Бөрйәндең күренекле кешеләре
Алтыншин Ғаяз Сәғит улы 1966 йылдың 23 апрелендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған, актер. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (1989). Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Айытбаев Мырҙағәли Арыҫлан улы - Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, I һәм II дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Баязитов Роберт Ишдәүләт улы 1939 йылдың 2 ноябрендә Брәтәк ауылында тыуған, Байназар дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы 1932 йылда Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуған, Бөрйәндә йәшәгән һәм ижад иткән данлыҡлы хореограф. Йәштән үк бейеү бәйгеләрендә беренсе урынды яулай, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей (1955), Венала Бөтә донъя йәштәре фестивалендә ҡатнаша (1957), Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй (1958). Милли ерлектә «Перовский», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Һалдат бейеүе» кеүек ике тиҫтәнән ашыу бейеү һалған, «Бөрйәндең егеттәре» көйөн ижад иткән. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы 1968 йылдың 1 ғинуарында Мәһәҙей ауылында тыуған, шағирә, Бөрйән районының Ҡолғана дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. «Гөрләүек» (1995), «Йондоҙ асам» (1998) шиғри тупланмаларын сығарҙы.
Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы 1939 йылдың 30 октябрендә Аҫҡар ауылында тыуған, шағир. Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбендә уҡыған, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Уҡытыусы, «Таң» район гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән. «Тауыш килә тауҙарҙан» (1967), «Шаңдаҡ» (1971), «Күңел бишеге» (1986), «Сыңлар ҡылдарым» (1990), «Көнөбөҙ» (1996) шиғри йыйынтыҡтарының авторы.
Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы 1939 йылдың 25 ноябрендә Ғәлиәкбәр ауылында тыуған, дәүләт эшмәкәре. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика (1961), Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад һәм ауыл хужалығын ойоштороу (1972) факультеттарын, КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге юғары партия мәктәбен (1977) тамамлаған. Комсомолдың Бөрйән һәм Белорет райкомдарында (1961—65), партияның Бөрйән райкомының икенсе сәркәтибе (1965—69), Бөрйән совхозы директоры (1969—73), халыҡ депутаттарының Бөрйән район Советы башҡарма комитеты рәйесе (1973—75) була. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы,бүлек мөдире урынбаҫары (1977—82), КПСС-тың Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарының беренсе сәркәтибе (1982—87), БАССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, БАССР Дәүләт аграр сәнәғәт комитеты рәйесе (1987—89), БАССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, БАССР Агропром ойошмалары союзы советы рәйесе (1989—91); Башҡортостан ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры (1991—95), Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаларын башҡарған. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты итеп һайланған, «Почет Билдәһе» ордены менән наградланған (1981).
Ғәзизов Юнир Хәсән улы 1950 йылдың 17 ғинуарында Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Ҡатыны Гүзәл Мостафа ҡыҙы менән цирк артистары, һауа гимнастары. Үҙәк цирк тарафынан Өфө дәүләт циркы эргәһендә ойошторолған башҡорт цирк студияһын тамамлағандар. Илебеҙҙең йөҙҙән ашыу ҡалаһында, Аргентинала, Бельгияла, Колумбияла, Ҡытайҙа, Голландияла, Монголияла, Польшала, Японияла сығыш яһағандар. Цирк артистарының 1-се Бөтә Союз конкурсы лауреаттары (1982). Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаттары (1987). Юнир Хәсән улы Башҡортостандың халыҡ артисы (1984) «Ҡулса һәм бамбукта уйнаусы гимнастар» номеры етәксеһе (1973—1974), башҡорт цирк программаһы директоры (1982—1990).
Ғәзизов Таһир Хәсән улы 1935 йылда Монасип ауылында тыуған. Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған. Химия фәндәре докторы, профессор, Петров фәндәр академияһы академигы, Татарстан Фәндәр академияһының ғилми-тикшеренеү бүлеге мөдире. *
Ғәзизов Гәрәй Хәсән улы 1931 йылда Монасип ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. Хаҡлы ялға «Таттрансгаз»дың генераль директоры вазифаһынан киткән.
Ғәлина Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы 1934 йылда Нәби ауылында тыуған. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған укытыусыһы.
Дәүләтбирҙин Сәлих Хафиз улы 1927 йылда Байназар ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, ауыл хәбәрсеһе.
Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлихйән улы 1951 йылдың 24 ғинуарында Иҫке Собханғол ауылында тыуған, һәләтле композитор. Өфө сәнғәт училищеһының баян класында, Өфө сәнғәт институтының композиция бүлегендә уҡый. Көйҙәр яҙа, хор өсөн башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртә. Ҡурай, скрипка, фортепиано өсөн пьесалары, фортепиано өсөн сонаталары, поэмалары, солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн ораторияһы үҙенсәлеге, өлгөргәнлеге менән айырылып тора.
Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих кыҙы 1964 йылдың 3 авгусында Тимер ауылында тыуған, шағирә, журналист. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған (1986). Әле «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында өлкән мөхәррир. Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты. «Һүҙ һорайым» (1989), «Ҡыҙ хәтере» (1990), «Мин кем» (1997) исемле шиғри йыйынтыҡтары нәшер ителде.
Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы 1919 йылда Мәһәҙи ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Ҡыҙыл йондоҙ, I һәм II дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Ирғәлин Ғиззитдин Дәүләтғәле улы 1931 йылдың 1 апрелендә Нәби ауылында тыуған, тарих фәндәре кандидаты.
Иҫәнғәлин Йәмил Шәрифулла улы 1959 йылдың 30 мартында тыуған, ҡурайсы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Иҫке Собханғол сәнғәт мәктәбе директоры.
Ишбаев Райман Сәйәх улы1959 йылдың 12 мартында Ишдәүләт ауылында тыуған, йырсы. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. «Яҙғы моңдар» конкурсында (1992) беренсе урынды яулай. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Рәсәй тауышы» Бөтә Рәсәй бәйгеһе (1994) һәм «Халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусы» приздарына лайыҡ. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы 1931 йылда Байназар ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Ҡурғашлы дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы 1935 йылда Байназар ауылында тыуған. Ырғыҙлы, Нәби мәктәптәренең директоры булып эшләгән. Шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр, сәхнә әҫәрҙәре яҙа. «Мөхәббәткә үлем юҡ» китабы донъя күрҙе.
Ишбулатов Морат Ғәлимйән улы Байназар ауылында тыуған. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты.
Ишкилдин Һибәтулла Ваһап улы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ленин, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Уның исеме Иҫке Собханғол ауылы урамдарының береһенә бирелгән.
Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы 1960 йылдың 2 февралендә Яңы Усман ауылында тыуған, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1981). Йылайыр совхоз-техникумында инженер-уҡытыусы (1981—82), комсомолдың Баймаҡ район комитеты секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, секретары (1982—90), «Суперконцентрат» ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Урал зонаһы буйынса «Интерэкспорт» халыҡ-ара предприятиеһы вәкиле (1990— 94), Башҡортостан мәҙәниәт министры (1994—95), Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры вазифаларын башҡара. БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты.
Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы (Инсур Артур) 1951 йылдың 26 мартында тыуған, шағир, журналист. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлаған, юғары уҡыу йортонда журналистика буйынса белем алған. Оҙаҡ йылдар матбуғат әлкәһендә эшләй: гәзит баҫыусы, хәбәрсе, бүлек мөдире, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, «Таң» гәзитенең баш мөхәррире була. Башҡортостан Журналистар союзы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Юлға сығам» (шиғырҙар), «Тауҙарҙа тауыш аҙашмай» (поэма һәм шиғырҙар), «Көнлөғояш» (проза), «Дала сыңы» (шиғырҙар), «Төлкө килде ҡунаҡҡа» (балалар өсөн шиғырҙар) китаптары донъя күрҙе.
Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы 1948 йылдың 3 мартында Байназар ауылында тыуған, шағирә, журналист. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған (1971), «Башҡортостан ҡыҙы» журналында мөхәррир, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, республика баҫмаларында хәбәрсе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе булып эшләй. Әле «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы комментаторы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты. «Саҡыр мине» (1981), «Ҡосағыңа ал, тормош!» (1985), «Тиҫтерҙәрем» (1988), «Гөлләмә» (1993), «Күңелем доғалары» (1998) шиғри китаптары менән шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Ҡаһарманов Фәрит Солтан улы 1939 йылда Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты.
Ҡотлобаев Әхмәт Төхвәт улы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәли улы 1919 йылдың 10 мартында тыуған, данлыҡлы ҡурайсы. Йән юлдашы ҡурай менән Волганан Эльбаға һәм Прагаға хәтле героик юл үткән. Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ҡурайы менән Свердловскиҙа, Куйбышевта, Ленинградта, Владимирҙа, Суздалдә, Мәскәүҙә сығыш яһаған. Бөрйән музыка мәктәбенең ҡурай класында балаларҙы ҡурайҙа уйнау оҫталығына өйрәткән. Бөтә Союз фирмаһы «Башҡорт фольклоры» тигән исем менән 1978 йылда уның грампластинкаһын сығарған. Венгрия фольклорсылары егермеләп көй яҙҙырып алған. 1989 йылда мәшһүр ҡурайсыға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән.
Маликов Ғүмәр Фәруҡ улы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Маликов Мортаза Ғүмәр улы 1929 йылда Яуымбай ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
Маликов Рауил Фәруҡ улы Яуымбай ауылында тыуған, физика-математика фәндәре докторы.
Мирасов Әбүбәкер Әхмәтулла улы 1924 йылда Нәби ауылында тыуған. Салауат ҡалаһында завод төҙөүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ленин орденына лайыҡ булған.
Моратшина (Дүсәлинова) Фәриҙә Маҙһар ҡыҙы 1960 йылдың 14 июнендә Байназар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының химия һәм журналистика факультеттарын тамамлаған. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы комментаторы.
Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы 1890 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Әбделмәмбәт ауылында (хәҙер Башҡортостандың Бөрйән районы) крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән, 1934 йылдың 15 октябрендә вафат булған. Башҡорт сәсәне. Бәләкәй саҡтан ук атаһынан күреп бәйеттәр, һамаҡтар, йырҙар, ҡобайырҙар сығара. Ырымбур өлкәһе Үрге Урал әйәҙе Рауил ауылы, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәләрендә белем эҫтәй. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта, Сабирйән хәлфә булып таныла. Ул ғәрәп, фарсы, төрөк, ҡаҙаҡ, урыҫ телдәрен белә. 1934 йылда репрессияға эләгә һәм лагерҙа үлеп ҡала. 1989 йылда аҡлана. Сабирйән Мөхәмәтҡолов башҡорт ҡәбиләләренең һәм ырыуҙарының тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынған, башҡорт сәсәндәренән һәм аҡындарынан героик хикәйәттәр яҙып алған, уларҙан «Бабсаҡ бей менән Күҫәк бей» эпосының шиғри варианты беҙҙең көндәргә килеп еткән. Сабирйән Мөхәмәтзакир улы «Уралға», «Түңгәккә» кеүек фәлсәфәүи һәм сатирик шиғырҙар ижад иткән.
Мәсем хан . Фараз ителеүенсә, IX—Х йәки Х—XI быуаттарҙа йәшәгән, ун ике башҡорт ырыуы союзының юлбашсыһы булған. Ул «Бабсаҡ бей менән Күҫәк бей» эпосынан һәм башҡа халыҡ ижады сығанаҡтарынан билдәле. Бөрйәндә Мәсемтау исемле тау ҙа бар.
Муллағолов Мирза Ғиззетдин улы 1938 йылдың 20 июлендә Иҫке Монасип ауылында тыуған, этнограф. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған (1967). Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә этнология бүлеге мөдире. «Башҡорт халыҡ транспорты» (1992), «Лесные промыслы башкир» (1994), «Башҡорттарҙа урман кәсебе» (2000) китаптарының авторы.
Муллағолов Марат Ғиззетдин улы 1940 йылдың мартында Аҡбулат ауылында тыуған, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Әтек, Байназар, Иҫке Монасип, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәрендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, ойоштороусы булып эшләгән. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙ тарихына, этнографияһына, йәнтөйәгебеҙ тәбиғәтенә, әҙәбиәткә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм һөйөү тәрбиәләгән остаз, байтаҡ мәҡәләләр авторы.
Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы 1937 йылдың 15 сентябрендә Нәби ауылында тыуған, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Тылсымлы ҡурай моңон Европа илдәре халыҡтарына ишеттергән, халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм Бөтә Союз фестивалдәрендә ҡатнашҡан.
Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы 1967 йылдың 12 майында Нәби ауылында тыуған. Ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе.
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы 1939 йылдың 15 мартында Нәби ауылында тыуған. Башҡорт халыҡ ижады белгесе, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995), Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған (1967). Бөрйән районының Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә балалар уҡыта (1967—72), Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры уҡытыусыһы булып эшләй (1972—91).
1991 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен тикшереүгә арналған монографиялар, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары авторы, «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлы йыйынтыҡтарын төҙөүселәрҙең береһе.
Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995). Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев премияһы (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы 1933 йылдың 8 авгусында Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән, 1986 йылдың 20 июнендә Төркиәнең Измир ҡалаһында фажиғәле вафат булған, Өфөлә ерләнгән. Башҡорт халыҡ ижады белгесе, филология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1963). Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор һәм сәнғәт бүлексәһендә кесе (1964—70), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1970—86) булып эшләгән. Ул алтмыштан ашыу ғилми хеҙмәт яҙҙы, башҡорт эпосы, «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтыҡтарының алты китабын, «СССР халыҡтары эпостары» серияһында (Мәскәү, 1977) «Башҡорт халыҡ эпосы» йыйынтығын төҙөнө, «Боронғо башҡорт ҡобайырҙары» исемле китап (1987) сығарҙы. Яҡут—Саха башҡорттарынан тәү башлап халыҡ ижады үрнәктәрен яҙып алған. «Ғүмерлеккә ҡалған яра» тигән хикәйәләр, юлъяҙмалар, мәҡәләләр йыйынтығы (1993) баҫылды. Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелде (1987). Иҫке Собханғол ауылында Мөхтәр Сәғитов музейы асылған (1995).
Сәғитова Зөһрә Мофаззал ҡыҙы 1940 йылдың 15 сентябрендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған, медицина фәндәре докторы, профессор, Өфө медицина институтын тамамлаған (1963), институттың биология кафедраһы мөдире булып эшләгән (1994—2000). Әле хаҡлы ялда.
Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы 1936 йылдың октябрендә Нәби ауылында тыуған, һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1963). «Ҡыҙыл таң» колхозы рәйесе, Бөрйән районы ауыл хужалығы идаралығы башлығы, район хакимиәте башлығы, мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән, БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты итеп һайланған. Республикала «Урал», «Уйыл», «Ҡолой кантон», «Ҡаһым түрә», «Һары ла сәс» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыуы менән танылған. Башҡортостандың, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.
Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы 1962 йылдың, 26 мартында Аҫҡар ауылында тыуған, яҙыусы. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары. «Урман әбейе» (1988), «Тау эйәһе» (1992), «Бығау сыңы» (2001) проза китаптарының авторы.
Уразаев Зәки Мостафа улы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, I һәм II дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Хәлилов Азамат Самат улы 1970 йылдың 3 майында Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән, актер. Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. Стәрлетамаҡ драма театрына эшкә саҡырыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты.
Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы (26.02.1985, Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы)— химия фәндәре кандидаты. Рәсәй фәндәр академияһының химик физика проблемалары Институтында ғилми хеҙмәткәр.Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙының ғилми тикшеренеүҙәре литий- полимер аккумуляторҙар өсөн электролиттар эшләүҙән ғибарәт. Шулай уҡ уның хеҙмәте токтын литий-полимер сығанаҡтарын эшкәртеүҙәге фундаменталь проблемаларҙы хәл итеү менән бәйле. Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы Рәсәй кимәлендә һәм Франция, Чехия, Эстония һәм башҡа илдәрҙә үткән Халыҡ-ара конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып илленән ашыу доклад менән сығыш яһай.Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни журналдарында 23 ғилми статьяһы баҫылып сыҡҡан.
һөйәрғолов Муллаян Зыяитдин улы Байназар ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы.
Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы 1948 йылдың 10 июнендә Яңы Монасип ауылында тыуған, филология фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университеты доценты, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Пером и словом» (1993), «Беҙҙең ғаилә» (1996) китаптарының авторы.
Әлибәков Таштимер Ишмөхәмәт улы 1936 йылда Мораҙым ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған зоотехнигы, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.
Әхмәҙуллина Сания Мөхәмәҙиә ҡыҙы, Фрунзе исемендәге колхоз һауынсыһы. 1960—70 йылдарҙа һәр һыйырҙан 3000 литр һөт һауған, яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары менән бүләкләнгән.
Әҙелбаева Зөләйха Әхмәҙулла ҡыҙы Исламбай ауылында тыуған, һауынсы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ленин ордены менән бүләкләнгән.
Әхтәмов Исмәғил Кәлимулла улы 1930 йылда Кейекбай ауылында тыуған. Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыусыһы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы 1930 йылда Иҫке Монасип ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы, VI саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты, Ҡыҙыл Байраҡ, «Халыҡтар дуҫлығы» һәм «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры.
Юлсурина Әлфиә Ҡолдәүләт ҡыҙы 1960 йылдың 25 апрелендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған, популяр эстрада йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы.
Бөрйән районы буйынса тупланманы Сәлимйән Бәҙретдинов әҙерләне.