«Тамғалы ҡарағай» яҙмышы
1995 йылдың апрель айы ине. Сәйер генә төш күреп уяндым. Күк йөҙө зәп-зәңгәр, бер болот әҫәре лә күренмәй, шундай салт аяҙ, матур көн инде. Һәҙиә инәйемдәр тапҡырында, Аратауҙың итәгендә, бәрхәттәй йәшел үлән өҫтөндә, уҡытыусым Ирек Хамматович Сәғитов, уртала - мин, Исмәғил ағай Ғәбитов баҫып торабыҙ.
Ҡаршыла мөһабәт Таҡыясусаҡ тауы, бормаланып-бормаланып Нөгөш йылғаһы ағып ята. Ирек Хамматович, Таҡыясусаҡ тауына текләп ҡарап торҙо ла, миңә: - Сәғүрә (был минең мулла ҡушҡан исемем), һин ошо Таҡыясусаҡ тауы артында онотолоп ҡалған бер әйберҙе табып килтерергә тейешһең, - тине. Минең төпкө аңымда иҫке яулыҡҡа төрөлгән ниндәйҙер бик боронғо әйбер юлдың ситендәрәк, ағас төбөндә ятҡан һымаҡ булып урын алды.
Эсемдән генә Таҡыясусаҡҡа менергә, артына төшә биреп, ағас төбөндә ятҡан ул әйберҙе табырға кәрәк, булдыра алырмынмы икән, тип уйлап торам. Уянып киткәс, был ике ҙур шәхес тиккә генә төшкә кермәйҙер, моғайын, Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайларҙар әле, тип төшөмдө эсемдән генә юрап та ҡуйҙым.
Ысынлап та, юрағаным юш килде. Учалы халҡына ҙур рәхмәтлемен: Беренсе һәм Икенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында делегат булып ҡатнашырға тура килде. Ирек Хамматович менән осрашып һөйләшергә яҙманы, ә бер көн уның үлем хәбәрен ишеттем.
Теге күргән төшөм иҫкә төштө. “Был яулыҡҡа төрөлгән иҫке әйбер нимәне аңлата икән? Ирек Хамматович миңә нимә әйтергә теләгән?” - тигән уйҙар башымдан йүгереп үтте. Ул саҡта Учалы ҡалаһының унынсы мәктәбендә эшләй инем.
“Туған телебеҙ онотолоп бара”, - тип әйтергә теләнеме икән уҡытыусым тип, күп кенә башҡорт кластары астым. Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә эштәр башҡарһам да, Ирек Хамматович ошоларҙы эшләргә ҡуштымы икән, тип уйлай торғайным.
Уҡытыусымдың олатаһы Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы, атаһы Сәғитов Хаммат Әбделҡәйүм улы ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, уҡымышлы кешеләре булғандар, репрессия уларҙы һәләк иткән. Ирек Хамматович әллә үҙенең атаһы менән олатаһын эҙләргә кәрәк тип әйттеме икән, тип, архивтарға хат яҙып, ауылыбыҙҙың репрессияға эләккән кешеләрен эҙләй башланым. Әллә ниндәй ҙур уңыштарға өлгәшә алдым тип әйтә алмайым. Мин “Сәғитов Ҡәйүм” тип эҙләгәнмен, уның исеме Әбделҡәйүм булған икән.
Хәлитов Әнүәр мулла тураһында ғына мәғлүмәт таба алдым. Шулай ҙа тыуған яғыма ҡайтҡан һайын, ололарҙан һорашып, күренекле ауылдаштарым тураһында материалдар йыйырға тырыштым. Нисәмә йылдар инде төпкө аңымдағы иҫке генә яулыҡҡа төрөлгән боронғо әйбер тынғы бирмәй, күңелемде өйкәп тик торҙо.
Ә бер көндө ҡайҙан ғына ла, нисек кенә итеп табайым икән ул әйберҙе, бөтөнләйгә тыуған ауылыма ҡайта ла алмайым бит, тип уйланып ултыра инем, күҙҙәремдән йәштәр атылып килеп сыҡты. Шунан Байназар мәктәбендә эшләгән өс туған һеңлем, Әбделҡәйүм олатайҙың ейәнсәре Ҡотлобаева Көнһылыуға шылтыраттым: - Көнһылыу, иҫке ҡағыҙҙар араһын ҡара әле. Һеҙҙең өйҙә улар күп ине бит, шулар араһында бер нәмә лә булмаҫҡа мөмкин түгел, - тинем.
Бер-ике көн үткәс, Көнһылыу телефондан шундай тулҡынланған тауыш менән: - Апай, Ирек ағайым һинең төшөңә кермәнеме? – тип һораны.
- К е р ҙ е , н и н д ә й ҙ е р з а д а н и е тураһында һөйләне, - тинем.
- Ҡәйүм олатайымдың 1923 йылда ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҡулъяҙмаларын, Ирек ағайымдың көндәлеген табып алдым, - тине.
И р е к Х а м м а т о в и ч т ы ң ә с ә һ е Ғәйшә инәй үлгәс, Һәҙиә инәйем бөтә иҫке ҡағыҙҙарҙы өйөнә алып ҡайтҡан булған. Һәҙиә инәйем вафат булғас, ҡағыҙҙар Көнһылыуға килеп эләккән. Көнһылыу менән икәүләп ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҡулъяҙмаларҙы Өфөгә ебәреп, кириллицаға әйләндертеп алдыҡ.
Ҡулъяҙма олатайҙың солоҡ ҡарағайҙарының хисап дәфтәре булып сыҡты. Ҡәйүм олатайҙың яҙмаларын уҡып, хайран ҡалдым. Беҙ йәшәгән төбәк борон-борондан мөғжизәле солоҡ ҡарағайҙар иле булған икән! Ә был хисап дәфтәрендә әллә күпме солоҡсоноң исеме һанап кителгән.
Мәҡәләмдә олатайҙың ике дәфтәрҙәге ҡ у л ъ я ҙ м а л а р ы н б е р л ә ш т е р е п бирәм. Яҙмаларҙы уҡығандан һуң, яҡташтарым ата-бабаларын иҫтәренәтөшөрөрҙәр, шәжәрәләрен тағы ла бер тапҡыр барлап сығып, тарих төпкөлөнә сумырҙар.
Ә. Шәриповтың “Солоҡсолар тураһында китап яҙайыҡ” тигән мәҡәләһен уҡығайным, бәлки, был ҡулъяҙмалар яҡташтарыма солоҡсоларҙың исемлектәрен тергеҙергә бер ни тиклем ярҙам итер. Шул заманда йәшәгән дин әһелдәренең дә исемдәре телгә алынған.
