Эстәлеккә күсергә

Әбйәлил районы Иҙәш-Ҡусҡар ауылы тауҙарының тарихы

Викидәреслек проектынан

53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)

Әбйәлил районы Иҙәш-Ҡусҡар ауылы тауҙарының тарихы



Инеш. Бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр, аҡ ҡайындар иле булған йәнтөйәгем Әбйәлилде, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы тип нарыҡларға була. Бындағы саф һауа, шифалы ҡымыҙ, һоҡланғыс тәбиғәт күңелдәрҙе арбай, кәйефте күтәрә. Ирәндек, Ҡырҡты, Бейәғаҙа һырттары текә ҡаялары, ҡытыршы ташлы түбәләре менән үҙенсәлекле. Беҙҙә һәр бер ауыл тиерлек тауҙар араһында, уйһыу ерҙә урынлашҡан. Тау башына менһәң, тирә-яҡтағы хозурлыҡҡа һоҡланып туймаҫһың: йәй көндәре унлаған зәңгәр күл тамылйып, тулҡынланып ята, Оло Ҡыҙыл йылғаһы уралап-уралып аға.
Әбйәлил районы тарихҡа ла бай төйәк. Ер-һыу атамалары фәнни телдә топонимика тип атала. Ғалим Рәшит Шакур уны хатта «ерҙең хәтер китабы» тип тә атай. Ысынлап та шулаймы икән? Исемдәрҙе былай ғына ҡушмайҙармы? «Юҡ, — ти ғалим Рәшит Шәкүр. — Һәр атама — үҙе бер хәтер», — тип иҫбат итә. Ысынлап та, шулай. Иҫ белгәндән Иҙәш-Ҡусҡары ауылында йәшәгән өләсәйем ер-һыу атамаларының тарихын ҡыҙыҡлы итеп һөйләр ине. Бәләкәйерәк булғанда иғтибар итмәй инем, әле үҫә килә өләсәйем һөйләгән ер-һыу атамаларының тарихын яҙып алып ҡалырға булдым.
Бейәғаҙа тауының тарихы һәм тәбиғәт торошо.

Әсәйемдең тыуған ауылы, өләсәйем йәшәгән Иҙәш-Ҡусҡар ауылы ғорур Бейәҡаҙа итәгендә ята.

Бейәҡаҙа тауының башына менеп, тирә-йүнде күҙәтеүе үҙе бер мөғжизә. Минен күҙ алдымда бәләкәй Ватаным, ата-бабаларым төйәге, тыуған ауылының ғорурлығы булған Бейәҡаҙа тауы.
Ауылдың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре һөйләүе буйынса был тауҙың тәбиғәте элек бигерәк бай булған.
Тау битендә ҡырағай йылҡы малы (тарпандар) йөрөгән. Бейәҡаҙа тауының атамаһы ла шуның менән бәйле. Был серле тауҙың тарихын өләсәйем миңә бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләп бирҙе. Тау итәгендә сырҡырап йөрөгән йылҡы малы ҡаҙаҡ баҫҡынсыларың күҙен ҡыҙҙырған. Бөгөнгө көндә лә тау халыҡты хозур тәбиғәте менән һоҡландыра.Тау битендә ҡарағас, ҡайын, уҫаҡ, селек ағастары, төрлө сәскәләр һәм шифалы үләндәр (ҡымыҙлыҡ, йыуа, мәтрүшкә, умырзая, ҡанүлән ) үҫә. Ағастар араһындағы ҡырмыҫҡа иләүҙәре лә матур тәбиғәткә йәм өҫтәй. Емеш-еләккә лә, йәнлеккә лә бай Бейәҡаҙа.

Бейәҡаҙаның иң ҙур байлығы - артыш. Ул бөтә ерҙә лә үҫмәй. Артыш бик файҙалы. Дауаланыу өсөн артышты тирә-яҡтан килеп алып ҡайталар.
Тауҙағы таш карьеры – төҙөлөш өсөн кәрәкле,бай материал. Балсығы ла бар. Элек беҙҙең өләсәй-олатайҙар балсыҡтан кирбес һуҡҡандар.
Бейәҡаҙаның тағы ла бер сихри урыны – Киндер шишмәһе. Уның һыуы ғәжәйеп көскә эйә. Ҡыш көнө ул туңмай, ә йәй көнө бик һалҡын була. Элек бында киндер күп үҫкән, киндер һуҡҡандар. Шуға ла Киндер шишмәһе тип атағандар. Ололар Киндерҙен һыуы бик файҙалы ти. Киндер шишмәһе Иҙәш йылғаһына ҡушыла, ә Иҙәш Оло Ҡыҙылға ҡоя. Был шишмә буйында тал, муйыл, һирәк осрай торған ерек ағасы үҫә.

Бейәғаҙа итәгендәге Ҡолағанташ әллә ҡайҙан күренеп ята. Уны Ете ҡыҙ ташы тип тә йөрөтәләр. Йәй көнө унда ял итеүселәр күп була. Тәкәй һәм Һупай тауҙары
Өләсәйем ауыл эргәһендәге Тәкәй һәм Һупай тауҙарының легендаһын да һөйләне. Башҡорт халҡы борон күсмә тормош менән йәшәгән. Шулай, йәйҙең бер көнөндә башҡорттар бер тау битенә килеп йәйләгәндәр. Ҡуйҙары күп булған башҡорттар, тәкә һуйып, ҡаҙан тултырып аш бешергәндәр. Бер мәл ҡаҙаҡ баҫҡынсылары килеп сыҡҡан. Башҡорттар мал-тыуарын, бала-сағаларҙы.ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалап, икенсе тау битенә шылғандар һәм бешергән иттең һурпаһын шунда эсеп ҡуйғандар.

Шунан бирле тәкә итен ашаған тауҙы – Тәкәй, ә һурпаһын эскән тауҙы – Һупай тип йөрөтә башлағандар. Был тауҙар әсәйем тыуған Иҙәш ауылы эргәһендә, Бейәғаҙа тауының төньғында урынлашҡандар.

Мөкәт тауы


Иҙәш-Ҡусҡары ауылы эргәһендә борон сауҙагәрҙәр йыш һуғылып китер булғандар. Улар һыу буйҙарында йоҡларға туҡтап, тамаҡ ялғап алыр булғандар. Шулай бер саҡ был тирәлә йәшәгән халыҡтан һарыҡ тәкәһе һатып алып уны һуйырға әҙерләнгәндә, тәкә баҡыра башлай. Тауҙың көньяҡ өлөшөндә бейек урыны бөтөп тәпәш ере башланған ерҙә ҡайынлыҡ араһында табып алалар һарыҡты. Шул көндән был ҡайынлы ер халыҡ телендә Мөкәт исемен ала.


Альбина Муллахметова. Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 6-сы класс уҡыусыһы Рәхмәтуллина Ләйсән Радик ҡыҙы. Өләсәһенән яҙып алған мәғлүмәттәр.