Эстәлеккә күсергә

Өйрәк (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Башы — көмөш,
    Мороно — ҡамыш.
  2. Бәләкәй генә еңгәсәй
    Аҡһай-аҡһай һыуға бара.
  3. Оса — лап-лап,
    Төшә — лап-лап,
    Йөҙә — шәп-шәп,
    Йөрөй саҡ-саҡ,
    Әкрен атлап,
    Кейеҙен ҡаплап.
  4. Бағаналары — ҡыҙыл, йорто — аҡ.
  5. Һоҫҡаҡ, борҡаҡ, йот тамаҡ,
    Һыу өҫтөндә ас тамаҡ,
    Йорт эсендә туҡ тамаҡ,
    Көҙгә етһә, юҡ тамаҡ.
  6. Ҡырҙа йөрөһә — ҡыр йәнлеге,
    Һыуҙа йөрөһә — һыу йәнлеге.
  7. Көрәге — алдан,
    Әрйәһе — арттан.
  8. Һоҫҡо морон баҡылдаҡ,
    Күп һөйләшә, таҡылдаҡ.
  9. Уҡа-уҡа тыш ҡына,
    Тәкә төшкән үҙәнгә.
    Ботон киҫеп бирер инем
    Шул тәкәне күргәнгә.
  10. Тәкә төшкән инешкә,
    Ите йомшаҡ, бер түшкә.
    Хәбәр ит һин Бибешкә,
    Тапаһын ул бәлешкә.
  11. Баҫып йөрөй ул ваҡ-ваҡ,
    Әйткән һүҙе лә «ваҡ-ваҡ».
    Таба(а)лмаһаң һыу буйында,
    Аҡыл менән уйлап тап.