Эстәлеккә күсергә

Әғләм Шәрипов ижады/Ҡарағай башында ... бабай!

Викидәреслек проектынан

Ҡарағай башында ... бабай!

[үҙгәртергә]

Күрше ауылға эш буйынса барғайным. Иҫәп буйынса төштән кире ауылға ҡайтырға ине. Әммә уныһын-быныһын эшләгәнсе һуңға ҡалынып кителде. Ана сығам, бына сығам тигәнсе көн кискә лә ауышты. Ә ҡайтыр кәрәк. Ҡайтмайынса бер нисек тә булмай. Шуға, әллә бөгөн йоҡлап иртәгә ҡайтырға микән, тигән уй башҡа ла инеп сыҡмай. Әйткәндәй, ул заманда беҙ күберәген йәйәү йөрөнөк. Бының ҡыйынлығын артыҡ һиҙмәнек тә, буғай. Шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул иттек. Бына әле миңә лә хәҙер ун ике саҡырым араны йәйәү тәпәйләр кәрәк. Ярай, мәйтәм, йәйге көндөң бауыры оҙон. Моғайын да, имен-аман ҡайтып етермен. Әгәр сәғәтенә биш-алты саҡырымды үтһәм... Әгәр әҙ генә шәберәк атлаһам... Әгәр ара-тирә йүгереп барһам... Әгәр шул урында бер аҙ ял итеп алһам... Бындай уйҙарҙан һуң хатта ғына ла күңелле булып китә. Мәйтәм, насип итһә, өс түгел, ә ни бары ике сәғәт эсендә өйҙә булырмын әле.

Йәш саҡ – дыуамал саҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән. Бына бит, әй, эңер мәле күптән үткән, күҙ бәйләнеп ҡараңғы төшкән. Ә мин ҡара урман буйлап япа-яңғыҙ һыҙғырып китеп барам! Әле уйлап ултырам. Хәҙерге йәш һәм хәҙерге аҡыл булһа, төнгә ҡарай урманға табан мылтыҡ терәп торһалар ҙа бер аҙым атламаҫ инем. Ә әле ҡурҡыу-өркөү юҡ. Айыу-бүре йә ен-шүрәле осраһа тигән уй башҡа ла инеп сыҡмай. Улай ғына ла түгел, ярай әле бесән мәле, тип ҡыуанып китеп барам. Тапҡанмын инде ҡыуаныр нәмә. Йәнәһе лә бына ошо мәлдә ошо бәләкәй генә һуҡмаҡта оло юлға әйләнеп китә. Йәнәһе лә шуға атлауға йәпле. Уныһы шулай инде. Бесән мәле бит. Был мәлдә кемеһе арба, кемеһе матай менән йөрөп юлды апаруҡ тигеҙләп бөткән була.

Һуҡмаҡ киң, атлауы иркен, кәйеф шәп. Һәлмәк кенә атлап барам. Ауылда булғанда, йүгерә-атлай барһам..., шулайтһам-былайтһам... тигән уй күптән инде һүнгән. Ошолай тыныс ҡына атлап барған мәлдә ҡапылдан ғына күңелде нимәлер өйкәй төшә. Әллә йөрәк, әллә ҡабырға, әллә янбаш ауыртырға уйлай инде, тип уйлап ҡуям мин. Әммә бер мәл был өйкәү оторо көсәйә төшә. Хатта күңелем бер аҙ һулҡылдай биреп ҡуя. Башымдағы бар зиһенде бер урынға туплап эштең нимәлә икәнен аңларға тырышып ҡарайым. Юҡ, аңлап булмай. Бер мәл был өйкәү көсәйә төшә. Һәм атылған уҡ һымаҡ йөрәккә килеп ҡаҙала — ә теге шомло урынды нисек үтергә?! Мин аптырап туҡтам ҡалам. Бәләкәй генә башым аша төрлө уйҙар йәшен тиҙлегендәй үтеп китә. Нишләп был турала онотҡанмын?! Нисек иҫтән сыҡҡан?! Ә хәҙер ни эшләргә?! Бер аҙға бер урында тапаным ҡалам. Кире боролор инең, сама менән ярты юл үтелгән. Алға табан атлар инең, йөрәк көҙгө япраҡ һымаҡ бына өҙөләм, ана өҙөләм тип өлпөлдәп тора. Шул кәрәк һиңә асыҡ ауыҙға, тип үҙемде әрләп алам.

Ә теге урын бигерәк шомло шул. Бына шул урында, әгәр ысын була ҡалһа инде, кешеләргә ара-тирә бер бабай осрай икән. Кәүҙәгә әллә ней ҙур түгел, имеш. Күргән кешеләр, башындағы түбәтәйе-нейе менән метр самаһы барҙыр, тей. Бына шул бабай апаруҡ кешегә осраған. Бер мәл ул берәүгә бына ошолай тап булған. Бына шул фәлән ағай минең һымаҡ ошо һуҡмаҡ буйлап был яҡтан атлап килгән. Һәм текә үрҙән аҫҡа табан атлай башлаған. Ә теге бабай теге яҡтан атлап килгән булған. Фәлән ағай уны күреп аптырап ҡатып ҡалған. Ә был бабай тыныс ҡына юлдан ситкә сыҡҡан. Һәм эйәге менән, әйҙә үт, тип ымлаған. Теге ағай уның эргәһенән генә үтеп киткән, ә теге бабай уны ҡарашы менән генә оҙатып ҡалған. Был ағайҙың нисек йөрәге ярылмағандыр инде, уныһын әйтә алмайым. Ә шулай ҙа был ағай аҙаҡ, әллә нишләп ҡуш ҡуллап һаулыҡ һорашманым, уңайһыҙ булды, итәғәтһеҙ кеше икән, тип уйлағандыр әле, тип үкенгән, имеш. Ә бер мәл фәлән ағай уның һыйырҙарҙы ауыл яғына ыңлайлатып ҡыуып йөрөгәнен күргән. Һәм бар эшен онотоп ауыл яғына кире сапҡан. Бер ҡыуа башлағас, ауылға еткергәнсе ҡыу инде, тип ҡысҡырырға баш етмәгән, тип борсолған, имеш, был ағай аҙаҡ. Ә бер мәл был бабай утын тейәп ҡайтып килгән бер ағайҙың арбаһын текә үргә ҡарай этешеп сығарып ебәргән. Ысынмылыр-бушмылыр, тегенең аты тауҙы югереп тигәндәй менгән дә ауылға еткәнсе сапҡан. Был ағай лысма тиргә, ә аты ап-аҡ күбеккә батҡан, тей. Ә шулай ҙа был ағай аҙаҡ, эх, белгәндә утынды күберәк тейәр инем, тип ҡайғырып йөрөгән, имеш. Бына ошо һүҙҙәр ысын була ҡалһа, был бабай берҙә ямаҡайға оҡшамаған бит, тип тыныслана биреп ҡуям мин.

Күңел бер аҙ тынысланды. Ә теге бабайлы урынға еткәс..., саҡ мине ташлап китмәне. Алда ниндәйҙер тауыш килә бит, әй! Кемдәрҙер һөйләшә! Бәлки, ҡолаҡҡа ғына ишетеләлер, тип үҙемде ышандырырға тырышам. Юҡ, ысынлап кемдәрҙер һөйләшә! Ҡуҙғалырға түгел, тын алырға ҡурҡып күпме торғанмындыр инде, уныһын белмәйем. Бер мәл нисектер ҡурҡыу үткәндәй булды. Хатта нисектер бар донъяға битараф булып ҡалынды. Тимәк, миңә теге ысын донъяға тап ошо урында күсергә яҙылып ҡуйылғандыр инде, тигән уй күңелдә нығына биреп ҡуя. Ә үр аҫтындағы тауыш йә көсәйә төшә, йә бер аҙға тынып ҡала. Бер мәл шуға иғтибар итәм — ике кеше һөйләшә! Береһе ир кеше тауышына, ә икенсеһе ҡатын-ҡыҙҙыҡына оҡшай. Әллә, мәйтәм, теге бабай әбейе менән бергә йөрөп ята микән?! Миңә ҡалһа, әбей бабайын әрләй, буғай. Эшкинмәгән, булдыҡһыҙ, һинең арҡала ошондай хәлгә ҡалдыҡ, тигәнерәк һуҡраныу һүҙҙәрен асыҡ аңғарып ҡуям. Бабайы нимәлер тип мыңғырлап яуап бирә. Вәт әй, тип уйлап ҡуям, әбейҙәр бар ерҙә лә бер үк икән. Бында ла әрләйҙәр, тегендә лә, тигәндәй!

Мин ни эшләргә белмәйем ҡатып тора бирәм. Бына ошо саҡта мейе эшләмәй, ә ҡулдар эшләй икән! Бына ошо ҡулдар ипләп кенә рюкзакты арҡанан ала һәм уның эсенән бысаҡты эҙләй башлай. Әле уйлап ултырам. Шул мәлдә ҡурҡыу шул хәтлем көслө булғандыр инде. Билдән төшөрмәгән бысаҡты рюкзак эсенән эҙләп торсо әле. Бысаҡ, әлбиттә, рюкзакта юҡ. Ә минең бармаҡтар уның төбөнән ниндәйҙер түңәрәк нәмәне табып ала. Нимә икәнен ҡапыл-ғара аңлай алмай торҙом әле. Шунан ҡапыл иҫкә килеп төшә. Фонарик бит был. Ҡулдар ипләп кенә рюкзакты кире арҡаға элә. Ҡулыма фонарикты алыу менән, аллаға шөкөр, мейе эшләп китә. Мин алға табан ҡыйыуһыҙ ғына тәүге аҙымды, шунан икенсеһен, тора-бара өсөнсөһөн яһайым. Минең уй ошолай: аңғармаҫтан барып сығырға, бабайҙың күҙен фонариктың уты менән сағылдырырға, ә әбейен... уныһын осора тибергә лә (әбейҙәр ныҡ була бит ул, бирешмәҫ әле) алға табан уҡ һымаҡ осорға!

Яйлап ҡына атлап килә биргәс, мин тегеләрҙең тауышын ғына түгел, үҙҙәрендә төҫмөрләй төшәм. Нисәү икәнен аңлап булмай. Әллә икәү, әллә өсәү инде улар. Бер аҙ тыңлап торғас, эштең айышына төшөндөм бит, әй. Һәм еңел һулап ҡуям. Былар бит бесәнселәр! Был йәш ғаилә һуҡмаҡтың һөҙәк яғынан матайҙарын һүндереп өйөп килгәндәр. Йәнәһе лә бензинды бушҡа яҡмайҙар. Ә бына тап ошо шомло ерҙә иҫке генә матайҙары эшләмәгән дә ҡуйған. Теге бабайҙың ғына касафаты, ул ғына матайҙы эшләтмәне, тип ҡурҡа икән былар. Ә мин, үҙ сиратымда, уларҙан ҡурҡҡанмын икән. Һәм ошо мәлдә ҡапылдан ғына башҡа хәтәр уй килә — быларҙы бит шаяртып-ҡурҡытып алырға була!

Мин бесәнселәргә апаруҡ яҡынлай төшәм. Юл ситендәге имәнгә һөйәнәм һәм фонарикты уларға табан төбәйем. Һәм уның бар яҡтылығын уларға табан йүнәлтәм! Һүҙҙә юҡ, минең шаяртыу үтә ҡаты килеп сыҡты. Ҡап-ҡараңғы төндә ҡапыл яҡтылыҡ барлыҡҡа килгәс, теге икәү саҡ телһеҙ ҡалманы. Күҙкәйҙәрен селт-селт йомоп миңә ҡарап ҡаттылар ҙа ҡалдылар. Иҫтән яҙып ҡына ҡуймаһындар, урманға табан сабып сығып китмәһендәр, үҙемә ташланып ҡуймаһындар, тип үҙемдең ҡот осто. Шуға мин тауышымды мөмкин тиклем яғымлы итеп уларға өндәшәм:
— Сәләм, сәләм! Бесәндән ҡайтып килеүме? Матай боҙолдомо?
Телһеҙ ҡалған теге икәү миңә ҡарап һаман ҡатып тик ултыралар. Бер аҙ торғас ир кеше үҙенең эсенән ниндәйҙер тауыш сығара ала.
— Һаумы, ағай.
Үәт, мөғжизә, ҡараңғы төндә минең ағай икәнде ҡайҙан беләлер инде. Тора биргәс, ҡатыны телгә килә.
— Биш күбә күбәләнек.
Миңә тимәһә, илле күбә күбәләмәйһегеҙме, тип әйтеп өлгөрмәнем, бесәнсе ҡатын йәлләткес кенә тауыш менән өҫтәп ҡуя.
— Өйҙә ике бала яңғыҙҙары ҡалды. Нишләп кенә ултыраларҙыр инде.
Әммә бөгөн мин изге. Шуға мин “изге” тауыш менән яуап бирәм.
— Ошо балаларығыҙ хаҡына ярҙам итергә уйлап торам әле. Хәҙер мин яҡтыртып торам, ә һеҙ матайығыҙҙы ремонтлағыҙ.
Ир-бесәнсе тәүҙә ҡыйыуһыҙ, тора-бара ихласлап матайҙы соҡорға керешә. Ара-тирә минең яҡҡа күҙ һалып ҡуя. Шунан ҡатыны бер аҙ көрәйгән тауыш менән әйткән була.
— Ярай әле, һеҙ килеп сыҡтығыҙ.
Этлеккә, мәйтәм, баш шәп эшләй шул. Минең “тапҡыр” яуап уларҙы кире хөртәйтә төшә.
— Һеҙ, тип... һеҙ кемде әйтәгеҙ ул.
Ҡатындың тауышы тағы мөшкөл генә.
— Һуң... кем тип... кеше килеп сыҡты... тип әйтеүем инде.
Ә минең яуап уларҙы саҡ иҫтән яҙҙырмай:
— Ә һеҙ нишләп мине кеше тип уйлайһығыҙ?
Бындай яуаптан һуң ирҙең хатта ҡулынан асҡысы төшөп китә.
— Һеҙ, ағай... беҙҙе... улайтып... ҡурҡытмағыҙ инде.
Мин мөмкин тиклем тыныс яуап бирергә тырышам:
— Ҡурҡмағыҙ минән. Теймәйем мин һеҙгә.
Бесәнселәр тағы телһеҙ ҡала. Шунан мин әйтә ҡуям:
— Яҡтылыҡ етмәһә, әйтегеҙ. Мин икенсе күҙемде лә тоҡандырырмын.

Көлкө инде. Йәнәһе лә әле мин әле бер күҙ менән генә яҡтылыҡ биреп торам. Әммә тегеләрҙә көлөү ҡайғыһы юҡ. Яҡтылыҡ етеңкерәмәй шул, икенсе күҙеңде лә тоҡандыр, тиһәләр нимә эшләр инем икән. Миндә бит фонарик берәү генә. Икенсе “күҙҙе” бер нисектә тоҡандырып булмай. Ошо “көлкөлө” уйҙар минең баштан үтеп китеп өлгәрмәй, ҡапыл тын ҡалған урманды яңғыратып матай эшләп китә. Ә ҡалғаны йәшен тиҙлеге араһында үтә. Матайҙың фонары тирә яҡты яҡтыға ҡаплай. Мин имән артына ҡарай ырғыйым. Шул арала минең эргәнән генә геүләп матай үтеп китә. Һәм ҡараңғылыҡҡа инеп юғала. Мәйтәм, ярай әле үҙем сос. Унан бигерәк ярай әле имән йыуан. Тегеләй була ҡалһа, билләһи, тапап китәләр ине.

Көлә-көлә әле генә бесәнселәр торған ергә киләм. Ҡурҡыуҙары шул хәтлем көслө булғандыр инде. Аҙыҡ-фәлән төрөп алған төйөнсөктәре, матайҙың асҡыстары ерҙә аунап ятып ҡалған. Уларҙы йыйып алып юл ситендәге ҡайын ботағына эләм. Иртәгә юл ыңғайы алырҙар әле. Әйткәндәй, аҙаҡ теге бесәнсе ир, нимә ҡарап тораһың, килеп ярҙам итеш, тип бушҡа әйтмәгәнмен әле, тип һөйләп йөрөгән, имеш. Мәйтәм, әйтерһең әйтмәй ҙә бындай саҡта. Ул бабай осрай ҡалһа, бына мин әйтә алмаҫ инем.

Көлә килә, артынан ҡыуа килә, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән. Үәт тормош, бая ғына мин бесәнселәрҙән ихлас көлөп тора инем. Ә хәҙер үҙемдең берҙә көлкө килмәй. Сөнки мин был шомло бабайлы урында япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Һәр ҡыштырлауға ҡолаҡ һалып тора инем, шул мәл... эргәлә генә кемдер көлөп ебәрҙе! Фонарикты шул яҡҡа йүнәлтһәм, имән ботағында... теге бабай көлөп ултыра!
— Ну, ҡыҙыҡ иттең тегеләрҙе.
Бер аҙ көлөп тынысланғас, һүҙен дауам итә:
— Күптән былай рәхәтләнеп көлгәнем юҡ ине. Рәхмәт инде һиңә.
Шунан тағы рәхәтләнеп көлөп ебәрә.
— Яҡтылыҡ етмәһә әйтегеҙ, икенсе күҙемде лә тоҡандырырмын, тип ебәргән булаһыңмы, әй!
Мин ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалам. Теге бабай битен усы менән ҡаплай төшөп миңә өндәшә:
— Күҙгә яҡтыртма әле!
Мин аптырап фонаригымды ергә юнәлтәм. Ә унда... эсен тырнай-тырнай сыйылдығы сығып бер сысҡан көлөп ята. Аптырап тегенең өҫтөнә баҫам. Ә уныһы минең табанды этә-этә шыуышып килеп сыға һәм күҙ менән ҡаш араһында теге бабайға әйләнә. Өҫтөн ҡаҡҡылап ала ла миңә әйтә: — Әйҙә, баҫтырыш уйнайыҡ. Һин ҡасаһың, ә мин һине тотам!

Ошо урынды уҡыған саҡта ҡайһы берәүҙәр дер ҡалтырап уҡып ултыраларҙыр әле. Юҡ шул, бындай ҡурҡыныс күренеш минең баштан ғына үтеп китә. Әгәр ысын була ҡалһа, кеше аҙаҡ бына ошолай һөйләр ине. Фәлән ерҙә һыу һөлөгө һымаҡ таҙа бер егет кешегә осрай икән... Ваҡыты менән бәләкәй генә бер бабайҙы етәкләп йөрөй... Ваҡыты менән ҡулында фонаригы була... Бындай ҡурҡыныс күренеште күҙ алдына килтергәндән һуң, мин йән-фарманға ауыл яғына ҡарай сабам. Билләһи, тип әйтәм, тиҙлек буйынса теге матайҙан бер ҙә ҡалышмағанмындыр ул.

Был хәл күптән булды инде. Ә шулай ҙа, әгәр теге бабай осрай ҡалһа инде, мине ҡыуып етә алманың бит әле, тип әйтергә уйлап йөрөйөм әле. (Һөйләүсене Әғләм Шәрипов тыңлап торҙо.)