Айран
Айран — башҡорттарҙың һәм төрки халыҡтарының милли эсемлеге. Төрлө халыҡтарҙа айранды әҙерләү өсөн сеймал һәм әҙерләү ысулы айырыла. Уртаҡ үҙенсәлеге — һөт продукттарынан эшләнеүе.
Башҡорттарҙа айран өс төрлө була: ҡороттан әҙерләнгәне, эркеттән әҙерләнгәне, май баҫҡанда йәки бешкәндә айырылып сыҡҡаны.
Әҙерләү
[үҙгәртергә]- Ҡороттан әҙерләнгәне: бындай айран өсөн яңы эшләнгән йәки киптерелгән әсе ҡорот алына. Уны ҡоротҡа һалҡын һыу ҡушып эшләйҙәр. Был ҡайнап һыуынған һыу, шишмә һыуы булырға мөмкин. Тәменә ҡарап тоҙ өҫтәйҙәр. Ҡуйылығын да тәмләп ҡарап самалайҙар.
- Эркеттән әҙерләгәндә лә һалҡын һыу ҡушып эшләнә. Эркет менән һыу самаһы яҡынса 1:3 нисбәтендә.
- Май баҫҡанда йәки бешкәндә айырылып сыҡҡаны бигерәк тә туҡлыҡлы, ҡаймаҡлы була. Уны шул көйөнсә лә, һыу менән шыйығайтып эсәләр.
Үҙенсәлеге
[үҙгәртергә]Был эсемлекте әҙерләү бик анһат һәм тиҙ булыуы менән айырылып тора.
Оҙайлы юлға сыҡҡанда сеймалы күп урын алмай. Эҫелә һыу эсергә ярамағанда, был баһалап бөткөһөҙ туҡлыҡлы һәм һыуһынды тиҙ баҫа торған эсемлек.
Әммә бындай шарттарҙа уны әҙләп, йотомлап ҡына эсергә кәрәк. Ҡапыл күп эскәндә «быуынға төшә».
Шифаһы
[үҙгәртергә]Составында булған һөт кислотаһы төрлө шештәрҙән (киста, кистома, фибриома), шул иҫәптән яман шештән дауалай.
Айран организмдың нормаль эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле минераль тоҙҙарға, витаминдарға бай. Эсәктәрҙең микрофлораһын көйләй.
Микрофлора сереү процестарын баҫа, В төркөмөндәге витаминдарҙы синтезлай.
Айран эсәк перистальтикаһын тейешле нормала тота. Паразит селәүсендәрҙән һаҡлай.