Әфлисунлы печенье

Викидәреслек проектынан

Сәй табынына эслеге цитрустарҙан торған тәмле лә, тиҙ ҙә әҙерләнә торған, хуш еҫле, ыуалып торған ҡамырҙан бешерелгән печенье тәҡдим итәбеҙ.

Беҙгә кәрәк буласаҡ[үҙгәртергә]

  • 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ
  • 3 аш ҡалағы үҫемлек майы
  • 50 г аҡ май
  • 225 г шәкәр ҡомо
  • 1 йомортҡа
  • 250 г он
  • 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель)
  • 1 әфлисун
  • 1 аш ҡалағы крахмал

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Йомортҡаны махсус болғауыс (венчик) менән күперткәнсе туҡырға, аҙаҡ 5 аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, тағы ла болғап күпертеп алырға.

Был йомортҡа ҡатнашмаһына аҡ һәм үҫемлек майҙарын, ҡаймаҡ, иләнгән он менән ҡамыр ҡабартҡысты ҡушырға.

Йомшаҡ һәм һуҙылып торорлоҡ итеп ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы 4 тигеҙ өлөшкә бүлергә лә, пленка менән ҡаплап, һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Әфлисунды яҡшылап йыуырға ла (тышын әрсергә кәрәкмәй) иттартҡыс аша үткәрергә.

Тарттырылған әфлисунды 100 г шәкәр һәм крахмал менән бергә ҡушып болғап, табаға һалырға һәм утта ҡуйырғансы бешереп алырға (процесс 1-2 минут самаһы ваҡытты ала), һыуытырға.

Һыуытҡыстан ҡамырҙың бер киҫәген алырға, дүрткел итеп йәйергә. Уның өҫтөнә әфлисундың дүрттән бер өлөшөн тигеҙләп йәйергә лә, ыҡсым ғына итеп рулет итеп төрөргә.

Үткер бысаҡ ярҙамында сама менән 3-4 см булырлыҡ итеп өлөштәргә ҡырҡып сығырға.

Шул уҡ процедураны ҡалған ҡамыр киҫәктәре менән дә зшләп сығырға.

Формаға теҙеп һалып, 180 градусҡа тиклем йылытылған духовкала 15-20 минут бешерергә кәрәк.

Авторы Тамара.