Эстәлеккә күсергә

Әғләм Шәрипов ижады/Урыҫса-башҡортса һөйләшеү

Викидәреслек проектынан

Урыҫса-башҡортса һөйләшеү

[үҙгәртергә]

Һөйләшкән ваҡытта беҙ ваҡыты менән урыҫ һүҙҙәрен ҡушып ебәрәбеҙ. Был хәл, әлбиттә, һөйләшеү телмәрен күпкә боҙа төшә. Әммә бына ошо кире хәлде бик үҙенсәлекле итеп ҡулланыусылар бар. Минең “урыҫ знакум” ошо шаяндар исемлегендә.

Күптә-ә-ә-ән ненавижу и хожу!

[үҙгәртергә]

Баҙар. Халыҡ гөжләй. Кемдер тауарын маҡтай-маҡтай һата. Һатып алыусылар дыу килеп һатыулаша. Ҡыҫҡаһы, баҙар гөж килә. Бына бер мәл “урыҫ знакум” ҡоласын йәйеп берәүҙе ҡосаҡлап ала.
— Һау ғынамы, ҡоҙа! Хәлдәрең нисек!

Тегенеһе эскерһеҙ ихласлыҡ менән әйтелгән был һүҙҙәргә майҙай иреп китә.
— Хәлдәр аллаға шөкөр, ҡоҙа! Барыһы ла имен-аман!

Осрашыу шатлығынан бер аҙ һыуына төшкәс, “урыҫ знакум” һүҙен дауам итә:
— Һине күреүемә бик шатмын, әй! Мин бит һине күптә-ә-ә-ән ненавижу и хожу!

Бындай шаяртыуҙы аңлағаны көлөп ҡуйыр. Һәм йәнле һөйләшеү ары дауам итер. Ә аңламағаны... ә бына уға аңлатырға тура килә инде. Күптәр аңғарғандыр инде. “Урыҫ знакум”: “Мин бит һине күптә-ә-ә-ән күрә алмай йөрөй инем”, — тип әйтте.


Әҙ генә собака!

[үҙгәртергә]

Бура бурайҙар. Эш һәүетемсә генә бара. Ағастағы тегеләй-былай шылдырып уның килешле урынын самалайҙар. “Урыҫ знакум” өйрәтеп тора:
— Ҡустым, һин әҙ генә собака. Ай, әттәгенәһе. Мин һиңә улай уҡ собака тимәнем дә инде. Үтә лә китә ағасың. Хәҙер кирегә әҙ генә собака.

Һиҙгәнһегеҙҙер, “урыҫ знакум”, бүрәнәне тегеләй эт, былай эт, тип өйрәтеп тора.

Стреляй тотторманы!

[үҙгәртергә]

— Нишләп урманға барманың?
— Стреляй тотторманы.
— Тағы ниндәй стреляй тотторманы!
— Белмәйем инде. Әллә бер нәмәнән өрккән, әллә бер нәмәнән ҡурҡҡан. Кәртә буйлап сабып тик йөрөй. Саҡ типмәне үҙемә. Бер ҙә улайтҡаны юҡ ине...

Ошо мәлдә генә һүҙҙең ат тураһында барғанынын аңлап ҡалаһың.

Человек умирал!

[үҙгәртергә]

“Урыҫ знакум”дың берәүгә урман юлын өйрәткәнен тыңлап торам әле.
— Ауылдан сыҡҡас, һырттан китәһең. Бер аҙ бара биргәс, йылға үҙәгенә барып төшәһең. Күп тә бармайһың, элекке утар урынына барып етәһең. Утарҙы һулға тартып сығып кит. Уңға тартып ҡуйма, унда человек умирал. Абайлап ҡараһаң, моғайын, аңғарырһың. Ҡайһы бер урында ҡоламаған бағаналары әле лә бар...

Барыһыла аңлашыла кеүек. Человек умирал, тигәне генә бер аҙ аптырауға һала.
— Ә унда ниндәй кеше үлеп ята?
— Кем белә инде уны. Берәү генә түгел, апаруҡ мәрхүмдәр яталыр инде унда. Урындары йәннәттә булһын. Заманына күрә утар ҙур ғына булған бит...

Ошо мәлдә генә һүҙҙең зыярат тураһында барғанына аңғара төшәһең.