Ҡурылған йомортҡа

Викидәреслек проектынан

Ҡурылған йомортҡа, тәбейә — тауыҡ йомортҡаһынан табала әҙерләнгән ризыҡ.

Кәрәкле аҙаҡ-түлек[үҙгәртергә]

  • Йомортҡа — 1-5 дана.
  • Үҫемлек майы йәки аҡмай. Маргарин, жир булһа ла ярай.
  • Тоҙ.
  • Тәмләткестәр.

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Табаға май һалып утта ҡыҙҙырырға, тоҙ өҫтәргә. Йомортҡаны ватып табаға ҡойорға. Өҫтөнә ваҡланған сыр, йәшелсә турарға мөмкин. Йомортҡа бешкәнсе ҡыҙҙырырға. Аҡмай урынына үҫемлек майы, маргарин, жир ҡулланырға мөмкин.


Һылтанмалар[үҙгәртергә]