25-се ҙур гонаһ
← 24-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
25-се ҙур гонаһ → |
25-се ҙур гонаһ ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ҠУЛ ҺАЛЫУ[үҙгәртергә]Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Эй, һеҙ, иманлы кешеләр! Бер-берегеҙҙең малын хаҡһыҙлыҡ менән ашмағыҙ, әгәр ул үҙ-ара килешкән сауҙа булмаһа, үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ. Ысынлап та, Аллаһ һеҙгә рәхимле! Әгәр кемдер быны дошманлыҡ йәки золомлоҡ менән эшләй икән, Беҙ уны утта яндырырбыҙ. Аллаһҡа был анһат! Әгәр ярамаған оло гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ, Беҙ һеҙҙе бәләкәйерәк яҙыҡтарығыҙҙы кисереп, яҡшы ҡапҡанан (Йәннәт ҡапҡаһынан) керетербеҙ" (Ниса, 29-31). "Улар Аллаһтан башҡа икенсе илаһҡа табынмай, Аллаһ тыйған йәнде нахаҡтан үлтермәй, уйнаш итмәй. Ә шуны ҡылған бәндәләр язаһын алыр!" (Фурҡан, 68). Джунуб бин Ғабдуллаһ Аллаһ илсеһенең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "һеҙғә тиклем йәшәгәндәр араһында яраланған бер кеше бар ине. Ул ауыртыуға сыҙаманы һәм бысаҡ алып үҙенең ҡулын ҡырҡып ташланы. Күп ҡан юғалтыу арҡаһында ул үлде. Аллаһы Тәғәлә: "Минең ҡәләм, үҙенең ғүмерен ҡыйып, Минең тәҡдиремде уҙып китте, һәм бының өсөн Мин уға ожмахҡа инеүҙе тыйҙым", - тине". Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Кем үҙен тимер менән үлтерә, шул тамуҡ утында ҡулына ошо тимерҙе тотоп эсен ярасаҡ, һәм был яза оҙаҡ ваҡыт дауам итәсәк. Үлем ағыуы менән үҙен ағыулаусы уны тамуҡта эсәсәк, һәм был яза оҙаҡ ваҡыт дауам итәсәк". Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм), ауыртыуға түҙергә теләмәй, үҙенең ғүмерен ҡылыс менән ҡыйған кеше тураһында: "Ул тамуҡҡа эләгеүселәрҙең береһе", - тигән. Ҫәбит Бин Даххаҡ еткерә:"Мөьминде ҡарғау уны үлтереүгә тиң. Кем мөъминде иманһыҙлыҡта ғәйепләй (иманһыҙ, тип әйтә), шул уны үлтергән кеүек була. Үҙенә ҡул һалған һәр кемде Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә язалаясаҡ". |