Иҫ китерлек: борон ағастарға ниндәй һаҡсыл ҡараш булған! Һәр солоҡ ағасының үҫеп ултырған урыны, ер-һыу атамалары, башлап юнған хужаһы, ҡиәфәте, ниндәй ваҡиға, йола менән бәйле кемдән алынғанлығы тасуирлап яҙылған. Һәр бер ағас паспортлаштырылған тиһәң дә, хата булмаҫ.
Бөгөнгө көндә телгә алынған ер-һыу атамаларының ҡулланылыштан төшөп ҡалғандары ла, әҙ генә өндәре үҙгәртелеп, икенсе төрлөрәк итеп әйтелгәндәре лә барҙыр.
Күпме кеше ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән! Ниндәй егәрле , таһыллы, сос булған ата-бабаларыбыҙ! Өй артында ҡорто барҙың өй эсендә ҡото бар икәнен яҡшы белгәндәр шул улар! Һәр береһенең әллә күпме солоғо булғандыр әле.
Ҡәйүм олатайҙың үҙенеке генә лә йөҙҙән ашыу бит. Тормош бер ваҡытта ла еңел булмаған, ләкин бер кем дә бәхет эҙләп ситкә сығып китмәгән. Ата-бабаларыбыҙ үҙ ерҙәребеҙгә хужа булып, тәбиғәтебеҙ биргән байлыҡтарҙы исрафламай, һаҡсыл файҙаланып кәсеп иткәндәр, донъя көткәндәр, ғаиләләрен аҫрағандар.
Солоҡсолоҡ – ысын ирҙәр шөғөлө ул. Тыуған яғым Бөрйәндә иң күркәм, ил көҙгөһө ирҙәрҙе ҡарағайға оҡшаталар. Бөтә яҡтан да килгән ирҙәре “тамғалы ҡарағай кеүек бит, башҡаларҙан айырылып тора” тип ебәрәләр.
Элек балды күп биргән ҡайһы бер ҡарағайҙарҙы ирҙәр исеме менән атап йөрөткәндәр. Атайымдың Сусҡаморондағы ҡарағайы - Көнәш, Өммөгөлсөм өләсәйемдең атаһы Ғәбитов Мөхәмәтғәле олатайымдың - Ишшар, Ялан айырында Ишмөхәмәтов Аллабирҙе олатайымдың Зәйнекәй исемле ҡарағайҙары булғанын беләм.
Ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, ҡустыларым үҫеп еткәнсе, атайым мине солоҡ ябырға, көҙ булһа, солоҡтан бал алырға үҙе менән йөрөтә тороғайны. Бейек, йыуан ҡарағайҙарға атайымдың “ыңҡ” та итмәй, һеләүһен һымаҡ етеҙ генә итеп менеп киткәнен иҫем китеп ҡарап торор инем.
Уның:
—И-и-и, ҡыҙым, һин боронғоҡарағайҙарҙы күрһәң, данлыҡлы икешәр, өсәр кейәлеләре лә була торғайны, - тип һөйләгәне хәтерҙә.
Ҡарағай, имән, ҡарағас ағастары б о р о н - б о р о н д а н ныҡлыларҙан һаналғандар. Өйҙөң нигеҙен имәндән, ҡарағастан ҡорғандар, ҡарағайҙан йорт төҙөгәндәр. Тиккә генә абруйлы, ныҡлы ирҙәр имән, ҡарағай менән сағыштырылмаған. Әҙәбиәттә һомғол, зифа буйлы ҡайындар һылыу ҡыҙҙар итеп һынландырыла.
Репрессия йылдарында, һуғыш ваҡытында, ҡыҙыу нөктәләрҙә тамғалы ҡарағай һымаҡ ир заттарыбыҙҙы әҙ юғалтманыҡ бит. Бөгөнгө көндә ир заттарын, ҡатын-ҡыҙҙарын да аяп тормай, ялмай ғына, атмай ғына һәләк итә.
Ағастарҙың да, кешеләрҙең дә яҙмыштары бер-береһенә оҡшаш шул
[үҙгәртергә]Бөрйәнгә ҡайтҡанда, ҙур-ҙур йөк машиналарына тейәп оҙатылған йыуан-йыуан ҡарағайҙарҙы күреп, тамырҙарынан, ғаиләһенән айырып, сит яҡтарға һөргөнгә ебәрелгән олатайҙарға оҡшатып, йөрәгем һыҡрана. Юғары сифатлы ағастар киҫеп алынған ерҙәргә ҡайын, уҫаҡ һымаҡтары үҫеп сыҡты. Тамғалы ҡарағай кеүек ир заттары юғарыла һанап кителгән сәбәптәр менән һәләк булғас, власты ҡайын - ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарына ала башланы.
Ҡәйүм олатайҙың ҡулъяҙмаларын яҙырҙан алда, үҙе тураһында ла һөйләп китергә кәрәктер, тип уйлайым. Мәҡәләмде яҙғанда, Ҡәйүм олатайҙың улы Сәғитов Әхәт бабай мәрхүмдең, ейәне Мырҙағолов Фәхретдин бабайҙың, килене Хөснитдинова Һәҙиә инәйем мәрхүмәнең һ. б. ауылдаштарымдың хәтирәләренә таяндым.
Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы 1876 йылда зәңгәр тауҙар уратып алған хозур тәбиғәтле Ғәлиәкбәр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Кесе йәштән үк теремек, отҡор, үтә ҡыҙыҡһыныусан, эшһөйәр бала була, аң-белем – мәңгелек ғилем икәнен аңлап, сит яҡтарға китеп уҡыу тураһында эсенән генә хыялланып йөрөй.
Ауылдың дин әһелдәре йәш быуынды: “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи – сәләм әйткән: “Бер сәғәт ғилем алыу – төн буйы нәфел намаҙҙары уҡыуҙан хәйерлерәк, бер көн ғилем алыу өс ай ураҙа тотҡандан хәйерлерәк. Ғилем алыу – сауаплы ғәмәл. Һәр көн ниҙер өйрәнергә, белергә кәрәк. Туҡталып ҡалырға ярамай. Ғилеме барҙың телеме бар. Ғилем алған мосолман әжер- сауаптарға ирешә”, – тип өйрәтер булғандар.
Ҡәйүм олатай үҫеп, буй еткергәс, 16-18 йәштәр тирәһендә, атаһына ситкә китеп уҡырға теләүе тураһында әйтә. Кәләш алып, үҙаллы донъя көтөрлөк егетте, уң ҡанатын, кем ете ят ергә ебәргеһе килеп торһон инде, билдәле, атаһы ҡаршы була.
Улының уҡырға булған теләген атайҙың ризаһыҙлығы ла туҡтата алмай. Дәрт биргәнгә дарман бирер, ти. Өйөр айғырын Петровскигә алып барып, ун өс һумға һата ла Стәрлетамаҡта яңыса белем биргән мәҙрәсәгә уҡырға инә Ҡәйүм олатай. Ул юл ыңғайы Әхмәтшаһ хәҙрәттә туҡтап, ҡунып йөрөр булған.
Ул замандарҙа мәҙрәсәләрҙә шәкерттәргә ошондай предметтарҙан дәрестәр бирелеүе билдәле: толкование корана, изречение пророка, законоведение,фараиз, основы законоведения, основы изречения пророка, всеобщаяистория, естествознание, физика и химия, педагогика, алгебра, арифметика, әхлаҡ, русский язык (был мәғлүмәттәрҙе Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә”мәҙрәсәһендә уҡыған Йыһаншин Сабирйән мулланың шәһәҙәтнамәһенән алдым).
Шулай итеп, олатай, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡып, белемле кеше булып ауылына ҡайта. Ауылда, яҡын- тирәлә русса яҡшы белгән берҙән-бер кеше була.
Хәкимә өләсәй:
— Х ө с н и т д и н ҡ а й н ы м , С а д и ҡ олатайығыҙ, Сәғит олатайығыҙ ауылда иң ҙур кәүҙәле кешеләр ине. Сәғит ҡарт үҙе баһадир кәүҙәле булһа ла, Әбделҡәйүме бәләкәй ине, - тип һөйләр булған ейән-ейәнсәрҙәренә.
Ҡәйүм олатай , С т ә р л е т а м а ҡ мәҙрәсәһенә уҡырға керерҙән алда, иң тәү башланғыс белемде Ғәлиәкбәрҙә алып, һуңынан уҡыуын Көҙәндә, Әхмәтшаһ хәҙрәт мәҙрәсәһендә дауам иткән.
Ғәлиәкбәрҙә лә борон-борондан балаларға белем биреүгә ныҡ иғтибар иткәндәр һәм был эш тейешле кимәлдә юлға һалынған булғандыр, тип уйлайым. Үҙемдең Хөснитдин олатайым, Нәсихә өләсәйем белемле кешеләр булған бит. Элек-электән ауылыбыҙҙа дин әһелдәренең дә күп булыуы шул хаҡта һөйләй.
Ә ҡыҙ бала Нәсихә өләсәйҙе ситкә ебәреп уҡытып ултырмағандар, ул мотлаҡ ауылда белем алған. Борон муллалар – ир балаларҙы, ҡатындары ҡыҙ балаларҙы уҡытҡа ндар.
Уҡытырға урын булмаһа, берәй байҙың өйөндә булһа ла уҡытыу эше алып барылған. Тағы ла ул ваҡытта административ - территориаль бүленеш тә башҡа булған.
Ғәлиәкбәр, хәҙерге ваҡыттағыса, төпкөл ауыл булып иҫәпләнмәгән, оло юл өҫтө булған. Халыҡ Ҡолғона, Маҡар ауылы кешеләре менән тығыҙ аралашып йәшәгән.
Стәрлелә, Хәбибназар, Әхмәтшаһ хәҙрәттәрҙең мәҙрәсәләрендә уҡыған шәкерттәр Ғәлиәкбәр аша үтеп йөрөгәндәр.
Ҡәйүм олатай Алтыншиндар затынан Шәрифә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур тормош ҡора. Был татыу ғаиләлә Кәримә, Хаммат, Ғәйшә, Самат, Әхәт, Барый, Ғилминур исемле балалар үҫә.
Алдынғы ҡарашлы, һәр эшкә лә маһир Ҡәйүм олатай ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ауылдаштарын хайран иткән. Оҫта тегеүсе булған,өҫтөнә лә кейемде үҙе тегеп кейгән.
Әүжән урыҫтарынан күп итеп картуф алып килеп сәскән. Тире йыйыу буйынса кеше кәрәк булғас, бер ни тиклем шунда тәғәйенләнеп эшләп йөрөй. Аҡыллы ир – ил ағаһы, ти.
Ауылдаштары уға кәңәшкә йөрөгәндәр, олатай уларға кәрәкле документтар әҙерләргә ярҙам иткән, районда русса яҡшы белгән кеше булараҡ, аралаш, алыш-биреш булһа, гел уны йөрөткәндәр.
Бер ваҡыт Әтек, Иҫке Усман башҡорттары менән Кананикольск урыҫтары араһында ер өсөн низағ китә. Ыҙғышты яйға һалыу өсөн, Ҡәйүм олатайҙы саҡыртып алалар.
Олатайыбыҙ барып, халыҡ менән һөйләшеп, бәхәсте Әтек, Иҫке Усман халҡы файҙаһына хәл итеп ҡайта.
Оҫта ҡурайсы булыуы, халҡыбыҙҙың йырҙарын аһәңле, моңло итеп башҡарыуы менән дә дан алған Ҡәйүм олатай аҙан әйтһә, тауышы Таҡыясусаҡ, Суҡмуйыл яҡтарына тиклем яңғырап, ишетелеп, халыҡты Аллаһ йортона әйҙәп, саҡырып торған. Өйө лә мәсет тапҡырында булған.
Киң күңелле, ҡунаҡсыл олатайыбыҙ кеше менән аралашыуҙы яратҡан, йома һайын ҡарттарҙы сәй эсергә саҡырған.
“Йәтимдәр өҫтөнән күҙәтеүсе минең менән йәннәттә булыр”, - тип әйтелә бер хәҙистә. Үкһеҙ етемдәрҙе, Нәжметдин бабай менән Ғәйшә инәй Әминевтарҙы, үҙенә тәрбиәгә алған. Ҡәйүм олатай, был ике етем баланы үҙ балаһы һымаҡ көтөп, эйәле-башлы итеп, мал биреп сығарған.
- А т а - б а б а л а р ы м д ы ң б о р о н - борондан йор һүҙле, шиғриәткә ғашиҡ кешеләр булыуҙары һоҡландыра. Олатайҙарҙың ил эсендә барған сетерекле хәл-ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарыған ауылдаштары тураһында сығарған шиғырҙары әле һаман да халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған. Ул замандарҙа, етешһеҙлектәр күрһәтелеп, шиғыр теленә эләгеү бик оят һыналған, сөнки ул әҫәрҙәр онотолмаған, телдән-телгә һөйләнеп, тирә-яҡҡа таралған, быуындан-быуынға күсә килгән.
Ҡәйүм олатай ҙа шиғыр сығарырға бик оҫта булған. Уның үткер теленә эләгеүҙән кешеләр ҡурҡып торғандар.
Бер ваҡыт олатай ҡунаҡҡа барған да,ауырыйым, тип ятҡан да ҡуйған, ти. Саҡырған кешеләрҙең икмәктәре бик ҡаты булған икән.
Балта менән сабып ҡарай,
Бысаҡ менән телеп ҡарай
Беҙҙең ҡоҙа Мырҙабай.
Ни эшләргә лә белә алмай,- тип шиғыр сығарып, хужаларҙың ағас көрәктәренә яҙып китә.
Шәмиғолов Шәкир тигән кеше ике әбейе була тороп, тағы ла бер татар әбейе алып ҡайтҡан. Уға ла ошондай шиғыр йәбешеп ҡалған:
Шәкир ағай бисәләре
Ике башҡорт, бер татар.
Яңы иген өлгөргәнсе
аҫрауы бик хәтәр.
1914 йылғы Ватан һуғышына арнап сығарған бәйете:
Бисмилла тип башлайым мин
Һәр бер эште иң башта.
Германия иғлан итте
Россияға һуғышты.
Ҡайһынығыҙ ағай-эне,
Ҡайһынығыҙ ҡоҙалыр.
Беҙҙе былай йөрөткән
Бәндә түгел, хоҙайҙыр.
Беҙҙең йөрөгән еребеҙ
Эйек менән Ҡола(а)т.
Өйгә ҡайтып тороп булмай,
Ебәрәләр ҡыуалап.
Ҡыҙыл билет иғлан итеп,
Урамдарға ҡаҡтылар,
Запастарҙың йөрәгенә
Ҡайғы уты һалдылар.
Аҙашып ҡалған ҡоштар кеүек
Ҡысҡырыша балалар,
Атайҙарыбыҙ ҡайҙа, тиеп,
Йөрәккә ут һалалар.
И л е б е ҙ ҙ ә б а р ғ а н ф а ж и ғ ә л е ваҡиғалар: граждандар һуғышы, берсә аҡтарҙың, берсә ҡыҙылдарҙың баҫып кереп, халыҡтың барлы- юҡлы ғына ризығын талап-тартып алып хәлһеҙләндереүҙәре, аслыҡ ауылыбыҙҙы урап үтмәгән. Бик күп кешеләр аслыҡтан ҡырылған.
Үлгәндәрҙе ерләрлек тә хәлдәре булмаған ауылдаштарымдың мәйеттәрен бер урынға өйөп һалып торғандар. Һуңынан илле-алтмыш кешенең бөтәһен бергә Уҫағуй йылғаһы буйына туғандар ҡәберлегенә ерләгәндәр.
Ғәзиз яҡындарыбыҙ ерләнгән был ҡәбер ауылыбыҙ халҡының дәһшәтле, фажиғәле яҙмышының шаһиты икәнен белһен, онотмаһын, был матур тормоштоң еңелдән генә бирелмәгәнен иҫендә тотһон ине йәш быуын. Шул ауыр йылдарҙа беренсе ауыл советы рәйесе вазифаһын Әминев Абдрахман олатай башҡарған, секретаре булып Ҡәйүм олатай эшләгән.
Ауылда астарға ярҙам комитеты ойошторолған, халыҡҡа, әҙләп кенә булһа ла, иген таратҡандар. Ана шулай осон - осҡа ялғап йәшәргә тырышып ятҡанда, тағы ла ҡара һөрөм булып, меңәр башты бер баш ашар - золом йылдары башлана. Килер ҡазаны ҡайҙан ғына беләһең. Бәлә ҡыңғырау тағып килмәй шул.
1929 йылда, Нәжмитдин бабай менән Ғәйшә инәйҙе батрак итеп күрһәтеп, Ҡәйүм олатайҙы раскулачивать итергә ҡарар итәләр. Булған бит ул замандарҙа ла абруйлы, ҡыйыу, тура һүҙле, сая ҡатындар! Уҫал Хәҙисә тип йөрөткәндәр ул өләсәйҙе.
- Һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Әбделҡәйүм, Нәжмитдин менән Ғәйшәне ултыртып ҡуйып, үҙ балаларын ғына эшләтергә тейешме? Эштән кеше үләме? Улар ниндәй батрак булһын? – тип, ҡаты асыулана уҫал Хәҙисә. Раскулачивать итергә килгән кешеләр уның фекерен тыңлап ҡайтып китәләр.
Йомағолова Ғәйшә инәй: ”Ғәлиәкбәргә 1929 йылда килен булып төштөм. Ул ваҡытта ауылыбыҙҙа абруйлы, шәп кешеләр күп ине. Әбделҡәйүм мулла үҙе генә ни тора ине һуң! Өйөнөң эргәһендә бала – сағаларҙы йыйып ала ла кәрәмәт күрһәтеп:” Ана сысҡан, ана йылан,” – тип, эй, йүгертеп уйнатып ултырыр ине. “Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың,” – тигәндәр бит. Золом йылдарында кешеләрҙе хатта таҡмаҡ өсөн дә алып киттеләр,” – тип әсенеп иҫкә алғаны хәтерҙә. Атайым Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улынан шул йылдарҙа сығарылған таҡмаҡтарҙы яҙып алғайным. Бәлки, был юлдарҙың авторы Ҡәйүм олатай булғандыр:
Рәхмәт төшкөр Николай
Ун ике һыйыр һауҙырҙы.
Коммунист – маладис
Бер һыйырға ҡалдырҙы.
Советский норма –
Биш йөҙ грамм корма.
Ас та түгел, туҡ та түгел,
Өйрәнгәс ни, бер ни түгел.
Ленин бабай сәс алдырған,
Маңлай сәсен ҡалдырған.
Ҡышҡа инһәң – похлебка,
Йәйгә инһәң – балтырған.
Ала ҡарға, ҡара ҡарға
Һарайымдың башында.
Ике ярма, өс бәрәңге
Ысталауай асырға.
Сәғитов Әхәт бабай һөйләгәндәрҙән
[үҙгәртергә]“1930 йылдың май айы ине. Ғәбитов Сафа бабайҙы ике әбейе, балалары менән оҙон арбаға ултыртып алып киттеләр. Әүжәндән урыҫтарҙы алып килеп, бөрмә башлы итеп өй төҙөткәне. Тимер менән ябылған, буяулы матур өйө, бик күп умарталары ултырып ҡалды. Беҙ ни, бала – сағалар, йүгереп йөрөйбөҙ. Илаш - ҡысҡырыш. Ауыл халҡы илап оҙатып ҡалды. Атайымды районға саҡыртып алдылар, шул китеүҙән ҡайтманы ул, тотоп алып киттеләр. Бөрйәндә Бүребаев тигән бәндә күп кешенең башына етте, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе төрмәгә ебәреүсе лә шул. Гел наган тағып йөрөй торғайны. Ул ваҡытта саҡ бер нәмә булһа, кешене милиция тип ҡурҡытырҙар ине. Бына тигән 250 ир атылып, үлеп бөттөләр.”
