29-сы ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

29-сы ҙур гонаһ — ялған туй (хүллә).

Ялған туй (хүллә)[үҙгәртергә]

Ибн Мәсғүд (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) аралашсы һымаҡ өйләнгән ирҙе, һәм хулла (Хулла - никах төрө. Ир ҡатынын өс тапҡыр талаҡ ҡылғас, кире уға әйләнә алмай. Кире ҡайтарырға теләһә, ул ҡатын башҡа бер иргә кейәүгә сығып, айырылып, ғиҙҙәт ваҡытын уҙғарғас ҡына сыға ала. Бындай ҡатмарлыҡтың сәбәбе - талаҡ менән шаярмаһындар өсөн) башҡарылған ирҙе ҡарғаған".

Кем хоҡуҡ мәктәптәренең (мәҙхәбтәрҙең) йомшаҡлығын ҡулланып, уның тыйылғанлығын белмәй, был аҙымды эшләгән, Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә һәм ғәфү итеүенә өмөт итергә кәрәк.