9-сы ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: ғәрәпсә.

9-сы ҙур гонаһ

Пәйғәмбәргә (салаллаһу ғәләйһмүә сәлләм) ялған һүҙҙәрҙә тағыу (хәҙистәрҙе уйлап сығарыу)[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер ислам ғалимдары Пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ялған һүҙҙәрҙе тағыуҙы кафырлыҡ һәм Исламдан сығыу тип һынай.

Ысынында, күрәләтә Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ялған һүҙҙәр таҡҡан, хәләлде - харам, харамды - хәләл тиеүсе кешеләр динһеҙ була. Ғалимдарҙың һүҙҙәре бынан айырмалы икенсе осраҡҡа ҡағыла.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Миңә ялган һүҙҙәр тағыусы башҡа кешеләргә ялған һүҙ тағыусы кеүек түгел. Әйҙә юрамал миңә яла яғыусы үҙенә утта урын әҙерләһен "

"Мосолманға алдашыуҙан һәм хыянатсы булыуҙан башҡа ғәҙәтендә һәр төрлө сифаттар булыуы хас- тигән.

Икенсе бер хәҙистә: "Минең исемдән тип күрәләтә ялған һүҙҙәр еткереүсе ике алдаҡсының береһе буласаҡ.

Был хәҙистәр хәҙис уйлап сығарыу асыҡтан-асыҡ рөхсәт ителмәгән эш икәнлеген күрһәтә.