Эстәлеккә күсергә
Алйырҙан, балыҡ (йомаҡтар)
- Боҙ аҫтында болан ала дөңгөлдәк,
Ер аҫтында ерән ала дөңгөлдәк.
- Ер аҫтында ерән атым,
Боҙ аҫтында туры атым.
- Боҙ аҫтында болан ала бәкә суҡ,
Ер аҫтында ерән ала бәкә суҡ.
- Ер аҫтында ерән ала таҡ та тоҡ,
Боҙ аҫтында болан ала таҡ та тоҡ.