Әғләм Шәрипов ижады/Нимә етмәне икән был ағайға!
Нимә етмәне икән был ағайға!
[үҙгәртергә]йәки нимә таптырҙы икән был психолог!
Хәлил ағай Һөйөндөков яҙған мәҡәләнән һуң миндә яҙып ебәрергә булдым әле бала шуҡлыҡтары һәм уларҙың тапҡыр яуаптары тураһында. Әлбиттә, улар күп, уларҙың күбеһе тормош ығы-зығыһы араһынла юғалып ҡала бара. Ә шулай ҙа уларҙың ҡайһы берәүҙәре һаманда иҫтә. Ошондай ҡыҙыҡ хәлдәрҙең береһе тураһында һөйләп китәйем әле.
Баланы мәктәпкә алып барам, тип арманһыҙ булынды, әй. Улым быйыл 1-се синыфҡа бара. Кейем-сумкаһын әллә ҡасан уҡ алып ҡуйғанбыҙ уның. Әммә бер әтнәкәһе бар икән был мәктәп эшенең. Баҡтиһәң, ошо баланы белем усағына алып барып тапшырам тиһәң, әллә күпме дөкәмит йыйыр кәрәк икән. Кәрәк дөкәмитте алыуы бер бәлә булһа, уны тапшырыуы икенсе бер бәлә икән. Етмәһә, ошо дөкәмиттәрҙе ҡабул итеүсе апай үҙ эшенә бик етди ҡарай. Миңә ҡалһа, хатта ғына ла үтә етди ҡарай. Бына әле мин шул апай алдында ҡыҙара-бүртеп, үҙемде ғәйепле кешеләй һиҙеп, башты эйенкеберәк ултырам. Сөнки тикшереүсе апай бик уҫал. Исмаһам, күңел өсөн бер йылмайһасы. Әле бына ул миңә тишерҙәй булып текәлеп ҡарап ултыра. Уның эш ҡаты, баштан-аяҡ ҡарап оҙаҡ ҡына өйрәнә ул мине. Шунан танауын соҡоп ултырған балаға бер килке ҡарап ултыра. Бер аҙ көрһөнә лә кире миңә текәлә был. Минең аңлауымса, тикшереүсе апай ошондай ысул менән был бала әллә минеке, әллә түгелме икәнен билдәләй. Шунан ауыр тын алып ҡуя. Бәйләнерлек артыҡ сәбәп таба алмағас, ҡыйын булып китәлер инде уға. Бары шунан һуң ғына мин алып килгән ҡағыҙҙарға текәлә. Һүҙҙә юҡ, тикшереүсе апайға бында тулы хөрриәт, тулы иркенлек һәм тулы иреклек. Бына ул иң өҫтә ятҡан ҡағыҙҙы ала һәм уға бары тик күҙ генә йөрөтә. Хатта күҙ ҙә йөрөтмәй, бары тик күҙ генә һала. Һәм ... шунда уҡ хата таба бит, әй, рәхмәт төшөкөрө был апай. Баҡтиһәң, был дөкәмиттә ҡултамға асыҡ күренмәй икән. Уныһы ҡағыҙҙың бөкләнгән еренә тап килгән, ҡәһәрең. Икенсе дөкәмит менән дә шул хәл ҡабатлана. Уға күҙ һалғас, хатта үҙемә “ҡыйын” булып китә. Унда түңәрәк мисәттең бәләкәй генә өлөшө сыҡмаған икән дәбаһа. Ә ул мотлаҡ май ҡояшы һымаҡ түп-түңәрәк булырға тейеш икән, эт талағыры. Ҡарышҡанҡа ел ҡаршы, тигәндәй, өсөнсө дөкәмиттә яраҡһыҙ булып сыға. Был дөкәмиткә, киреһенсә, бер ниндәй ҙә мисәт кәрәкмәй икән. Бары тик шаҡмаҡ штамп булһа, шул етә, тей оҙаҡ йәшәгере тикшереүсе апай. Ә мин, шыр алйот, яртаҡыл, шапылдатып мисәт “һуғып” тик ултырғанмын. Һәм башҡаһы, һәм башҡаһы инде. Бына, ниһайәт, мин алып килгән барлыҡ ҡағыҙҙарҙы ҡарап бөтә ауырымай үлгере апайым. Шунан тағы миңә текәлә. Ярай, тей ул, был етешһеҙлектәргә күҙ йомам, малайыңды мәктәпкә алып килерһең. Ҡыуаныстың сиге юҡ, әй. Ауыҙыңа бал да май, мәйтәм, апай. Был донъяла һәйбәт кешеләр күп шул, был донъя ошондай матур кешеләр менән матур, тип ҡыуанам. Әммә тикшереүсе апай мине күктәргә күтәреп ебәргәндән һуң ҡапыл ғына кире ергә төшөрә. Дөрөҫөрәге, һеңдерә һуға.
— Психологтан справка юҡ! Шуны алып кил!
Бер нимә эшләп булмай, башты эйеп кенә сығып китәм. Икенсе көнө үк таң менән малай менән сығып киттек психологты эҙләп. Апаруҡ эҙләп йөрөп саҡ барып таптыҡ уны. Дөрөҫөрәге, уны тапманыҡ, ә уның бүлмәһен таптыҡ. Оҙон коридорҙың иң осонда икән. Шуныһы ҡыҙыҡ. Кешеләрҙән, психологтың бүлмәһе ҡайҙа икән, тип һораһаң, улары һиңә бер психҡа ҡараған кеүек ҡарайҙа ҡуя, әй. Бына әле беҙ малай менән психолог бүлмәһе эргәһендә уралабыҙ. Бында кешеләр күп. Кисә таныша башлаған “классташтарҙың” һәр кеме үҙ “бәпкәһе” менән мәж килә. Кеше ыңғайына беҙ ҙә сират алдыҡ. Балаларын етәкләгән ата-әсәләр килеп кенә тора. Беҙ ни бары ярты сәғәт самаһы торҙоҡ, ә шул арала апаруҡ кеше йыйылып китте. Сираттағыларҙың үҙ-ара шыбырлашып һөйләшкәндәренән ошо хәл аңлашыла. Баҡтиһәң, теге тикшереүсе апай психологтан дөкәмит алыу хаҡында беҙгә әйтергә бөтөнләйе менән онотҡан икән. Ул был турала күршеһенә әллә көлөп, әллә көлә яҙып һөйләп торған. Ә күршеһенең һеңлеһе беҙҙең “классташ” икән. Бына шулай. Юкә телефон шәп эшләй шул. Бөгөн шуға сират күп икән. Кеше ыңғайына мин дә һүҙ ҡыҫтырам. Мәйтәм, алай онотҡас, ул үҙе лә психологҡа күренеп сыҡһа шәп булыр ине. Тыйнаҡ ҡына көлөшөп алған булабыҙ.
Бына бер мәл психолог беҙҙе икешәрләп ҡабул итә башланы. Сиратты тиҙерәк бөтөрөү маҡсатында инде. Икәү икәү инде, сират һиҙелерлек кәмене. Ниһайәт, психолог кабинетына инеү бәхете миңә лә тәтене. Мин малайҙы, ә “классташ” ҡатын үҙенең ҡыҙын етәкләп инде. Психолог беҙҙең һаулыҡты баш ҡағып ҡына ҡабул итеп алды ла һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
— Ултырығыҙ. Икегеҙ ҙә анау ятҡан өҫтәлдән ҡағыҙ алығыҙ ҙа миңә ағайҙы (ҡыҙ-балаға күрһәтә) һәм апайҙы (минең малайға күрһәтә) тиҙ генә эшләп бирегеҙ.
Эшһеҙ йонсоған балалар эшкә ихлас тотондо. Ҡыҙ-бала ағайҙы тулыһынса эшләй башланы, ә минең малай нишләптер апайҙың башын ғына эшләргә ҡарар итте. Күҙ һалып торам, ҡыҙ-бала апаруҡ оҡшатып эшләй. Тәүҙә ағайҙың башы, ике ҡулы, кәүҙәһе, ике аяғы барлыҡҡа килде. Шунан башына апаруҡ таушала төшкән кепка кейеп алған булды. Күлдәгенең бер яғы бер аҙ оҙонораҡ, икенсе яғы әҙ генә ҡыҫҡараҡ килеп сыҡты. Аяҡтар менән дә шул уҡ хәл. Улары апаруҡ салышыраҡ булды ла ҡуйҙы. Таҡмаҡта йырлағанса, “ике аяғы тигеҙ булһа, бейер ине оҫтараҡ”. Ә былай, нисауа. Беренсе синыф балаһына буйтым бара. Ә минең малайҙың футбол тубына оҡшап торған апай башы хатта ғына ла “матур”. Уның күҙҙәре ҙур ғына, ҡаштары ҡыйғас ҡына, танауҙары уймаҡтай ғына, сәс толомдары бөҙрә генә, ирендәре бүлтәйеп кенә тора. Ҡыҫҡаһы, ҡарар күҙгә нисауа ғына апай килеп сыҡты. Психолог нимә тип әйтер инде. Ә минең нишләптер көлкө килә.
Психолог һүрәттәргә бер генә күҙ һирпте лә ағай һүрәтенә төртөп ошолай тине:
— Ағайға нимә етмәй!?
Күҙҙәрен селт-селт йомоп алды ла ҡыҙ-бала һүрәткә текәлде. Үҙ балаһы өсөн борсолған әсәйҙә текәлде был һүрәткә. Аллам һаҡлаһын, балама кәрәкле дөкәмит бирмәй ҡуймаһын был психолог тигәндәре, тип борсола ул. Ҡыҙыҡ күреп ситтән генә мин дә күҙ һалып торам был һүрәткә. Миңә ҡалһа, унда бөтәһе лә бар. Баш бар, сәс бар, танау бар, ҡолаҡтар бар, ике күҙ бар, кәүҙә бар, салыш аяҡтар бар, ҡул бар ... Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә бар. Ҡыҙ-бала һәм уның әсәһе аптырап психологҡа ҡарай. Ә уға ҡыҙыҡ булып китте, буғай. Ул мәкерле йылмайып һаман нимәлер таптыра:
— Йә-йә, нимә етмәй был ағайға!
Минең малай эшләгән апай бөтөнләйе менән онотолдо. Хәҙер ағай һүрәтен уртаға һалып дүртәүләп ентекләп ҡарайбыҙ. Тамам аптыралды бит, әй. Баш-зиһен етмәй. Ағайҙы ентекләп ҡарайбыҙ, ә шулай ҙа уға нимәлер етмәгәнен һис кенә лә төшөнә алмайбыҙ. Ә психолог тауышына бер аҙ ҡатылыҡ өҫтәп һаман үҙенекен тылҡый:
— Һуңғы тапҡыр һорайым — нимә етмәй был ағайға!
Тағы текәләбеҙ “етлекмәй тыуған” ағайға. Мин аптырап өмөтлө күҙҙәр менән психологҡа ҡарап-ҡарап алам. Ярҙам итеп ебәр әле, йәнәһе. Һин дә ир кеше, мин дә ир кеше, минең баһаны төшөрмә, йәнәһе. Юҡ, эт талағыры нәмә, яҡын барырлыҡ кеше түгел икән. Ярҙам итергә уйында ла юҡ. Һүрәткә башы менән генә ымлай. Йәнәһе лә үҙең уйла, башыңды эшләт. Әммә минең зиһен-зирәк сәй-шәкәрлек кенә күрәһең. Баш етмәй бит барыбер. Көсһөҙлөктән хатта илағылар килеп китә.
Шул мәл минең малай ихлас көлөп ебәрә. Бөтәбеҙ ҙә еңел тын алып ҡуябыҙ. Маладис, улым, тип әйтәм эстән генә, ҡотҡарҙың барыбыҙҙы ла, исмаһам, һинең башың етте. Ғорурлыҡтан хатта кәүҙә турая төшә. Малайҙы әйтәм, миңә оҡшап аҡыллы ғына булмаҡсы ул. Бына бит, ағайға нимә етмәгәнен бары ул ғына төшөнгән. Ҙур өмөт менән барыбыҙҙа уға текәләбеҙ.
— Ағайҙың бит шуныһы юҡ!
Бындай “тапҡыр” яуаптан асыҡ ауыҙҙарҙы ябырға онотоп беҙ барыбыҙҙа бер мәлгә шаңҡып ҡалабыҙ. Ней көлөп булмай, ней маҡтап булмай, ней әрләп булмай, ней берҙе еңелтә генә эләктереп булмай. Яуап балалар теле менән күпкә йомшаҡ итеп әйтелһә лә ул бик көслө булды бит, әй. Шул арала ... ҡыҙ-баланың ҡулынан әсәһе ҡәләмде тартып алып өлгөрә. Уныһы ихласлап ағайға был өҫтәмәне индереү эшенә тотонған икән. Ә минең нишләптер көлкө килә. Юҡ нәмәне таптырып торған психологҡа шәп булды, үсем уға, ип уйлайым мин. Әммә психолог үҙен тиҙ ҡулға ала, минең справкаға үҙ ҡултамғаһын ары-бире сыймаҡлай һәм бармағы менән ишек яғына күрһәтә.
— Йүнһеҙ малайыңды ал да тай минең кабинеттан!
Йүнһеҙ малай менән кемуҙарҙан йүгереп тигәндәй сығып киттек уның бүлмәһенән.
Аҙаҡ теге тикшереүсе апай:
— Ҡултамғаңды ниңә улай батырып ҡуйҙың, улай бит ярамай, был бит дөкәмит, — тей.
Аптырағас, ҡабат улайтмаҫмын, тинем инде.
Ә шулай ҙа был ябай һорауға бөгөн дә яуап юҡ әле. Ысынлап та, нимә етмәне икән был ағайға?! Баш бар, ҡул бар, аяҡ бар, кәүҙә бар, ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә бар. Ә психолог бит нимәлер таптырҙы. Бына шуны һаман белгән юҡ әле.