • 1 биҙрә сепарат һөтө (йәки яңы һауған һөт)
  • 1 л ойотҡос

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Сепарат аша үткәрелгән һөттө йылы урынға ҡапҡас менән ябып ултыртып торалар. Өҫтөнә ҡалын сепрәк тә ябырға мөмкин. Һауытты ҡыбырлатып, урынынан шылдырып, йә иһә һөттө болғатырға ярамай. 20-25 градус йылылыҡта һөт әсеп сыға һәм 5-7 сәғәттән ойотҡанға әйләнә.

Матур булып ойоған был ҡатыҡты кизе-мамыҡ туҡыманан йәки күҙле таҫтамалдан тегелгән аҡ моҡсайға ҡойоп, һарҡытырға элеп ҡуйырға. Ҡабаланда тиҙерәк һарҡһын өсөн ойотҡанды тәүҙә утҡа ултыртып, әҙерәк йылытып алырға мөмкин. Тик бындай һөҙмә ярмаланып тороусан була. Бер-нисә сәғәттән һөҙмә әҙер була.

Һөҙмәне моҡсайынан туҫтаҡҡа ауҙарып, әҙерәк кенә тоҙ һалып, матурлап тасҡап алаһың.

Һыуытҡыста боҙолмайынса бер-нисә көн һаҡлана.

Табынға төрлө тәмләткестәр ҡушып бирергә мөмкин. Шәкәр менән буталған һөҙмәне кәсәләргә һалып, өҫтөнә төрлө емеш-еләк, бал, йыуып бүрттерелгән йөҙөм, яңы айыртылған шыйыҡ ҡаймаҡ, ҡайнатма һалып бирһәң, телеңде йоторлоҡ ризыҡ килеп сыға.

Һөҙмәне бәлеш бешергәндә эслек итеп тә файҙаланырға була.

Һөҙмәне яңы һауған һөттән дә яһарға мөмкин, был осраҡта майлы һөҙмә килеп сыға, ул тәмлерәк тә була. Яңы һөт тиҙерәк ойоһон өсөн, уға 1 л самаһы ойотҡос (2-3 көн алдан ойоған ҡатыҡ) ҡушып ебәрергә кәрәк.

Һөҙмәне һарҡытҡанда айырылып сыҡҡан эремсек һыуын (сыворотка) әрәм итмәй файҙаланырға була. Унан бик тәмле ҡоймаҡ ҡойорға була. Эремсек һыуының һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур.