Эстәлеккә күсергә

Инйәр буйы топономик легендалары

Викидәреслек проектынан

Википедияла Белорет районы Йөйәк ауылы тураһында мәҡәлә бар

Инйәр буйы топономик легендалары


Белорет районы тарихи үткәндәргә ғәйәт бай төбәктәрҙең береһе. Бында мин һикһәненсе йылдар баштарынан хәҙерге көнгә тиклем Инйәр буйы ҡатай ауылдарынан йыйған легенда-риүәйәттәр тәҡдим итәм. Уларҙы мин халыҡ хәтерен һаҡлаған ауыл ҡарттары иҫән саҡта яҙып алған инем. Улар әле «Башҡорт халыҡ ижады» томдарында баҫылмаған, ҡайһы бер баҫылғанының икенсе төрлө варианты яҙып алынған.

Риүәйәттәр араһында иң күбе - Ҡолман бейҙең батшаға барып Инйәр буйындағы ерҙәргә жалованный грамота алып ҡайтыуы тураһында. Шуны әйтергә кәрәк, бындай йөкмәткеле риүәйәттәрҙе егерменсе быуат башында белеүселәр бик күп булған. М.Ф.Чурко «Исторический очерк Тамьян-Катайского кантона» тигән китабында Ҡолман тураһында бөтә Инйәр буйы ауылдары ла тиерлек беләләр, тип яҙа. Уның тураһында 1927 йылда Уҫманғәле волосында үткәрелгән фольклор экспедицияһы ла яҙып ала. Риүәйәттәрҙең барыһында ла Ҡолмандың батшаға барыу факты, тағы ла мотлаҡ ул кейеп барған «ҡама саңғы», биргән бүләктәр өсөн дәрәжә-чин( «син») һорамай, Инйәр буйындағы ерҙәргә ҡағыҙ һорауы ҡабатлана. Мин һикһәненсе йылдар башында Нөғәмәнов Әхмәҙғәле бабайҙан яҙып алған риүәйәт үҙенең тулылығы менән айырылып тора, ундағы һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың Ҡолмандың батшаға барып ҡайтҡандан һуң үҫешкәндәренә баҫым яһала. Ғәбдүк ауылы Абдрахманов Абдулла бабай уның улдары Мәхмүт, Сысҡан, Ғәбдүк икәнен яҙҙырҙы, Асы ауылы Сәләх бабай Фәсхетдинов уның ҡушаматы «Ҡотһоҙ» ( «ҡомһоҙ» мәғәнәһе бирелә был һүҙгә)булғанын яҙҙырҙы, тик бер генә риүәйәттә батшаға барыусы кешеләр икәү булған-улар Ғәбдүк менән Сысҡан тиелә(был риүәйәт шуныһы менән ҡиммәт- унда батшаға барыр алдынан кәңәш ҡорған имәндең яңыраҡ иҫән булыуы әйтелә(Чурко китабында Яңы Хәсән ауылында ғына Инйәр буйы

ауылдары башындағы кешене(батшаға барыусы кешене-Р.Ш.(Хәсән тинеләр, тип яҙа. Ҡолмандың батшаға барыуы ҡатайҙар өсөн бик мөһим ваҡиға булғанлығын, уның ошо көндәргә тиерлек халыҡ хәтерендә һаҡлана алыуы һөйләй. Әйткәндәй, халыҡ хәтерендә Ҡолман Иван Грозныйға (Яуыз Иван) барған, ҡатай еренә ҡағыҙ яҙҙырып алып ҡайтҡан тархан булараҡ һаҡланған, ә ысынбарлыҡта ваҡиға 1718 йылда булған. Риүәйәттәрҙә бер ваҡиға менән икенсеһе ҡушылыуы, ваҡиға ваҡыты ла күсеүе йыш күҙәтелә. Документтар етешмәүе арҡаһында, беҙ ҙә ошо риүәйәттәргә таянып, ваҡиғаны “боронғолатып” килдек. Әле табылған материалдарҙан ҡатайҙарҙың ер биләү (“владенная выпись”) ҡағыҙын, ысынлап та, төрлө ваҡиғаларға бәйле, юғары властарҙан әленән-әле барып алыуы, аҙаҡтан да аҫабалығын раҫлатып тороуҙары асыҡланды. Мәҫәлән, 1673 йылда, батшалыҡ алып барған сәйәсәткә риза булмайынса, баш күтәргәндән һуң, властар тынысландырырға килгәс, аҫабалыҡ хоҡуғын яңырталар. Ер сиктәре ҡайтанан билдәләп сығыла - сик ҡырҙарында, йәки “грань”дарҙа, соҡорҙар ҡаҙыла, унда күмер, ҡайын туҙы һалып күмелә, яһаҡ күләме ҡайтанан раҫлана_- элекке яһаҡ күләмен түләргә риза була ҡатайҙар, шул турала грамота бирелә. Башҡа ырыуҙар кеүек, Рус дәүләтенә ҡушылған саҡта ла, ҡатайҙар тәүге ер биләү ҡағыҙын батшанан йә уның Ҡазандағы наместнигынан барып алғандарҙыр. Риүәйәттәрҙең батшаға Ғәбдөк менән Сысҡан барған, шулай уҡ Хәсән барған, тигән башҡа варианттары ла һаҡланған. Хатта, уҙған быуаттың етмешенсе йылдар аҙағында өлкәндәр Кәрпесте ауылынан аҫта, Сысҡан туғай тигән урында үҫкән, батшаға барыр алдынан төбөндә кәңәш ҡорған меңйәшәр имәнде лә иҫләйҙәр ине. Бәлки, был илсе ысынлап та Сысҡан булғандыр, шәжәрә буйынса ул 16-сы быуаттың икенсе яртыһы-17-се быуат баштарында йәшәгән булып сыға. Ә Ғәбдөккә килгәндә, риүәйәт, инде уйлауымса, ауыл ике исем (рәсми исемдән башҡа, халыҡ телендә Сысҡан исеме лә бар) менән йөрөгәс, Ғәбдөк менән Сысҡанды бер заман кешеһе, тип һүрәтләйҙер. Хәсән дә башҡа берәй ваҡытта ер мәсьәләләре буйынса властарға мөрәжәғәт иткән кешелер, сөнки риүәйәт буш урында барлыҡҡа килмәй.

Икенсе төркөм риүәйәт-легендалар Инйәр буйы ауылдарының килеп сығышы тураһында. Н.Дмитриев экспедицияһы яҙып алған был урынға башлап Ҡармыш исемле ҡарт килеп ултырып, алты улын төрлө урынға урынлаштырыуы тураһындағы риүәйәт тә, Ҡолман тураһындағы риүәйәттәр ