Эстәлеккә күсергә

Әғләм Шәрипов ижады/Аң булайыҡ, һаҡ булайыҡ!!!

Викидәреслек проектынан

Аң булайыҡ, һаҡ булайыҡ!!!

[үҙгәртергә]

Был апайҙың һөйләгәне бик оҙаҡ уйландырҙы мине. Ул үҙ хәбәрен, бәлки, кемдер был хәлдән һабаҡ алыр, тип тамамлап ҡуйғайны. Уның һөйләгәндәрен тыңлайыҡ әле.

Уйламағанда-көтмәгәндә ағайымдың донъяһына бәлә килде — ҡапыл ғына еңгәм хәмер ҡолона әйләнде лә ҡуйҙы. Аптырамалы инде, элек ауыҙына ла ҡабып ҡарамаған еңгәм бына хәҙер эсә инде. Шуныһы аяныслы, беҙ был хәлде белмәй ҙә ҡалдыҡ. Хатта унан бөтөнләйе менән ситтә тороп ҡалдыҡ. Беҙ, тигәнем, ағайымдың туғандары инде. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Ағайымдан ҡала мин, шунан тағы ике ҡустым бар. Бөгөн барыбыҙҙа матур донъя көтәбеҙ. Барыбыҙҙыңда үҙ ғаиләләре бар. Ә шулай ҙа, битараф булғанбыҙ, тип әйтеп булмайҙыр. Һәр кемдең үҙ донъяһы, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, тигәндәй. Төрлөбөҙ төрлө ерҙә донъя көтә. Әйтергә лә түгел, һирәгерәк осрашабыҙ шул. Йылына бер икене генә оло байрамдарҙа күрешәбеҙ. Ә башҡа ваҡытта күберәген телефон аша ғына хәлде белешәбеҙ. Унда ла урыҡ-һурыҡ ҡына, өҫтән-мөҫтән генә. Хәҙер күптәр шулай донъя көтә бит. Нишләйһең, заманаһы шулай. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ тормошоноң ығы-зығыһында ҡайнаған, ағайымдар матур йәшәй икән, тип уйлап тик йөрөгән.

Әле аптырап ҡуям. Нишләп мин ара-тирә килеп торған сәләмдәргә ихтибар итмәнем икән?! Үҙегеҙ беләһегеҙ, насар хәбәр атлап-югереп түгел, ә осоп йөрөй. Килмәне түгел, килде бит инде ундай сәләмдәр. Хатта минең үҙемде урамда осратып, еңгәңдең хәле шулайыраҡ бит әле, әрәм булып йөрөй, берәй сараһын нишләп күрмәйһегеҙ, тип әйтеп китеүселәрҙә булды. Әммә мин бындай хәбәрҙәргә, буш һүҙ, кеше нимә генә һөйләмәҫ, тигән кеүегерәк ҡараным. Ысын күңелдән әйтәләр, тип уйламаным. Матур донъя көткәндәренә көнләшәләр, беҙҙе талаштырыр өсөн шулай ҡыланалар, тип үҙемде тынысландырған булдым. Баҡтиһәң, гонаһ алым йөрөгәнмен, әйтеүселәр ысын күңелдән әйткән булған икән. Ә бына ағайымдың йомола төшөүенә, ҡунаҡтарға төрлө һылтау табып барырға тырышмауына, ваҡыты менән телефонды алмауына, һөйләшкән хәлдә лә ҡырыҫыраҡ яуап биргәндәренә бер аҙ иғтибар итергә кәрәк булғандыр.

Ә шулай ҙа бер көн барыһы ла асыҡланды. Ул көндө ағайым беҙҙе йыйып алды һәм шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр һалды — туғандар, түҙерлек хәл ҡалманы, еңгәгеҙ эсә! Мин аптырап ҡалдым... тип әйтеү бер аҙ алдашыу булыр ине. Унан бигерәк үҙеңде үҙең алдаған һымағыраҡ килеп сығыр ине. Белмәнем түгел, белдем бит инде. Бары күрмәмеш тә белмәмеш булып йөрөгән булдым. Әммә эштең былай уҡ тәрәнгә киткәнен белмәнем. Еңгәм ҡунаҡ-фәләндә генә бер аҙ байрам итеп алалыр, тип уйланым. Баҡтиһәң, ул был боҙоҡ эште башҡалар һымаҡ артыҡ оҙаҡҡа һуҙып тормаған, ни бары йыл самаһы эсендә төҙәтеп ала алмаҫлыҡ хәмер ҡолона әйләнгән икән. Бындай аяуһыҙ әсе хәҡиҡәтте белгәс, беҙ ысынлап аптырап ҡалдыҡ. Ағайымдың буштан-бушҡа беҙҙе йыймағанын, бындай ауыр һүҙҙәрҙе бушҡа әйтмәгәнен ултыра биргәс кенә аңлай төшәбеҙ. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлаша. Ипләп кенә ағайыма күҙ һалам. Ул өнһөҙ ҡараштарын тәҙрәгә төбәп ҡатып ҡалған. Ҡараштарымды еңгәйемә күсерәм. Уныһы башын түбән эйгән һәм ике усы менән битен ҡаплап шым ғына илай. Ирекһеҙҙән балаларға күҙ һалам. Береһенән береһе бәләкәй биш бала мөлдөрәшеп-аптырашып ҡарап ултыра. Һөйләп тормаһам да аңлашылалыр, был бик ауыр күренеш. Ауыр тын алып ағайым әйтеп ҡуя. “Бына шулай, туғандар, өйҙөң ҡото китте, балалар аслы-туҡлы йөрөй башланы, ҡыҫҡаһы, нимәлер эшләр кәрәк”.