Эстәлеккә күсергә

46-сы ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 ҙур гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

46-сы ҙур гонаһ — йыназа артынан ҡысҡырып илау

Йыназа артынан ҡысҡырып илау

[үҙгәртергә]

Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тине: “Кешенең кафырҙарға хас ике һыҙаты бар: ата-бабаларын кәмһетеү (ихтирам итмәү) һәм йыназа артынан ҡысҡырып илау”.

Имам Мөслимдән еткерелгән икенсе хәҙистә былай тип әйтелә:“Әгәр йыназа артынан ҡысҡырып илаған ҡатын үлгәнсе тәүбә итмәһә, ул Ҡиәмәт көнөндә дегет кейемдә һәм ҡорсаңғы (ҡуҙғатыусы) күлдәктә күмеләсәк”.

Икенсе бер хәҙистә: “(Ҡайғыһынан) үҙенең устары менән сикәләрен туҡмаусы, (ярһып) өҫтөндәге кейемен йыртыусы һәм яһилийә (исламға килгәнсе) ваҡытында һөйләнгән нәмәләрҙе һөйләүсе беҙҙе аранан түгел!” – тип әйтелә.

Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Артынан ҡысҡырып илап ҡалғанға мәйет ҡәберендә ғазапҡа тартылыр” (Ғалимдар, был хәҙисте аңлатҡанда, һүҙ үҙенең туғандарына үҙе үлгәс иларға ҡушҡан кеше тураһында бара, тип әйтә. Исламға тиклем ғәрәптәрҙә аҡсаға илаусыларҙы яллағандар”.

“Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мәрхүм кеше өсөн ҡысҡырып илаған, үҙенең сәстәрен һәм кейемдәрен йолҡослаған ҡатындар менән бергә булмаҫ”. Был өс хәҙистең дөрөҫлөгө Бухари һәм Мөслимдә раҫлана.