“Көслө ҡурҡыныс түгел, үсле ҡурҡыныс,” – тигәндәр боронғолар. Илен ҡурсалаусы ил ағаһы, башҡортомдоң сәсән телле моңло улы, “тамғалы ҡарағайы”, дин әһеле, солоҡсо, бынамын тигән ғаилә башлығы, ете бала атаһы Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы, ун йылға хөкөм ителеп, 1932 йылдың 4 ғинуарында Мордовияла һәләк була.
Ҡәйүм олатайҙың солоҡ ағастарҙың хисабы
[үҙгәртергә]1.Туңғайын һыртында Ғабдрахман мәғзүм ағасы, йәш ҡарағай.
2. Асҡырғаҡ буйында Иҫке ыҙма ҡаршында Зариф мәрхүмдән һатып алған йәш ҡарағай.( Аҫҡарһаҡ )
3. Асҡырғаҡ башында Хөснөтдин мулла мәрхүмдән килгән шыршы, солоҡло башы киҫкән, йәш.
4. Кесе Нөгөш тамағы ҡырын битендә Ишемғол ағасы, Рәхмәтулла Зариф улы биргән йәш ҡарағай.
5. Күс ояһы башында Мансур соҡоро башында йәш ҡарағай.
6. Абызгилде соҡороноң башында Яҡшимбәткә бара торған юлдың һыртында Абдулкәбир мәрхүм йунмаһы Байғаҙы Мөхәмәтзариф еҙнәйҙән ҡалған йәш ҡарағай.
7. Түшбесәндә умарталы бешә, Ишмөхәмәт мәрхүм вафатында Хәсәнгә садаҡаға килгән. Хәсәндән һатып алған булырмын. (һыҙылған)
8. Сорҡаҡта Ғариф сабыны менән Ғабдулкәбир сабыны артында киҫек баш йәш ҡарағай.
9. Яҡшымбәттә Ҡабаҡ башында атай мәрхүм юнмаһы, киҫекбаш ҡарағай.
10. Яҡшымбәттә, Ишемғол сабынында, Көҙән ауылы Ғәлләметдин мәрхүм улы Ғилметдиндән һатып алдым, йәш ҡарағай.
11. Яҡшымбәттә, Ишемғол сабынында, Мөхәмәтғәле Йыһанша улы вафатында мөйөшөндә ултырған өсөн садаҡаға килгән йәш, яңы юнма ҡарағай.
12. Яҡшымбәт тамағында Кәбәс Баязит ағасы, Йәрмөхәмәт ҡатыны Хәтирә еңгә мәрхүмәнең вафатында мөйөшөнә ултырып, садаҡаға килгән йәш ҡарағай.
13. Ҡондоҙбай түбән яғынан сыҡҡан үҙәк башында йәш ҡарағай, улым Ғәбделәхәткә исем ҡуштырғанда Хәйрулла Байрамғәле улы биргән ине.
14. Аҡтүбә аръяғында, Ҡорҡорауыҡ тамағы шыршылар һыртында Хәмит ағай мәрхүм ағасы, Мөхәмәтәшрәфтән алышып алған булырмын, йәш ҡарағай.
15. Тәрән кисеү түбән яғы Сәскәтуғай һыртында Баязит ағасы, Сөләймән ағай мәрхүмдән алышып алған булырмын, йәш ҡарағай.
16. Дөйәмуйын үръяғында ике кейәле Зариф мәрхүм ағасы, Ғәбделмоталлиб мулла Әбделкәбир мәрхүмгә биргән йәш ҡарағай .
17. Кәбән ҡарағайҙа Сәлих сабыны аҫтында Йыһаншин Мөхәмәтғәле юнмаһы. Иҫке Мөсәт ауылы Ғәлиәхмәт Алтынғужиндан алышып алған ағас, йәш ҡарағай.
16. Кәбән Ҡарағайҙа Сәлих сабынында юл һыртында Сабитулла Аҡкүбәковтан һатып алған йәш ҡарағай. Солоҡло, умарта күтәреүле.
17. Зиргәк Ишкәк турыһында Жәнгирәйҙә Ғабдулла Исламбай улы бер ҡарағайымды юнып, урынына биргән йәш ҡарағай, Кәбәс Хәйрулла юнмаһы.
18.Ҡыҙылташта Аҡ Зауыт кисеүенән сыҡҡас, ҡабаҡ башында, юл эсендә йәш ҡарағай.
19.Оло Нөгөш буйында Ташлы йылғала Кәбәс ерендә Яңы Мөсәт ауылы Зәйнулланан алышып алған булырмын Дәрулла ағасы йәш ҡарағай.
20.Саңны буйында Ҡадисәгә алып бара торған юлдың эргәһендә Әхмәтша ағасы. Ҡыҙы вафатында Ғәбделкәбир мәрхүмгә саҙаҡа итеп биргән йәш ҡарағай.
21. Ҡарағайлы буйында Ташлы йылғала умарта урыны. Иҫке Мөсәт ауылы Шәмсетдин мулла мәрхүм ҡатыны Ғәйниямал әбейҙән һатып алған булырмын.
22. Урта йортта йәйләү эргәһендә Ғәбделмоталлап мулла мәрхүм Ғәбделкәбиргә биргән киҫек баш ҡыу ҡарағай.
23. Урта йортта Күжәүниккә бара торған юл эсендә, тауға үрелгән ерҙә урман аҫтында Муса мәрхүм ағасы. Йәрмөхәмәт Ғәлиәкбәр улы фытыр саҙаҡаһына бирҙе. Йәш, һары ҡарағай.
24. Ҡырғыҙ айыры тамағы түбән яғында, уң яҡтан ҡабаҡ башында, киҫек баш йәш ҡарағай, Ғабдрахман ағайҙан алышып алған булырмын.
25. Түбәнге Сыбарҙа, Ғәбит уяһы тамағы ҡаршында, Ишнияз ағасы. Камал мулла мәрхүмдән һатып алған булырмын. Йәш ҡарағай.
26. Иректаш ҡаршында, Кеҙәнөй үръяғы моронда, йәш ҡарағай. Йәрмөхәмәт ағай мәрхүм һөйөнсөгә бирҙе.
27. Егән буйында, Ерекле үръяғында, уя башында йәш ҡарағай (Ҡырғыҙ айырынан түбән, икенсе үҙәк башында). Ғатаулла Бәлхиәгә никах уҡығанда саҙаҡа итеп бирҙе.
28. Оҙон йылға башында урман эсендә Ғабдулла Исламбаев Абдулкәбир мәрхүмгә биргән ҡарағай.
29.Ҡала йылға буйында Ҡыбчаҡ утарында Мөхәмәтхужа суфый бирҙе, йәш ҡарағай.
30.Жигән буйында Һуазы өҫтөндә Байрамғол бабайҙың вафатында атай мәрхүмгә мөйөшөнә ултыртып, Хәйрулла ағай биргән ҡарағай.
31. Шыуған кәбән өйәһенең бирге яғы битендә Алағуян тамағы Фәхретдин ҡоҙа Хисаметдин Әхтәмовҡа биреп, Үрге Нөгөш Сафанан улым Хамматҡа килгән йәш ҡарағай.
32. Ҡарағайлы буйында Еркүскәндә ҡыразда ҡыу ҡарағай, атай мәрхүм ағасы.
33. Ҡаҙған юлдан Мораҙымға бара торған юл өҫтөндә ике солоҡло Кәбәс Баязит ағасы, алышып алған йәш ҡарағай.
34.Ҡадисә түбән яғында сыҡҡан йылға башына яҡын атай мәрхүм ағасы - ҡыу ҡарағай.
35.Ҡадиса йорттан Саңныға артыла торған юлдың уң яғында, тау башында, Йәрмөхәмәт ағасы. Әхмәтшаһ мәрхүм ҡыҙы вафатында Абдулкәбиргә садаҡа итеп биргән йәш ҡарағай.
36. Шәрей тамағы түбән яғында, Аҡ Уя аҫтында, Һалабаш юлы аҫтында, йәш ҡарағай. Хафиз Әхмәтша улынан һатып алған булырмын.
37. Шәре буйында Хәйрулла ағасы, Хажимөхәмәттән килгән йәш ҡарағай.
38. Ҡадисә түшендә, Ишмырҙа сабыны үр яғында, умарталы бешә. Мөхәмәтәшрәфтән килгән, башындағы умартаһы Фәйзрахмандан алынған.
39. Шәрей буйында, Ташлы йылға тамағында, юл эсендә, күтәреүле умарта урыны. Йәш бешә ағас.
40. Тамағайырыла Ҡаҙанбайҙың һулға сыҡҡан тарафында - Рәсүл юнмаһы, киҫекбаш йәш ҡарағай.
41. Боҙор менән Ҡаҙанбай араһында ике солоҡло киҫекбаш һары йәш ҡарағай Бикташ ауылы Ғилман мәрхүмдән алышып алған булырмын.
42. Тамағайырыла Арба уяһы йылға башында Ишмырҙа юнмаһы. Киҫекбаш ҡыу ҡарағай.
43.Шул уҡ ҡыу ҡарағайҙың ҡаршыһында Динислам Йыһанша улынан һатып алған киҫекбаш йәш һары ҡарағай.
44.Ҡалғасауҙа сар ташында Тимерғәле мәрхүм ағасы, йәш ҡарағай, садаҡаға килде.
45. Күлтә ҡабағынан сыҡҡан оя башында, һул яҡ битенән, Ҡалғаҫау Ямалетдиндан алышып алдым, йәш ҡарағай, Вәлиулла мәрхүм ағасы.(күл тамағы түгел микән)
46. Күлтә ҡабағынан сыҡҡан ояның һул битендә Тимерҙән Мөхәмәтғәле мәрхүм ағасы йәш ҡарағай Көҙәндән Ҡазандан Рәсих менән һатып алған булырмын.
47. Шул уҡ ояның башында һул тарафында Фазлетдин бабай мәрхүм ағасы, әбейе Мәҙинәнән һатып алған йәш ҡарағай.
48.Шәре тамағы үр яғында, бәләкәй йылға башында, туҡмаҡлы йәш ҡарағай Ғәбделкәбир мәрхүмгә Хәйрулла ағай Байрамғәли улы биргән.
49.Бәләкәй йылғаның уң яғында Зариф ағасы, йәш ҡарағай. Рәхмәтулла атаһына Ҡөрьән уҡытып биргән ине.
50. Бәләкәй йылғала умарта урыны Ишемғолдан килгән, бүрек биреп алған булырмын.
51. Бәләкәй Аҡсура бирьяғында, юл һыртында, умарта урыны. Ишемғолдан килгән, һатып алған булырмын.
52. Арал туғайы һыртында Мөрәсем юнмаһы, Ғәбделкәбир мәрхүмгә хәҙрәт мәрхүмдән килгән.
53. Ҡыҙылғола йорттан Ағасбиләнгә ҡарап сыҡҡан үҙәк буйында киҫекбаш йәш ҡарағай. Атай мәрхүм Ғәбделкәбиргә мәрхүмгә биргән ине.
54. Ҡыҙылғола буйында, Ноғман сабыны һыртында юл ситендә, киҫекбаш ҡарағай.
55. Үмәк уяһының һул тарафы башында, зыярат өҫтөндә, ҡыразда, Әхмәткирәй Мөхәмәтйән улы биргән йәш ҡарағай, улым Ғәбделәхәткә исем ҡуштырғанда биргән ине. 56. Ҡыҙылғола башында Оло Асыҡ һыртында уҫаҡ урман эсендә Ғүмәр ағасы, киҫекбаш йәш ҡарағай.
57. Айсан йорт һыртында йәш бешә ҡарағай. Әткәй мәрхүм вафатында әнкәйгә тейеп, әнкәбеҙ үлгәс, миңә тейгән ине.
58. Ҡыҙылғола буйында юл өҫтөндә Зариф ағасы. Рәхмәтулла Күлбаев улым Ғәбделәхәткә исем ҡуштырғанда биргән ине. Бейек һары ҡарағай.
59. Сабалыҡ (Саплыҡ?) башында уң яҡтан Фәйзулла ағасы Киҫекбаш йәш ҡарағай.
60. Ярыу буйынан Ҡыҙылғола башына артыла торған юлдың һул яғында киҫекбаш йәш ҡарағай. Ҡалғасау ауылы Мөхәмәтрәхим Мөхәмәтғәли улы биргән ине.
61. Ярыу буйында ҡыу ҡарағайҙың һыртында ҡырмыҫҡа төп йәш ҡарағай.
62. Менгәшкән умарта сыртында Һалабаш юлының эсендә йәш ҡарағай.
63. Ишә тамағының ҡаршыһынан үргәрәк атай мәрхүм юнмаһы. Йәш ҡарағай, үҙе Ярыу эсенә ҡарап ултыра.
64.Үрге Ысбарҙа Биҡҡол башына артыла торған юлдың һул яғында йәш ҡарағай. (Үрге остан тигән һүҙҙер ул).
65. Туҡмаҡ буйында Һан (Сан?) буйы башында йәш ҡарағай. Мөхәмәтйән мәрхүмдән алышып алған булырмын.
66. Ҡортло өй (уй?) башында Мөхәмәтйән мәрхүм вафатында Әнүәр муллаға садаҡаға бирелгән. Әнүәр мулла саҙаҡа – и фитырға биргән ине.
