Эстәлеккә күсергә

5-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан

5-се ҙур гонаһ— зәкәт түләүҙән баш тартыу

Зәкәт түләүҙән баш тартыу

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Әйт һин: "Мин һеҙҙең кеүек (ғәҙәти) кеше. Берҙән-бер Илаһ - Ул һеҙҙең дә Раббығыҙ, тип миңә вәхи ителде. Бары тик Уға гына йүнәлегеҙ (Уның динендә булығыҙ).

Унан ярлыҡау һорағыҙ. Аллаһҡа тиңдәш эҙләгәндәрҙең хәле бик тә хәтәр-яман. Улар зәкәт бирмәй. Әхирәт көнөн инҡар итә" (Фуссыләт, 6-7).

"Эй, иман килтергән әҙәмдәр! Руханиҙарҙың (монахтар) үә (донъяүи) ғалимдарының күбеһе әҙәмдәрҙең малдарын хаҡһыҙ юлдар менән ашайҙар һәм уларҙы Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Алтын-көмөш йыйып та, Аллаһ юлында сарыф итмәгәндәргә һин (Мөхәммәт) "һөйөнсө" ал: уларға хәтәр яза биреләсәк. (Был алтын-көмөш аҡсалар) йәһәннәм утында ҡыҙҙырылып, маңлайҙарына, янбаштарына һәм аркаларына йәбештереләсәк Көндө:

— Бына был (туймаҫ) нәфсегеҙ туплаған әйберҙәрегеҙ. Инде туплағанығыҙға күрә, тәмен дә татығыҙ, — тип әйтеләсәк. "(Тәүбә, 34-36).

3әкәт - ул аҡса, мал менән ғибәҙәт ҡылыу. Кемдең 85 грамм алтын күләмендә аҡсаһы булып, ҡулында бер йыл булһа, 2,5 % зәкәт саҙаҡаһын түләргә тейеш. Был ихтиярый саҙаҡа түгел, был Аллаһ Тәғәләнең әмере. Быны бирмәү ҙур гонаһ. Фәҡирҙәргә, мохтаждарға, етемдәргә, Аллаһ юлына, сәфәрҙә бәләгә тарыган юлсыларға, зәкәт фондтарына һәм динебеҙгә яҡшы ҡараш тыуҙырыу өсөн ҡулланыла.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Әгәр ҙә дөйә, йәки һыйыр, йәки һарыҡҡа эйә булыусы уларга ҡарата тейешлене үтәмәһә, Ҡиәмәт көнөндә ул тигеҙ һәм иркен урынға ултыртыласаҡ. Улар уны тояҡтары менән тапаясаҡ, мөгөҙҙәре менән һөҙәсәк, тештәре менән өҙгөсләйәсәк, һәм дөйә көтөүе уның өҫтөнән йөрөйәсәк. Уның өҫтөнән һуңғы дөйә үтеп киткәндән һуң беренсеһе кире киләсәк һәм был илле мең йыл оҙонлоғона тиң булған Ҡиәмәт көнө тамамланғансы дауам итәсәк. Аҙаҡ уға йә ожмахҡа, йә тамуҡҡа юл күрһәтәсәктәр ".

Әгәр берәйһе бирелгән байлығының хаҡын үтәмәһә, йәғни зәкәтен түләмәһә, Ҡиәмәттә (был байлығы) ҡартлығынан башы таҡырланып бөткән ҙур йыланға әүерелер.

Әбү Бәкер (радиаллау ғәнһү) зәкәт түләүҙән баш тартыусылар менән көрәшкән һәм түбәндәгеләрҙе әйткән: "Аллаһ менән ант итәм, әгәр ҙә улар миңә Аллаһ илсеһенә (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) биргән кеүек кәзә бәрәсен биреүҙән дә баш тартһа, мин улар менән ошоноң өсөн көрәшәсәкмен!"

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Аллаһтан ниғмәттәр алып та, һаран булған кешеләр, һаранлығыбыҙ үҙ файҙабыҙға, тип уйламаһындар, киреһенсә, был (һаранлыҡ) улар өсөн бик тә насар булып сығасаҡ, һаранлыҡтарына күрә, йыйылған малдары Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйындарына сорналасаҡтыр. Күктәрҙең, Ерҙең мираҫы - барыһы Аллаһтыҡылыр. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрҙарҙыр" (Әли Ғимран, 180).

Зәкәт түләүҙән баш тартыусылар тураһында Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бына нимә ти: "Кем зәкәт түләүҙән баш тарта, мин уның зәкәтен дә, мөлкәтенең дә яртыһын аласаҡмын. Был Аллаһтың бер хоҡуғылыр".

Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенән (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ошоларҙы ишетеүен еткерә: "Тамуҡҡа беренселәрҙән булып түбәндәге өс төркөм инәсәк: үҙенең халҡын йәберләгән хаким; зәкәт түләргә теләмәгән мөлкәткә эйә булыусы; тәкәббер ярлы". Ғабдулғәзиздән Абуль-Хафс еткерә: "Һеҙгә намаҙ ҡылырга һәм зәкәт түләргә бойоролдо. Зәкәт түләмәүсенең намаҙы ла юҡ".