Эстәлеккә күсергә

19-сы ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан

19-сы ҙур гонаһ

76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

ХАҠҺЫҘ РӘҮЕШТӘ ДИНДЕҢ МӨЛКӘТЕН (Бәйтүль-мәл) ҺӘМ ЗӘКӘТ-САҘАҠАЛАРЫН ТОТОНОУ, БОРСОУ

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Пәйғәмбәр аманатҡа хыянат итмәҫ. Кем аманатҡа хыянат итә, Ҡиәмәт көндө шул хыянат йөгөн күтәреп, Аллаһ хөкөмөнә килер, һуңынан һәр кем изгелегенә күрә сауап, һәр кем үҙ гонаһаһына теүәл яза алыр, һис кем хаҡһыҙға артығы менәм язаланмаҫ." (Әли Ғимран, 161).

Әбү Хүмәйд ас-Сәғид һөйләй: "Аллаһ илсеһе хеҙмәткәр итеп Асд ҡәбиләһенән Ибнүль-Лүтбиййа тигән кешене ҡуйҙы. Саҙаҡа йыйыу буйынса яуаплы итеп Ғәмр менән Ибн Ғүмәр тәғәйенләнде. Эште тамамлап ҡайтып барғанда ул: "Бына был һеҙҙеке, ә был минеке, миңә уны бүләк итгеләр", - тине. * Шул саҡ Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) минбарға күтәрелде, Аллаһы Тәғәләгә шөкөрҙәр әйтте вәкилдәремә нимә булды? Килде һәм: "Бына был һеҙҙеке, ә был минеке, миңә уны бүләк иттеләр" - ти. Ә ул ата-әсәһе йортонда ултырһа, уга быларҙы бүләк итерҙәр инеме? Ҡиәмәт көнөндә кеше хаҡһыҙ алган нәмәләрен муйынында аҫып йөрөтәсәк, һәм был аҡырыусы дөйә булһынмы, мөңрәгән һыйыр булһынмы йәки баҡырыусы һарыҡмы " - тип һөйләне.

Артабан ул ҡулын күтәреп: "Эй, Аллаһым! Мин уларға аңлата алдыммы?— тип һораны.

Әбү Хөрәйрә һөйләй: "Бер ваҡыт беҙ Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән Хәйсәргә* һуғышҡа сыҡтыҡ. Аллаһ һуғышта беҙгә еңеү бирҙе. Ғәнимәт рәүешендә беҙ алтын да, көмөш тә алманыҡ, ә тик кейем, ризыҡ кеүек нәмәләр генә алдыҡ, һуңынан беҙ үҙәнгә төштөк. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янында Джүзәм ҡәбиләһенән бер кеше бүләк иткән әсир бар ине. Беҙ үҙәнгә еткәс, Аллаһ илсеһенең ҡоло йөгөн ыскындырыр өсөн ҡалҡынды. Ошо ваҡытта уға уҡ сәнселде һәм ул үлеп ҡалды. Быны күреп беҙ: "Эй, Аллаһ илсеһе! Уның үлеме хәйерле булһын ине!" - тип ҡысҡырҙыҡ.

Быға Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Юҡ, уның өҫтөндә еңһеҙ өҫ кейеме яна. Ул уны ғәнимәт малынан (трөфейҙар) бүлеп тормаҫ борон уҡ алған булған", - тип яуап бирҙе. Беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡурҡыу биләп алды.

Ошо ваҡыт ҡулына ҡайыш йәки ике ҡайыш тотҡан бер кеше килде һәм: "Эй, Аллаһ илсеһе! Был миңә Хәйсәр көндәрендәге ғәнимәттән ҡалды", - тине. Яуап итеп Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ҡайыш уттан!" - тип әйткән. Йәки: "Ике ҡайыш уттан!"

Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Киркира исемле кешеһе бар ине, ул һаҡсы булып хеҙмәт итте һәм юл әйберҙәрен ҡараны. Ул үлгәс, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ул утта" - тине.

Сәхәбәләр был һүҙҙәрҙең сәбәбен эҙләй башлаған һәм уның :әйберҙәре араһында урланған бурка (кейеҙ итек) тапҡандар. Был темаға хәҙистәр байтаҡ ҡына.

Уларҙың бер нисәүһен беҙ "йәбер" темаһында килтерербеҙ. Йәбер өс төрлө була:

  1. Мөлкәтте дөрөҫ булмаған (алдаҡ) юл менән үҙләштереү.
  2. Үлтереү, яралау, аяҡ-ҡулдарын һындырыу һәм әсирҙәрҙе. ҡолдарҙы туҡмау.
  3. Һүҙ менән йәберләү, ғәйепләү, ҡарғау, яла яғыу.

Уйлап ҡарағыҙ, юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә тамуҡҡа керергә була. Әгәр мәсет-мәҙрәсәнен аҡсаһына ҡулыңды һуҙһаң...

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ысынында, бер-берегеҙҙең ҡаны, мөлкәте һәм намыҫы был ҡалалағы ошо көн, ошо ай хөрмәтенә тыйылған иҫәпләнә!"

Шулай уҡ Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Аллаһы Тәғәлә тәһәрәтһеҙ кешенең намаҙын һәм урланған мөлкәттән саҙаҡа биреүсенең саҙаҡаһын ҡабул итмәйәсәк- тигән.

Зәйд бин Хәлид аль-Джүхәни һөйләй: "Бер кеше Хәйбәр походы ваҡытында трофейҙарҙың яртыһын урлаған. Ул үлгәндән һуң, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уның өсөн йыназа намаҙын уҡыуҙан баш тартҡан һәм: "Аллаһ юлында ул ғәнимәттең яртыһын урланы, - тигән. Был һүҙҙәрҙән һуң беҙ уның әйберҙәрен ҡараныҡ һәм унда ике дирһәм хаҡы ҡәҙәрем торған мәрйен таптыҡ".

Имам Әхмәт: "Беҙ Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ғәнимәт мөлкәтен урлаусынан һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыусынан башҡа кемгәлер йыназа намаҙ уҡыуҙан баш тартҡанын хәтерләмәйбеҙ", - тигән.