67. Ҡадисә йорттан тәпәш биләнгә артыла торған юлдың үр яғында ҡабаҡ буйында Мөхәмәтғәле ағасы, Ғәле Мөхәмәтйән улынан килгән.
68.Сасыҡ буйында Байрамғол баҙының һыртында урман эсендә Зариф ағасы, хәҙрәт мәрхүмдән килгән һары ҡарағай.
69. Кесе Нөгөштә, Дибулла сабыны турыһында, ҡабаҡ башында Мәрәһим юнмаһы киҫек баш йәш ҡарағай Кәбәс ауылы Баймырҙа мәрхүмдән алышып алған булырмын.
70. Дибай сабынында Мөхәмәтғәле Йыһанша улы улым Ғәбдәләхәткә исем ҡуштырғанда биргән ине, йәш ҡарағай.
71. Ҡортло уй башында хәҙрәт мәрхүм вафатында Ғәбделкәбир мәрхүмгә садаҡаға килгән саталы йәш ҡарағай.
72. Шайтан йылға башында Сафа ағай фитыр садаҡаһына бирҙе, йәш ҡарағай.
73. Ярыу йортта, Йәрмөхәмәт ағай ултырышынан заводҡа китә торған юл эсендә, йәш ҡарағай, Муса улы Абдрахман вафатында килгән йәш ҡарағай.
74. Аҡьегет буйында, һул яғынан Урта йортҡа китә торған юлдың уң яғында, Ҡыразда, йәш ҡарағай. Мөхәмәт ағай мәрхүмдән алышып алған булырмын.
75. 1924 йыл марттың 24 – ендә Бикташ ауылы Әбүбәкер улы Абдрахман бирҙе, Шәре буйында Салды йылға буйында солоҡло йәш ҡарағай, киҫек баш. Биктәш Ишмөхәмәт мәрхүм юнмаһы (текстың аҙағында 1923 тора).
76. Кәбән Ҡарағайҙа Салих сабынында юл һыртында Зариф ағасы. Киҫекбаш, йәш ҡарағай, Ишемғолдан һатып алған булырмын.
77. Ҡыҙҙар тауында Мөхәмәтйән ағасы, Ҡолғана ауылы Абдулмоталиб мулла Ғәбделкәбир мәрхүмгә биргән киҫек баш йәш ҡарағай.
78. Яппар тамғы түбән яғында Ғабдрахман Мөнәүис улы Фәттәхетдин ҡоҙа биргән ине, йәш, башы киҫек ҡарағай.
79. Бәләкәй шырҙа Зариф ағасы, киҫекбаш, йәш ҡарағай.
80. Асҡырғаҡ буйында, Үлек уяһында, йәш киҫек баш ҡарағай, атай ағасы.
81.Ҡарағайлынан Хөсәмәт юлы менән барғанда, уң яҡтан, Ҡыраз ситендә Зариф ағасы. Йәш ҡарағай, һөйөнсөгә биргән ине.
82. Ишә тамағының ҡаршыһында, үргәрәк, атай мәрхүм юнмаһы, йәш ҡарағай. Үҙе Ярыу эсенә ҡарап ултыра.
83. Сыбауҡ (Сыбылыҡ) тамағында туғайҙа – башы ҡырҡылмаған йәш ҡарағай, Иҫке Мөсәт ауылы Ғәлиәхмәт Алтынғужиндан бер салғы биреп, һатып алған булырмын.
84. 1924 нче йылда ғинуарның 25 ндә Салахетдин бабай мәрхүм вафатында мөйөшөнә ултыртып, садаҡаға бирҙеләр. Март башынан заводҡа бара торған юл эчендә йәш ҡарағай, Иҫке Мөсәт ауылы Мәхмүддин ағасы.
85. Салахетдин бабайҙың малын балаларының тәҡсим ваҡытында, балалары бирҙе бер ҡарағай. Солоҡло йәш ҡарағай, урыны Аҡҡыр йылғаһы буйында, уң тарафында.
86. Санкәй башында, уң яҡтан, йәш ҡарағай. Ҡолғана ауылы Абдулмоталиб мулла мәрхүм Ғәделкәбир мәрхүмгә биргән.
87.Көҙән сабыны Кесе Нөгөш буйында Салахетдин бабай ағасы, йәш ҡарағай. Фәйзрахман ауырыуымдан өшкөр, тип бирҙе.
88.Жигәйен башында, ер баҙы үр яғында, Ҡотош беше умартаһы белән Ишдәүләт ауылы Хәйрулла Маһыян улынан алышып алдым. Күргәс буйынан Ирдәнзе тамағы ҡаршыһында Исламғол ағасы, Алағуян тамағы Фәхретдин Мәхмүд улы биргән ҡарағайҙы биреп алышҡаны булырмын.
89. Йыһан йортонда, бур Нәғиүзбер ултырыш сыртында, Ғабдулла Исламбай ауылы юнмаһы, Бикташ Ғәбдислам мәрхүмдән Ғәбитулла Ғилман улына барып, һатып алдым, йәш киҫек баш ҡарағай.
90. Яр(з)ыу йылғаһына, йүнкегә килгән йылға буйында, башҡа яҡын һул яғынан ҡабаҡ битендә киҫек баш йәш ҡарағай.
91. Ярыу йылғаһының уңға сыҡҡан йылға башында, уң яғынан ялан ҡырында, Алағуян тамағы Яҡуб ағасы, йәш ҡарағай.
92. Аҡҡыр бәләкәй йылғаһы түбән яғында Бикташ Абдрахман Әхмәтгәрәй улы биргән йәш ҡарағай.
93. Шәре буйында йәш ҡарағай Бикташ Абдрахман Әбүбәкер улы бирде, ағаһы төн яздырыб шаталаҡ Әбдүлмәндән алған иде.
94. Ҡыҙыл ташта Түһбәт сабыны һыртында Баймырҙа мәрхүм ағасы, йәш ҡарағай, ҡатыны Мәхүбә бирде.
95. Ғилман Салахетдин улы бирде, Ярыу буйында, Ишә тамағы ҡаршыһында Ишемғол мәрхүм ағачы, йәш ҡарағай .
96. Ярыудан Ҡыҙыл ҡая башына артыла торған юл һыртында Абдрахман ағайҙан килгән ҡарағай. Шәре буйына Хәйруллаға килгән, Хажмөхәмәт бирде.
97. Тимер айыры буйында өс яҡтан ҡыу ҡарағай атай мәрхүм ағасы, башы ҡырҡыулы.
98. Селәнөйәташ башында Рауил олатай ағасы.Ғәли Мөхәмәтйән улынан һатып алған булырмын. Йәш, киҫкәнбаш ҡарағай.
