Өҫтәл (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Дүрт киленгә бер яулыҡ.
- Бер бөркәнсек эсендә
Дүрт килен ултыра. - Дүрт ҡатынға бер шәл.
- Дүрт кешегә бер эшләпә.
- Дүрт Шәфигә бер шәпкә.
- Дүрт малайға бер түбәтәй.
- Дүрт егеткә бер бүрек.
- Дүрт ағайға бер кәпәс.
- Бер эшләпә аҫтында дүрт малай.
- Бер эшләпә аҫтында дүрт ағайым ултыра.
- Дүрт апай, дүрт апай,
Дүрт апайға бер супай. - Дүрт аяҡ,
Дүртеһе лә пар килгән. - Бер кешелә дүрт аяҡ,
Дүртеһе лә пар аяҡ. - Дүрт кешегә бер ҡалпаҡ.
- Бер аҙбарҙа дүрт килен һыйыр һауа.
- Дүрт аяҡлы ҡарт бер эшләпә кейгән.
- Бер бөркәнсек аҫтында
Дүрт ҡунаҡ ҡыҙ ултыра. - Бер сатырҙың дүрт сатында
Дүрт ҡоҙағый ултыра. - Башы булмаһа ла эшләпәле,
Аяғы булһа ла итекһеҙ. - Бер бүрек аҫтында дүрт бүре.