Эстәлеккә күсергә

Әтәлге ҡош һәм Тауҡорһаҡ ҡошо

Викидәреслек проектынан

Фәүзиә Ҡотлогилдина ижадынан заманса әкиәт

ӘТӘЛГЕ ҠОШО ҺӘМ ТАУҠОРҺАҠ ҠОШО (Хәҙерге заман әкиәте - Ысын әкиәт)

  1. Ҡуштау, йәшә!!!

Юрматы ерендә борон–борон замандарҙан бирле булған ти ап-аҡ ташлы дүрт бер туған тау. Олоһоноң исеме Шаһ, уға етәһенеке Ҡуш, өсөнсө туғандарының исеме Тора, дүртенсеһенеке Йөрәк икән был тауҙарҙың. Улар бер-береһенә шул тиклем оҡшағандар ти, барыһы ла аҡ йөҙлөләр, мөһәбәттәр икән. Уларҙың күңелдәре лә саф һәм аҡ булған икән, насарлыҡ тигән нәмәне белмәгәндәр ти улар. Тора менән Йөрәк тауҙары игеҙәк шикелле оҡшаш икән, хатта уларҙы күптәре яҡындан белмәһәләр айыра ла алмағандар тей. Был дүрт бер туған тауҙың әсәһе Диңгеҙбикә исемле булған, ә аталарының исеме Ҡораллы Риф булған тип һөйләйҙәр. Атаһы ла, әсәһе лә күптән инде үлгәндәр, ә тауҙар бер-береһенә терәк булып, ошо ерҙә йәшәгән кешеләргә кәрәк булып, уларҙы үҙҙәренең ғорурлығы, мөһабәтлеге, тау итәгендә һәм түбәһендә үҫкән матур, матур сәскәләре, төрлө ағастары, ағастарында һайраған ғәжәйеп ҡоштарының моңдары, һанап бөтмәҫлек бөжәктәр һәм хайуандар донъяһы менән һоҡландырып, түбәләре күккә тейеп шатланып, һөйөнөп йәшәгәндәр.

Тауҙар менән бергә улар янында яҡшы кешеләр ғүмер иткән. Был кешеләр Башҡорттар тип аталған икән. Улар был тауҙарҙы шул тиклем яратҡандар! Яҙ етеп йәшел үләндәр ҡалҡҡас, улар ошо тауҙар итәгендә йыйындар йыйғандар, уйындар ҡорғандар, ҡурай уйнағандар, бейегәндәр, йырлағандар, йәш егеттәрҙе әрмеләргә оҙатҡандар, ҡоҙа–ҡоҙағый булышып туйҙар ҙа үткәргәндәр. Һуғышҡа киткән яугирҙәрҙе лә тау битләүендә йыйылып оҙатып ҡалғандар. Шулай уҡ һуғыштан еңеп ҡайтҡандарҙы ҡаршылағандан һуң Еңеү байрамын ошо тауҙар итәгендә байрам иткәндәр.

Дүрт бер туған тау ҙа был ерҙә йәшәгән кешеләрҙе бик яратып уларға яҡшылыҡ менән генә яуап ҡайтарырға тырышҡандар, тауҙар уларҙы битләүҙәрендәге бешкән еләктәре, ҡыуаҡтарындағы емештәре менән һыйлағандар, уларға үҙҙәрендәге булған көстө лә бүлеп биргәндәр.

Юрматы ырыуы шуға ла ошо тауҙарҙан көс алып бик тә көслө ырыуға әйләнгән. Уларҙың ырыу ҡошо Әтәлге – Инә шоңҡар тауҙар янында гел осоп йөрөгән, тау киртләстәрендәге ояһында балалар сығарған. Ата шоңҡар менән балаларын үҫтергән, осорға өйрәткән. Уларҙың балалары, йәш шоңҡарҙар, үҫеп, үҙҙәре лә оя һаҡларға өйрәнгәндәр. Башҡа ырыу ҡоштары ҡарағош, бөркөт, ыласын, ябалаҡтар һәм башҡа һаҡсы ҡыйғыр ҡоштар менән дуҫ булғандар. Әтәлгенең балалары- шоңҡарҙар төрлө ырыу ҡоштары менән бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгәндәр. Тик Әтәлге генә бер ҡасан да үҙ ояһын ташлап китмәгән, гел ошо тауҙар янында булған.

Шулай бик матур йәшәп ятҡан саҡта яңыраҡ ҡына әле ул, үткән быуатта ҙур бәлә килә тауҙарға. Уларҙың иң олоһо Шаһтауының башына әллә ниндәй шундай дәү, ҡап-ҡара оло бер Тауҡорһаҡ исемле ҡош килеп ҡунған да уның башын суҡый башлаған. Шаһтау ҡысҡырған, ярҙам һораған. Әтәлге ҡош үрһәләнгән, ҡыйҡыйлап Шаһтау менән бергә ҡысҡырған, уларға Ҡуш, Тора һәм Йөрәк тауҙары ла ҡушылған, тик, нишләптер, Әтәлге тауышын да, тауҙарҙың һыҡтап илауын да бер кем дә ишетмәгән. Элек Тауҙар янында булған, улар менән дуҫ булып йөрөгән кешеләр әйләнеп тә ҡарамағандар, улар һаңғырау һәм һуҡыр һымаҡтар ти, ҡолаҡтары ла ишетмәгән, күҙҙәре лә күрмәгән һымаҡ икән...

Был Тауҡорһаҡ тип аталған имәнес ҙур ҡорһаҡлы ҡош ете диңгеҙ аръяғынан, Ҡаф тауы артынан, осоп килгән икән. Ул шундай дәү кәүҙәле ти, хатта ул осоп килгәндә лә, Ҡояшты ҡанаттары менән ҡаплап, ергә оло күләгә төшөрөп, уны ҡараңғылыҡта ҡалдырып осоп килә икән. Әтәлге ҡошо уның янында бик бәләкәй нөктә генә һымаҡ күренә ти. Тауҡорһаҡ, бер ҡунып алғас, Шаһтың башын суҡыған да суҡыған, суҡыған да суҡыған, битен йыртҡыслап бөткән, ҡолаҡтарын, өҙөп ашаған, ҡулдарын, танауын суҡышы менән йыртып ашап, Шаһтың күкрәгенә барып етеп, йөрәгенең ҡанын эскән, эс-бауырҙарын кинәнеп ашап ҡорһағын күптергән. Күпкән ҡорһағы әҙ генә шиңә бирһә, тағы суҡырға тотона икән... Шаһтың йәшел итәген теткесләп бөтөп аяҡтарын ботарлап ашаған, шулай итеп ерҙә баҫып торған ике табанына барып еткән, уларҙы ерҙән айыра башлаған.

Шаһ тауы үҙе һөйләшә алған саҡта Әтәлге ҡош артынан кешеләргә бәйет ебәргән (Шаһтау бәйете тип атала ул). Шаһтауы үлер алдынан кешеләрҙән үҙенең туғандары Ҡуш тауын, Тора тауын һәм Йөрәк тауын һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы үтенгән. Әтәлге ҡош уның васыятын үтәп, Шаһ тау бәйетен кешеләргә килтереп еткергән.

Ә Тауҡорһаҡ тигән тау ашаусы ҡош Шаһ тау төбөнә төшә башлағас, уны ер менән тигеҙләгәс, Шаһтауҙың энеһенә, Тора тауға, күҙ төшөрә башлаған. Шаһты тамам кимереп бөткәс, ул Тораға барып ҡунырға уйлаған ти.

Әтәлге ҡош Тора тау янында уратып осоп, дуҫ тауы менән бергәләп тағы ла кешеләрҙән ярҙам һорай башлаған. Ни хикмәттәндер был юлы кешеләр уларҙы ишеткән! Иң тәүҙә бер Башҡорт егете ишеткән дә, унан ул, башҡа башҡорт егеттәрен һәм ҡыҙҙарын йыя һалып, батырҙар Тора тауын тере ҡоршау булып уратып алған, ошо илдең әләмен тауға билбау итеп быуғандар икән ти. Ә был билбау тылсымлы икән, тауға ла ул үҙенең дошмандарҙан һаҡлай алырлыҡ тылсым көсөн биргән...

Тора тау ҙа, уның туғандары Ҡуш менән, Йөрәк тә, Әтәлге ҡош та, уның балалары ла бик шатланғандар икән ти...

Унан һуң күп тә тормай ошо ерҙәрҙең баш кешеһе Тора тауға һәм Йөрәк тауға теймәҫкә тигән фарман да сығарып ҡуйған. Тора тауы үҙен яҡлаған кешеләргә бик ҙур рәхмәттәрен әйткән. Уның менән бергә уға бик ныҡ оҡшаған энеһе Йөрәк тау ҙа, Ҡуш тауы ла һәм ошо тауҙарҙағы бар үҫенте һәм ағастар, бар ҡоштар һәм йәнлектәр һөйөнгәндәр, бейегәндәр, йырлағандар, ҡурай уйнағандар, йыйындар йыйғандар, байрамдар яһағандар.

Инә шоңҡар – Әтәлге лә, ата шоңҡар ҙа, шулай уҡ инде бик күп булып үрсегән, ҡанат нығытҡан, көс туплаған йәш шоңҡар балалары тауҙар тирәһендә шатланышып осҡандар, Тора, Йөрәк һәм Ҡуш менән бергә шатлыҡ йырҙары йырлағандар. Тора-бара тау итәгендә халыҡ элекке замандағы шикелле гөрләп торған...

Тик был саҡта әле улар Тора урынына уның ағаһы Ҡуштың Тауҡорһаҡҡа ҡорбан буласағын, тау ашап көн күреүсе ошо имәнес дәү ҡошҡа аҙыҡ булып биреләсәген белмәгәндәр, был хәбәр сер итеп халыҡтан йәшереп һаҡланған. Сөнки фармандар яҙыусы баш кешене Тауҡорһаҡ ҡошоноң ете тау артындағы хужалары бик ныҡ ҡыҫымға алғандар, Тораны ала алмағас, Тауҡорһаҡҡа ашар өсөн икенсе тауҙы һорағандар. Баш кеше йөрәге менән илаһа ла, халыҡҡа әйтеп тормайынса, Ҡушты бирәм тип ысҡындыра... Ул үҙе был хәлгә ныҡ ҡайғыра, нисек итеп Ҡушты иҫән ҡалдырыу юлдарын эҙләй башлай, сөнки үҙе лә ошо тауҙарҙан көс алып үҫкән бит...

Ошо тирәлә хәбәр ташыусы һайыҫҡан, Тауҡорһаҡтың Шаһты тамам ашап бөткәс, Ҡуш тауына күсәсәге тураһындағы серҙе белеп ҡала ла, башҡорт егеттәренә һәм ҡыҙҙарына еткерә. Ә был ваҡытта инде башҡорттар үҙҙәренә бик күп дуҫтар табып өлгөрәләр. Сөнки башҡорт тигән халыҡ бик ҡунаҡсыл, тәртипле, иманлы, итәғәтле, башҡаларға ярҙамсыл булғас, уларҙы яратҡандар һәм күп кешеләр улар менән дуҫлашҡандар. Ошо тауҙар тирәһендә йәшәгән һәр кем дә тауҙы яҡларға, Тауҡорһаҡ ҡошонан Ҡуш тауын һаҡлап алып ҡалырға күтәрелә.

Хәҙер уларҙың ҡолаҡтары ла ныҡ итеп ишетә, күҙҙәре лә асыҡ итеп күрә икән. Халыҡ һауыҡҡан! Сөнки улар Шаһ тауын һаҡлай алманылар бит, ҡолаҡтары ишетмәгән ине шул ул саҡта, күҙҙәре лә насар күрәләр ине кешеләрҙең. Ә хәҙер йәш шоңҡарҙар ата-әсәһе өйрәтеүе буйынса үҙҙәренең ата-бабалары кеүек тауҙарҙан яңынан көс алыу әмәлдәрен белделәр, үҙ-ара һәм тауҙар менән берләштеләр.

  • Алмабикә инәй хәҙергә замандың бик ҡыҙғаныс әкиәтен ошо урында туҡтатты. Зәлиә менән Арслан: "Өләсәй, ә Ҡуштауҙы Тауҡорһаҡ ҡошо ашай алмаймы?" — тип һорағанға: "Әлегә белмәйем шул, балаҡайҙарым. Мин кешеләрҙең берҙәмлегенә ышанам, улар һаҡлап алып ҡалырҙар, Тауҡорһаҡҡа бирмәҫтәр", — тип яуап бирҙе. — Һеҙ ҡалаға барған һайын оло юлдан машина менән үткәндә Йөрәк тауының, Ҡуш тауының һәм Тора тауының матурлығына, гүзәллегенә, күккә тейгән аҡ түбәләренә һоҡланып ҡарап үтәрһегеҙ, ә иғтибарлыраҡ ҡараһағыҙ, Юрматы ырыуы ҡошо Әтәлгенең дә үҙенең үҫеп еткән балалары шоңҡарҙар менән тауҙар тирәләп осҡанын күрерһегеҙ", — тип тә өҫтәп ҡуйҙы.

Фәүзиә Ҡотлогилдина — АЛТЫНБИКӘ 28.10.2019