Эстәлеккә күсергә

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/7-се бүлек

Викидәреслек проектынан
Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре

7-се бүлек

Яҙмышымда боролош

Асҡарға килгәс, дуҫты эҙләп, туғандарын таптым. Дуҫ ҡайтмаған икән. Ул ваҡытта шундай закон: һәр яңы кеше өс көн эсендә НКВД –ға учетҡа торорға тейеш. Мин дә килдем. Начальник саҡыртып индерҙе. Бик яҡшы итеп һөйләштек. Иртәгә тағыла килергә ҡушты. Ваҡытына килдем. Бер аҙ һөйләшкәс:

– Әйҙә, беҙгә эшкә паспорт өҫтәленә начальник булып кил, - ти.

Аптырап та ҡуйҙым. Унан ризалаштым. – Улай булғас, иртәгә 9-ҙа бында бул, - тип ҡайтарҙы.

НКВД – ға фәҡәт спецмедкомиссияынан үткәреп эшкә алалар, һаулығы ныҡ булғандарҙы ғына. Ә мин? Сатан. Ике ҡултыҡ тағы... Әллә асыҡ ғаилә тураһында һөйләшеүемме, начальник капитан Ғәзизов мине комиссияһыҙ эшкә алды. Үтә лә ҙур яҡшылыҡ эшләне! Бер бүлмәгә индек. Унда ике өҫтәл. Береһе буш. Икенсеһенең артында бер йәш ҡыҙ ултыра.

Начальник:

– Бына был Тәҡиә Нәҙерғолова була, - тип таныштырҙы, - Ә бына был Әһли Сөләймәнов, бөгөндән паспорт өҫтәле начальнигы. Таныш булығыҙ. Өйрәт. Аръяғына үҙе лә өйрәнер, - тине лә сығып китте.

Беҙ әйтерһең дә элекке таныштар, һөйләштек тә киттек.

Шулайтып 1944 йылдың 4 октябрендә БАССР НКВД 755 номерлы приказы менән ошо эште башланым. Минең өсөн ышанмаҫлыҡ хәл, был әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныслы үҙгәреш минең яҙмышта! Эштә командировкалар аҙ.

Минең объекттарға инә: 1. Кусим руднигы. Бында Магниттан тимер юлы килә. Алтын, баҡыр, тимер, тағыла ниндәйҙер руда ташыйҙар. Эргәһендә бик ҙур күл, Русса “Банное озеро”, тиҙәр. Хәҙер унда санаторий “Яҡты күл”. Күсем ауылы күренеп ята. 2. Елембәт руднигы. Хәҙер “Салауат” колхозы. Алтынға бай ине. Хәҙер бөттө инде. 3. Баҡыртау – исеме уҡ үҙе тураһында әйтеп тора. Әлмөхәммәткә яҡын ғына. 4. Буранғол леспромхозы. Ҡаҙмаш ауылынан ары. Урал тауҙары урманында. Лесхоз начальнигы латыш Обренский, минең эшемде үҙе эшләп алып килер ине. 5. Янгель зерносовхозы 6. “Красная Башкирия” совхозы.

Көтөлмәгән ҡайтыу

Оҙаҡ өнһөҙ юғалып тороуым өйҙәгеләргә ауыр ҡайғы тыуҙырған. Үҙемә ныҡ ышаныслыҡ тыуғас ҡына хат яҙҙым. Ауыл кешеләре мине мыҫҡыллап көлгәндәр. Йәнәһе, мин аҡылдан яҙғандар больницаһынан яҙғанмын. “Булмаҫ, буш, ялған, хыял”, тигәндәр! Был әсәйемә бигерәк ҡыйын булған, йөрәген әрнеткән. Айырыуса: “аяҡҡа баҫҡас бөтәгеҙҙе лә үҙ яныма алам” тигән һүҙҙәремә баҫым яһағандар.