99.Абызгилде соҡороноң башында Яҡшымбәткә бара тоған юл һыртында Мөхәмәтғәли юнмаһы. Байғаҙы Мөхәмәтзариф еҙнәнән һатып алған булырмын, йәш ҡарағай.
100. Яҡшымбәттә, Ҡарасыға һыу буйы үрьяғынан сыҡҡан үҙәк буйында, Мөхәмәтша мәнәлеһенән(әйберенән, малынан) юнған Мөхәмәтйән ағасы. Ғәли ...(юйылған ) саҙаҡаға бирҙе. Йәш ҡарағай.
111.Ҡондоҙбай һыртында Ғәли Мөхәмәтйән саҙаҡа ҡылып бирҙе. Йәш ҡарағай.
112.Төлкө Һаҙы һыртында Зариф ағасы, ҡуна торған.
113. Ҡондоҙбай түшендә Шәйхислам Динислам улы саҙаҡа ҡылып бирҙе. Йәш ҡарағай. Ҡатыны Зәлифә вафатында Кәбәс ауылы Баттал ағасы.
114. Оло Нөгөш буйында Ташлы йылғала Кәбәс ерендә Яңы Мөсәт ауылы Мөхәмәтшәриф ағасы. Зиннәтулла Ҡасҡынбаевтан алышып алған булырмын. Йәш, туҡмаҡлы ҡарағай.
115. Жигәйен буйында, Ерекле йылға түбән яғында, уң яҡтан тау битендә йәш ҡарағай. Әнүәр мулланан килгән.
116. Сабар тамағы түбән яғында, һул яҡтан уя башында, Сөләймән ағай мәрхүм ағасы. Фәйзрахмандан һатып алдым.
117. Сабар тамағы ҡаршыһында Хисаметдин ағасы. Киҫекбаш йәш ҡарағай. Улы Ғәбидулланан алдым.
118.Үҙән йылға башында Үрге Нөгөш Мөхәмәтхужа суфый биргән йәш ҡарағай. Шүлгән Ғәлиулла мәрхүм юнмаһы.
119. Ҡалғасау ауылынан барып, бер соҡорҙан үтеп, икенсе соҡорҙо сыҡҡас та, бара биргәс, Сөләймән ағай мәрхүм ҡарағайы турыһында, һыртта, йәш ҡарағай. Тимерғәли мәрхүмгә ҡыҙҙары “Ҡөрьән” уҡытып, саҙаҡаға биргәндәр ине.
120. Абызгилдегә бара торған юлдың һыртында йәш ҡарағай. Динислам мәрхүм Зәйнетдин Ғәбделғәлим улына саҡырмаға килгәндә биргән йәш ҡарағай.
121. Бәләкәй йылға башына ҡарап сыҡҡан юл эсендә Динислам мәрхүмдән килгән йәш ҡарағай.
122.Ҡыҙылғола буйында Мәсғүт (Мәхмүт) сабыны аҫтында ярғы ҡарағай. Улым Ғәбделәхәткә исем ҡуштырғанда Мөхәмәтсадиҡ Хөснөтдин улы биргән ине.
123.Бәкерташ түбән яғында умарталы йәш ҡарағай. Шәйхетдин Әхмәтйән улы приговор яҙҙырып биргән ине.
124. Ҡаҙғанюлды төшөп, Мораҙонға айырылған юл өҫтөндә ярыҡ ҡарағай. Атай мәрхүм ағасы.
125. Ҡадисә йорттан Саңныға артыла торған юл түбән яғында булырға кәрәк, Йәрмөхәмәт ағай ҡатыны Хәтирә еңгәй вафатында саҙаҡаға бирелгән ине.
126. Шәрей буйында Хажиәхмәт Ғәбитов үҙен өшкөртөп, саҙаҡаға биргән ине.
127. Ҡарағайлыла, Ҡыҙҙар тауында, Ғәбделлатип мулла Ғәбделкәбир мәрхүмгә биргән киҫекбаш йәш ҡарағай.
128. Кәбән Ҡарағайҙа Таһир баҙының һыртында күтәреүле умарта. Иманғәли Мөхәмәтйән улынан һатып алған булырмын.
129. Ҡарағайлы тамағында, Исмәғил баҙының һыртында, йәш һары ҡарағай.
130. Асалы буйында йәш ҡарағай.
131. Күсек айыры башында Аҡбулат ауылының Шаһи әхмәт ағасы. Фәррәхетдин улынан алышып алған булырмын. Әүәл тарафы
1923 нче йылда декабрдә, 10 нда Абдулҡәйүм Сәғид улының барлыҡ солоҡло вә умарталы урынларының хисаб дәфтәре. Һәммәсе рәт нумеры белән язылыр.
Ахыр тараф. Саһебе вә малике Абдулҡәйүм ибн Сәғид Әл - Хәлиди, ән - ҡарийе Ғәлиәкбәр Башҡортостан шуралы джөмһүриәтедән Зилаир кантоны Буржан волосы 1923 нче декабре иҫкесә 14 ндә.
Бер китапта, Ҡөрьән – ҡарый тип, Ҡөрьәнде ете төрлө итеп уҡый белгән кешене әйтеүҙәре тураһында уҡығайным. Үҙе тураһында яҙған мәғлүмәттән күренеүенсә, Ҡәйүм олатай Ҡөрьән – ҡарый булған. Анау хәтле солоҡ ағастары эйәһенең, халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен һуҙып, артылмаған үрҙәре, тауҙары, кисеп сыҡмаған сая йылғалары, ятып һыуын эсмәгән селтер шишмәләре ҡалдымы икән! Бейек тауҙар өҫтөнә менеп, тыуған яғыбыҙҙың хозурлығына һоҡланып, төпһөҙ зәңгәр күктә ҡыйғыр бөркөттәрҙең кәйелеп осҡанын күҙәтеп торған саҡтары ла күп булғандыр олатайҙың. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып, һөйәктәре ситтә ятып ҡалған Ҡәйүм олатайҙың һәр балаһының тормош юлы беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. “Халыҡ дошманы балалары” тигән мөһөр йөрөтһәләр ҙә, бирешмәгәндәр улар, тырышып – тырмашып белем алғандар. Ҡәйүм олатайҙың ейән – ейәнсәрҙәре, бүләр – бүләсәрҙәре, тыуар – тыусарҙары – үҙе кеүек көслө ихтыярлы, рухлы заттар. Улар илебеҙҙең ҡайһы мөйөштәрендә, ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итмәйҙәр. Сәғитовтарҙың үҙҙәре тураһында ғына ла бер роман яҙырлыҡ. Ағас нәҫеле ерҙә, ир нәҫеле илдә шул.
КҮҢЕЛ ЙӘДКӘРЕ «Тамғалы ҡарағай» яҙмышы Шәғүрә ӘХМӘҘИЕВА.