Әтәс (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Шау, шау, шау ҡамыш,
Шау ҡамыштың араһында
Алтын башлы бер ҡамыш. - Башы — тараҡ,
Ҡойроғо — ураҡ. - Баш өҫтөндә тарағы,
Тәпәйендә һәнәге.
Шуны табығыҙ, йә әле!
(Нимә була? Әйт әле.) - Тарағы бар — сәсен тарамай,
Урағы бар — иген ура алмай. - Сәғәтһеҙ ҙә ваҡытты әйтә.
- Уҡталы ла суҡталы,
Башы йәшел нуҡталы.
Баш өҫтөндә тарағы,
Тәпәйендә һәнәге,
Шуны табығыҙ, йә әле! - Ауыҙы бар — һөйәктән,
Ит һаҡалы — эйәктән. - Үҙе хан нәҫеленән дә түгел —
Йөрөй таж кейеп.
Үҙе ҡараҡ та түгел —
Аяғы ҡайыш менән бәйләнгән. - Ҡаҙандан килгән бер монтоҡ,
Уның башы һалпыҡ;
Ах, уның юртышы,
Арт һанының ҡыртышы. - Мин ни күрҙем, ни күрҙем,
Ит һаҡаллы ҡарт күрҙем.
Әтәс ҡысҡырыуы, таң атыу
- Баҙҙа баҡа ҡысҡыра,
Тауҙа таҡта ярыла.