Эстәлеккә күсергә

2-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ

76 оло гонаһ.2-се ҙур гонаһ — кеше үлтереү

Аллаһ өсөн мосолмандың үлтерелеүе ер юғалыуынан ауырыраҡ

[үҙгәртергә]

Ҡөрьәндә әйтелә: "Кем дә кем мәкер менән кеше үлтерһә, эҫтәрендә дөрләп ут янған йәһәннәм уның мәңгелек язаһылыр. Аллаһ уға ғазап бирер, ләғнәт ебәрер һәм уның өсөн ауыр яза әҙерләр" (Ниса, 93).

"Улар Аллаһтан башҡаға доға ҡылмаҫтар, хаҡы булмай тороп, харам ҡылынған әҙәм йәнен алмаҫтар, зина ҡылмаҫтар. Ошоларҙы эшләгән кеше тейешле язаһын алыр. Ҡиәмәт көнөндә уларҙың язаһы арта төшөр һәм улар мәңгегә хур булып ҡалыр. Гонаһтарынан тәүбәгә килеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың яманлыҡтарын изгелеккә алмаштырыр (ҡылған гонаһтарын ярлыҡап, сауаплы эшкә күндерер). Аллаһ - Ярлыҡаусы, бик тә Мәрхәмәтле" (Фурҡан,68-70).

"Тереләй ергә күмелгән ҡыҙ баланан: "ни сәбәпле һине шулай ҡылдылар", тип һорар ваҡыт еткәс" (Тәҡүир, 8-9).

Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ете һәләкәтле гонаһты эшләүҙән тыйылығыҙ" - тигән Ьәм улар араһында "Аллаһ хаҡһыҙ рәүештә тыйған кешене үлтереүме лә әйтеп уҙған.

Бер көндө Пәйғәмбәребеҙҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Бөйөк гонаһҡа нимә керә?" - тип һорағандар. Ул: "һине яралтҡан Аллаһҡа тиңдәшлек килтереү- тип яуап биргән. Сәхәбәләр: "Ә һуңынан?" - тип һораған. "Үҙең менән бергә ашар тип ас ҡалыуҙан ҡурҡып үҙ балаңды үлтереү.

Сәхәбәләр: "Ә һуңынан?" - тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм): "Күршеңдең ҡатыны менән зина ҡылыу" - тип яуап биргән.

Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: Әгәр ҙә ике мосолман бер-береһенә ҡорал терәһә һәм уларҙың береһе икенсеһен үлтерһә, улар икеһе лә тамуҡҡа эләгер".

Сәхәбәләр: "Эй, Аллаһтың илсеһе! Үлтереүсе эләгеүе аңлашыла, ә үлгән кешенең ғәйебе нимәлә?" - тип һорағандар. Быға ул: "Уның да ниәте үлтереү ине" - тип яуап биргән.

Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай уҡ былай тигән: "Кеше Аллаһы Тәғәлә харам ҡылған (тыйған) үлтереүҙә (нисек кенә булһа ла) ҡатнашыусы булмаһа, тыныслыҡта йәшәр"

Бер көндө Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Минең үлемемдән һуң, бер-берегеҙҙең муйынын ҡырҡыр хәлгә етеп иманһыҙ булмағыҙ - тигән.

Бәшир бин Мухаджир ибн Бурайданан, ә ул үҙенең атаһынан еткергән: "Ысынында, Аллаһ өсөн мосолмандың үлтерелеүе ер юғалыуынан ауырыраҡ".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) түбәндәгеләрҙе әйткән: "Иманлы кеше тыйылған ҡанды ҡыймаһа, тыныслыҡта йәшәр", "Ҡиәмәт көнөндә кешеләр араһындағы тикшереү иң беренсе ҡан ҡойоштан башланыр!"Ҡыя яҙылыш

Аллаһ илсеһенән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Абдуллаһ бин Ғәмр риүәйәт ҡыла: "Ботә гонаһтарҙың да иң ауыры - күп илаһҡа табыныу, кеше үлтереү һәм ата-әсәне тыңламау"

Ғүтбә бин Мәлик Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тип әйткәнен еткерә: "Хәҡиҡәттә, Аллаһы Тәғәлә иманлы кешене үлтереүсенән йөҙ сөйөрөр!" һәм быны өс тапҡыр ҡабатлаған.

Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тип әйткәне еткерелгән: "Ғәҙелһеҙ рәүештә кемде генә үлтермәһендәр, ҡойолған ҡан өсөн гонаһтың бер өлөшө иң беренсе Әҙәмдең улына (Ҡабил күҙ уңында тотола) төшә, сөнки үлтереү енәйәтен иң беренсе ул башланы.

Аллаһ илсеһенән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) риүәйәт ҡыла: "Хаҡһыҙға кешене үлтереүсе ожмах еҫен тоймаясаҡ, был еҫ бөтә яҡҡа ҡырҡ йыл алыҫлығында һиҙелһә лә ".

Бухари һәм ан-Нәсә'и Әбү һөрәйрәнең (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәрен еткерә: "һаҡ булығыҙ! Аллаһтың һәм Уның илсеһенең һағы аҫтында булған кешенең ғүмеренә ҡул һуҙыусы, Аллаһҡа ҡул һуҙҙы һәм хатта ожмахтың еҫен дә һиҙә алмаясаҡ. Хатта был еҫ уның юлынан ҡырҡ йыл алыҫлығында һиҙелһә лә".

Әбү Хөрәйрәнең һүҙҙәренән (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Кем ярты һүҙ менән булһа ла мосолманды үлтерерғә ярҙам итә, Аллаһ алдына маңлайына: "Аллаһтың ниғмәтенән мәхрүм ителде" тиғән яҙыу менән баҫасаҡ ".

Муғәүийә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Бөтә гонаһтарҙың да ғәфү ителеүенә өмөт итергә мөмкин, әммә көфөр булып үлеүсе йәки мосолманды үлтереүсе өмөтһөҙ".

Википедияла