Эстәлеккә күсергә

50-се йылғы малайҙар мажаралары. Ғарифулла Япаров

Викидәреслек проектынан

50-се йылғы малайҙар мажаралары — Ғарифулла Япаровтың «Фейсбук»-тағы шәхси битендә нәшер ителгән хәтирәләре.

Һибәт бабай бесәне

[үҙгәртергә]

Әйтмәмбәт ауылында 50-се йылдарҙа тыуған һәр малайға исем ҡушыусы мулла Һибәт бабай ине. Уны олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә. Һүҙгә йомарт бабай моңло итеп Ҡөръән уҡый. Ҡай саҡ һүҙ ыңғайы шиғыр һамаҡлап та бирә. Ғәлим менән ул дүрт-биш тапҡыр йәш айырымаһы булһа ла, дуҫ инеләр, сөнки Һибәт бабай Ғәлимдең атаһы Хәлимулла ағайға сәс алдырырға йөрөй. Ғәлим уны күршеләрҙең уҫал ата ҡаҙҙарынан һаҡлай һәм бабайҙы урыҫ ҡапҡаһын асып индерә.

– Уҡы, уҡы Ғәлимулла, уҡыған кеше бай була! – тип гел һамаҡлар ине Һибәт бабай, зәғиф аяғына аҡһай-аҡһай. – Хәлимулла өйҙәме? Әйт атайыңа, сәс алдырырға килдем әле!

Ғәлимулла, уттай осоп кереп, атаһына Һибәт бабай килеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр еткерә. Һибәт бабай менән атаһы, сәс алынып бөткәнсе, быйылғы яҙҙың, көҙҙөң, йәйҙең һәм ҡыштың нисек булаһын күҙаллайҙар. Һүҙ араһында радионан Фәриҙә Ҡудашева, Сәлих Хөснийәров тигән йырсыларҙың йырҙарын тыңлап хайран ҡалышалар. Шунан һуң һүҙ, суҡынған Американы әрләүгә етеп, туғандаш Кубаны яҡлауға барып тоташа. Мулла бабай һәр саҡ Хәлимулланан гәзиттә нимә яҙылыуы тураһында һорай.

Атаһы, Ғәлимгә төртөп:

– Ана, унан һора! Ул уҡый гәзитте көнө-төнө! – тип ебәрә. Һибәт бабай тағы ла көлөмһөрәп:

– Уҡы, уҡы, Ғәлимулла, уҡыған кеше бай була! – тип Ғәлимдең арҡаһынан һөйөп ала. – Малайҙарың тырыш, Хәлимулла! Ана төрткөнө минән дә күберәк тоталар, балыҡты ла һыпыралар, минең мурҙаға теймәйҙәр, һәйбәт уҡыусылар ҙа…

Ҡыш еткәс тә, шуҡ малайҙар урманда «ҡасып йөрөүҙе» ташламайҙар. Бер ғинуар көнөндә ун бишләп малай, «һуғыш» һәм «партизан» уйыны уйнар өсөн, урманға инеп юҡ булдылар. Уларҙың штабы Һибәт бабайҙың Айыуатҡан яланы төпкөлөндә ҙур булмаған күрәндән өйгән кәбәне ине. Малайҙар командир, комиссар һәм начштаба һайлағансы, бер сәғәт ваҡыт үтте. «Рядовой партизан»дар ҡарҙан окоп ҡаҙа, землянка ҡора. Күптәр, шыйыҡ муйыл һәм тал сыбығынан ҡарҙа йөрөү өсөн оҙонса сыбыҡ саңғы үреп, «рейдҡа» бара. Бөгөн задание – мәктәпкә бара торған һуҡмаҡҡа мина һалып, дошманды Мәскәүгә ебәрмәү. Ә Мәскәүе – алдағы Аҙау ауылы.

«Сапер»ҙар үҙҙәренең командиры Рифат менән, тәрән ҡарлы һуҡмаҡты ҡарҙан соҡоп, метрға метр соҡор ҡаҙҙылар ҙа, шыйыҡ ағастар һалып, ҡар менән һибәләп ҡуйҙылар. Хәҙер дошмандың килеүен көтөргә кәрәк. Был «дошман» - Әйтмәмбәт ауылының бәһлеүән кәүҙәле Сәйфулла ағай. Ул, бер ни белмәй шәп атлап килеп, малайҙарҙың «минаһына» ҡолап төштө. Оло ағай ҡарҙан бөрһәләнеп сыҡҡан саҡта, малайҙар сыбыҡлы «ҡаргиҙәрҙә» штаб яғына һыпырталар ине. Сәйфулла ағай, бот төбөнән бата-сума, болан кеүек ҡар борҡотоп сабышҡан малайҙар артынан төштө.

Шул саҡ «штаб» яғынан күккә күтәрелеп ҡара төтөн сыҡты ла, шарт та шорт итеп атышҡан кеүек тауыштар сыға башланы. Был иһә яңлыш төшкән тәмәкенән тоҡанып киткән Һибәт бабайҙың кәбәне яна ине. Ә шарт-шорт иткәне – ҡоро уҫаҡ кәбән кәртәләре үртәлеүе.

Сәйфулла ағай, ҡар йырып, «штабҡа» килеп еткендә, кәбән янып бөтөп бара, ә «штабсыларҙан» елдәр иҫкән ине. Һибәт бабай бер кемгә лә ялыу яҙманы. Киләһе йәйҙә уның бесән сабып бөткәнен генә көткән унлап малай, кипкән күрәнде, күтәремләп ташып, тиҙ генә кәбәнгә һалып, кәртәләп тә ҡуйҙылар. Штаб икенсе Инйәр буйы фронтына күсте. Ә Һибәт бабай, малайҙарҙы күргән һайын, уларҙы ипле генә итеп кәкре таяғы менән һәр саҡ «һыйлар» булды.

Рекордлы «Рекорд»

[үҙгәртергә]

Ғәлимдәрҙең ауылына электр үтеүе ҙур ваҡиға булды. Ауылда күпләп телевизор ала һәм хоккей ҡарай башланылар. Һәр бер өйҙә «Рассвет» маркалы телевизор бар. Тик күмәкләп телевизор ҡараған балаларға хоккейсыларҙың арҡаларындағы номерҙәры күренмәй, кемдең кемде ҡыуыуын тик шәйләп кенә була.

Әсәләре март айының бер көнөндә Ғәлимгә:

– Өй тулаһы малай-шалай, хоккейҙың кем менән кем уйнағанын белмәй геүләшәләр, бер ни аңлап булмай. Кино ла насар күренә. Әйҙә, иртәгә райондан ҙурыраҡ телевизор алып ҡайтайыҡ. Һин иртәрәк кенә атты егеп алып ҡайт, – тине.

Таң менән ишек алдында күп бесән һалынған санаға егелгән Малинка тора ине. Иртәнге аш ашап алғас, юлға сыҡтылар. Иң тәүҙә Инйәр аръяғындағы Тирәкле ауылына юлландылар. Бында телевизор булманы. Шундай ҙур ауылда магазиндың ярлы булыуына аптыраған юлсылар Бакалдинға йүнәлделәр. «Инйәр» совхозының иң ҙур бүлексәләренең береһе булған был латыш ауылында ла кәрәк телевизор булмай сыҡты. Аптыраған юлсылар бәләкәйерәк урыҫ ауылы булған Басиновка аша ҙур Оҙондар ауылына төшөргә булдылар. Был ауылдан Әйтмәмбәткә ҡайтырға һигеҙ саҡрым юл ҡала. Әгәр ошолай итеп юлды түңәрәк ҡулса итеп тамамлаһаң, ярты районды үтәһең. Быға тиклем күпте күргән Малинка ла, йәш ылаусы малай Ғәлим дә был ҡәҙәре юлды үткәндәре юҡ ине. Был 70 саҡрым ара улар өсөн рекорд буласаҡ.

Бакалдиндан Басиновка юлына сыҡҡанда кинәт буран башланды. Ап-аҡ ҡарға күмелеп, Басиновкаға килеп ингәндә, кис төшә башлаған ине инде. Бер ни уйламай, кескенә магазинға инһәләр – ана тора «Рекорд» телевизоры! Экраны ҙур, йәшниге күҙ яуын алып тора. Телевизорҙы көйләп ҡарап, картон йәшниккә һалып, тышҡа сыҡҡанда инде бөтөнләй ҡараңғы төшкән, ә буран һаман ҡоторона ине.

– Әллә ҡунып ҡалабыҙмы? – тип үҙ алдына һөйләнгән әсәһенә ҡарап Ғәлим:

– Юҡ, ҡайтайыҡ, иртәгә уҡырға барырға, бөгөн бит беҙҙең өйҙә ярты ауыл малайы ҙур телевизор аша хоккей ҡарарға йыйына! – тип яуланы.

Басиновка ауылынан ҙур ялан аша Һуҡаяш ауылына төшөргә кәрәк. Ғәлим юлды белә, сөнки ул Ғайфулла ағаһы менән бер нисә йыл элек был ауылда ятып урман таҙартҡан ине. Бөгөн инде ауылда бер кем йәшәмәй. Тик был ауыл урынына Оҙондарға тура ат юлы төшә. Быны Ғәлим ныҡ хәтерләй. Тау өҫтөндәге киң яланда буран ҡоторғандан ҡотора. Тирә-яҡ аҡһыл һоро стена булып баҫты, ел һыҙғырыуынан башҡа тауыш юҡ. Юл беленмәй, ҡар баҫҡан. Тик Малинка ғына, сананы һикерткеләп, күңелле итеп алға бара. Ат күңелен яҡшы белгән Ғәлим тыныс. Малҡай юлды белмәһә, йә өйҙән алыҫлаша башлаһа, көйһөҙләнә, яйлай. Әле Малинка, буранға ҡарамай, бышҡыра-бышҡыра үҙе генә белгән ылау юлынан ырамлы юртып алға бара.

Бер сәғәттән һуң сана һәм телевизор ҡумтаһы өҫтөндә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килде. Бер ни уйламай, атты туҡтатҡан Ғәлим, алда өй күреп ҡалған кеүек булды. Буран өйөрө үтеп киткәс, Ғәлим, ысынлап та, аттың элекке Һуҡаяш ауылы леснигының өйө янында туҡталғанын күрҙе. Лесник инде нисә йыл элек район үҙәгенә күсенгән, ә өйө һаҡлана, сөнки ул бында йәйен килеп йөрөй.

Ғәлим, сананан бер ҡосаҡ бесәнле ҡарҙы соҡоп, рәшәткә буйына төшөрҙө лә Малинканы бесәнгә ҡушты. Ауылды күреп, эсенә йылы кергән малай алда тыныс юл көткәнен белә ине. Хәҙер атты ял иттерергә лә, Оҙондар ауылына инмәй үтеп, ауылға ҡайтырға! Ат санаһын ҡарҙан таҙартып, өҫ-баштарын ҡаҡҡылап, кеше төҫөнә ингән юлсылар алға ыңғайланылар. Бер ниндәй билдәһе булмаған тип-тигеҙ яландағы юлһыҙ юлды уҙғас, Малинка Инйәр йылғаһына төштө. Быны түҙемһеҙлек менән көткән Ғәлим уны ҡарайып торған ҙур булмаған мәкегә һуғарырға ҡуйҙы. Арҡалығы бушатылып, ғолҡолдатып Инйәрҙең йылы һыуын туйғансы эскән малҡайҙы малай алға ҡыуҙы. Малинка Әйтмәмбәт ауылына юртып килеп кергәндә, төнгө сәғәт ун ике тулып, ауылдағы өйҙәрҙә уттар һүнеп бөткән, ә хоккей ҡарарға йыйылған малайҙар өйҙәренә таралышып бөткән ине.

Ауыр телевизор ҡумтаһын өйгә индергән Ғәлим, Малинканы туғарҙы ла, өҫтөнә септә ябып, бесән тулы санаға ҡушты. Өйгә ингән Ғәлим, бәләкәй өҫтәлдәге ҙур «Рекорд» телевизорын күреп, шатлыҡлы йылмайҙы ла иртәгә дәрестән һуң ярты ауыл малайҙары менән ауылдағы иң ҙур экранлы «Рекорд» телевизоры аша СССР – Канада матчын ҡарау бәхетен уйлап ҡуйҙы. Инде һис шикһеҙ Харламов–Петров–Михайлов һөжүм итеүселәр төркөмө киләһе гол индергәндә, голдың авторы кем икәнен ауыл малайҙары һис бәхәсһеҙ күрерҙәр һәм, ниһайәт, был ҙур булмаған өйҙә тыныслыҡ урынлашасаҡ!