Минең ҡайтып төшөү бер сенсация булды: теге “ҡотороҡ” ҡайтҡан тигән хәбәр таралып та китә. Үрге Муйнаҡ ауыл советына отмечаться итергә барам. Әйтерһең, зоопарктан хайуан киләме ни, сутылдашалар. Колхоз правлениеһына инеп: бына документтарым! Ҡарағыҙ! Уҡығыҙ! Белегеҙ! Кешеләргә аңлатығыҙ! Мин аҡылдан яҙған проходимец түгел! – тип өҫтәлгә һалдым. Кәнсәлә булғандар бөтәһе лә уҡып, белеп сыҡтылар. Был инде ғәйбәтселәрҙең ауыҙҙарын япты! Ун көн үткәс, Саракташ станцияһына колхоз бүлгән ылау менән оҙатып ҡуйҙылар. Мин Асҡарға ҡайттым.

Асҡарҙа

Эшемә өйрәндем. Яҡшы ғына бара. Тәҡиә менән бергә, дуҫ йөрөйбөҙ. Был ҡыҙыҡай күп кенә йәштәр менә таныштырҙы мине. Йәштәр тигәнем, ҡыҙҙар йыш ҡына ҡунаҡ ойошторалар. Унда Шәмсетдинов Муллабай да мин булабыҙ, башҡа бер кем дә юҡ. Был кисәләр бик шәп үтә. Йыр, бейеү, уйын. Шәп! Башҡа егеттәр көнләшеп беҙҙе туҡмарға ла самаланы, тик бик тиҙ һыуыттыҡ уларҙы!

Бер төркөм йәштәрҙе райком йыйып, культпоходҡа пленум ҡарары менән сығаһығыҙ, тине. Райкомдың беренсе секретаре байтаҡ ҡына оло йәштә - Хәлитов Сәмиғулла. Ул Ейәнсура районынан, Ғәббәстән икән. Бында яңы күсерелгән. Парткабинет хужаһы Хәмәдиев етәкселегендә 16 кеше посев алды доклад, концерт менәнауылдан ауылға сығып киттек. Мин “матур һүҙ” – шиғыр һөйләйем. Халыҡты шаян һүҙ менән рәхәтләнеп көлдөрәм. Байыш, Таштимер яғы, Ҡыҙыл һыуы буйлап киләбеҙ. Мандолинала ла уйнайым.

Таштимер ауылы

Был ауыл Ҡыҙыл һыуы буйында. Концерт айырыуса триумфально үтте. Минең мандолинала уйнауымды ҡат-ҡат һорап уйнаттылар. Яҙғы төн ҡыҫҡа. Мин квартирға ҡайтманым. Ҡыҙыл ярына килдем. Һыу буйлап йөрөнөм. Ҡыҙыл ташҡан. Таштимергә кисеүҙән сығырға сара юҡ. Аптырашып торғаныбыҙҙа райсовет председателе Кайбушев килеп туҡтағайны. Һимеҙ, шәп пар аттары менән Таштимергә сығырға торҙо ла, башта ике-өс ҡайта беҙҙе һыу аша сығарғайны. Шул арҡала беҙ концерт ҡуя алғайныҡ.

Хәҙер мин һыу буйында яңғыҙым тип хис иткәндә, тал араһында бер ҡатын-ҡыҙ моңло, һағышлы көйгә йырлап ебәрҙе. Мин күренмәҫ өсөн, тубыҡландым. Тыңлайым. Йыр тынғас, был ҡатын сеңләп-сеңләп, күлдәк иҙеүҙәрен йыртып, илай башланы. Мин ныҡ ғәжәпкә ҡалдым. Уны ҡыҙғандым, бөтә йөрәктән йәлләнем.

Өйҙә хужаға һөйләгәйнем, теге миңә шулай тип аңлатты. Туй бара икән. Күмәкләп Ҡыҙыл буйына килгәндәр. Бейешкәндәр, йырлашҡандар таңға тиклем. Шул саҡ егеткә Һуғышҡа китергә повестка алып килгәндәр. Тиҙ генә йыйынып, Магнит поезына оҙатып ҡайтҡандар. Бер ай ярымдан извещение килә. Тол ҡатын да түгел бит, кейәүгә сығып өлгөрмәгән ҡыҙ бала. Ҡаты ҡайғынан хыялый кеүек булды. Көн-төн иланы. Бер кем ярҙам итә алманы. Хәҙер ҡарт әбейҙәрҙән дә уны айырып булмай. Уға бары егерменсе йәш кенә...

Ошо тыңлаған көй миңә һенеп инде. Иҫтә ҡалды. Икенсе Этҡол мәктәбе уҡытыусылары менән “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендә мин сәхнә артында ошо көйҙө скрипкала нәҙек тауышта уйнайым. Был көй, сәхнә күренеше халыҡҡа ныҡ тәъҫир итте. Бөтә зал мышнап иланы! Тамашасылар:

– Ай-һай, беҙҙең уҡытыусылар артистарҙан артыҡ уйнаны! Йөрәк өҙгөс скрипка моңо әле булһа ҡолаҡта сыңлай... – тинеләр. Ул көйҙө “Ҡыҙыл буйы” тип атаным.

Еңеү көнө

Беҙ был шатлыҡты Әбйәлил районы менән Учалы, Челябинск өлкәһе менән сикләшкән “Трактор” колхозында РК КПСС икенсе секретары Морапталовтың һыбай килеп оран һалыуынан белдек. Әле генә тып-тын ауыл ҡырмыҫҡалай ҡайнаша башланы. Берәүҙәр өҙгөләнә, илай. Йәше юҡ. Ауыҙ ҙур асылған, шарылдай. Унан ҡурҡҡан бәләкәйҙәр сыулашып өйөрө менән илай.Йүгерешәләр, ләкин ҡайҙа, ни өсөн йугерәләр! Ауыл геүләп тора. Беҙ бөтәбеҙ бергә емерек клубҡа инеп йәшендек. Бара-тора баҫылдылар. Берен-бере тыйҙылар. Ипкә ҡалдылар. Парторг, бригадир, председатель, актив йыйылышып һөйләшеп, тимер мискәләр тейәтеп ике яҡҡа ебәрҙеләр. Ике арба Магнитҡа ебәрҙеләр. Беҙгә бөгөн концерт күрһәтмәҫкә, халыҡ менән бергә айырылғыһыҙ бер мәжлестә байрам итергә ҡуштылар.

Балаҫ, турпышалар йәйелде. Ҡул тирмәндәре алты-ете ерҙә бойҙайҙан он яһай. Икенселәре һалма йәйә, өсөнсөләре ҡырҡа. Көтҙән байтаҡ һарыҡ ите, йылҡы ите килтерҙеләрҙә аш һалдылар. Хәҙер инде халыҡ тынысланып, шат йөҙлө йөрөй. Берен-бере ҡосаҡлай, ҡотлай!

Кис

Күрше ауыл-бригада халҡы килеп тулды. Улар байрамса һаҡланған кейемдәрен кейгәндәр.Киткән подводалар ҙа ҡайттылар. Ике арбала мискәләр менән тулы араҡы. Магниттан төрлө тәмле-татлы нәмәләр, шәкәр-сәй тейәп ҡайттылар. Ҡараңғы төшкә төрлө яҡлап костер яндырҙылар. Яҡтылыҡ яҡшы. Аш та әҙер булды. Күп самауырҙар шыжлап ҡайнай. Балаларға, үҫмерҙәргә айырым әҙерләп ултырттыларҙа, уларға ҡараусы билдәләнеләр. Өлкәндәр иһә бик ҙур түңәрәк яһап ултырҙылар. Һан менән төркөмләп көрәгәсе билдәләп, мәжлес асыҡ тип иғлан иттеләр. Докладсы ла ҡыҫҡа эстәлекле һөйләне. Теләүселәр аҙ булды, һәр кем кешенең йөрәк яраһын яңыртмаҫҡа тырышып, байрам менән ҡотланы.

