Ат тояҡтары, ҡойроғо, ҡолаҡтары, күҙе (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
Ат тояҡтары
- Дүрт бабай,
Дүртеһенең дә
Һаҡалы артҡа ҡарай. - Бәләкәй генә сеүәтә
Хандан хәбәр йөрөтә.
Ат тояғы, ҡойроғо, ҡолаҡтары, ике күҙе
- Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Һәпән ағай яңғыҙ;
Көлкәс ағай икәү,
Төймә һабағы икәү.
Аттың тояғы, ҡолағы, ҡойроғо
- Дөбөрәт ағай дүртәү,
Килекәй ағай икәү,
Яппар ағай япа-яңғыҙ.
Аттың тояғы, даға ҡаҙаҡтары, ҡойроғо
- Табыр-төбөр дүртәү,
Төймә ҡаҙаҡ бишәү,
Ағай-энеһе алтау,
Һәбләй эте яңғыҙ.
Ат ҡойроғо
- Һыуға төшһә — мең,
Һыуҙан сыҡһа — бер.