Мәжлес

Мәжлес ашау-эсеү менән барҙы. Иҫеректәр күп булыр тигән ҡурҡыу бушҡа сыҡты. Һәр бер иҫерә башлағанды ат менән өйөнә оҙата торҙолар. Улар ҡаршылашманы, сөнки уға етерлек ашамлыҡ-эсемлек һалдылар. Музыка – баян, гармун, ҡурай дәртләндереп кешеләрҙе бейетте, йырлатты. Ҡояш ҡалҡыуға таралдылар. Беҙ ҙә ялға яттыҡ. Иртән тороп йыуынып килдек. Кисәге урынға бөгөнгө халыҡ һыймаған. Өҫтәп урын йәйеп ултыртҡандар, ә бер ерҙә бер кем ултырмаған. Беҙҙең өсөн икән. Халыҡ гөж килеп, ура ҡысҡырып тост күтәрҙеләр. Унан тағы кискә тиклем уйын-көлкө, ашау-эсеү китте. Беҙҙе пар ат менән Ташбулат Ташбулат ауылына килтерҙеләр.

Ташбулат

Бында ла байрамса. Күңелле, яҡшы ҡаршылап ике өйгә урынлаштырҙылар. Улар беҙҙе көткәндәр, сөнки райкомдан да шылтыратҡандар икән. Яҡты йөҙ, аш -һыу етерлек, ләкин беҙҙең арала, улар уйлағанса түгел, араҡы эсеүселәр юҡ тиерлек. Ингән-сыҡҡан, үҙ кешеләрен һыйланыҡ. Концерттан һуң бер ергә йыйып, бай әҙерләнгән киске аш менән һыйланылар. Шулай итеп, район буйынса йөрөп иң аҙаҡ Ҡужанда, унан Асҡарға ҡайттыҡ. Бөтәбеҙҙе лә йыйып алып аҡсалата бүләк бирҙеләр. Асҡарҙа кис сығыш яһаныҡ.

Рязангә

Өфөнән паспорт өҫтәле начальнигы майор Почанин килде. Ул фәҡәт паспорт өҫтәле эшен тикшереп, отлично баһаһы менән протокол яҙып китте. Күп тә үтмәне телеграмма килеп төштө. 1945 йылдың 21 августы. Миңә Рязань ҡалаһына уҡырға китер өсөн Өфөгә килергә ҡушылған. 23 августа баш ҡалаға барып еттем, икенсе көндә ҡулға документ бирҙеләр. Самолет менән Мәскәүгә, унан –Рязангә осоп киттем. Был ҡалала начальниктар әҙерләү оператив школаға килеп индем. Ике йыл уҡырға тейеш инек. Срокты ҡыҫҡартып, бер йыл ғына уҡыттылар. Иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгө сәғәт 1-гә тиклем занятиелар бара ине. Госэкзаменды 1946 йылдың 27 августында тапшырҙыҡ. Латвия, Литва, Эстония, Кавказ, Украина, Дальний Восток яғына бүләләр. Мине ғаилә хәлен иҫәпкә алып, Өфөгә ҡайтарҙылар. Бында мин уголовный розыск буйынса оперативник булып ошо йылдың аҙағына тиклем эшләнем. Әсәй менән өләсәй ҡалаға килергә теләмәгәнгә, үҙ теләгем менән Баймаҡҡа юлланма алдым.

Баймаҡ

31 декабрь 1946 йыл Баймаҡҡа килдем. Бында күҙ асҡыһыҙ буран. Һыуыҡ! Отделениены көскә таптым. Бит туңған. Дежурный иң йылы кабинетҡа индерҙе. Был капитан Аблюзин Константин ине. Төн үтте. Сотрудниктар эшкә килә. Начальник майор Әҙелгареев һөйләшә генә башлағайны, телефон шылтырай! Тегендә лә, бында ла туңып үлгән кешеләр табыла. Үлгәндәр һаны район буйынса 250-гә етте, өшөнөүселәрҙең инде һаны юҡ. Мин Баймаҡ РОМВД-һында 1953 йылдың 17 сентябренә тиклем эшләнем. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йылы башынан Темәс педучилищеһына уҡырға ингәйнем инде. Рононың приказына ярашлы Икенсе Этҡол мәктәбендә физкультура һәм йыр дәрестәрен алып бара башланым.

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре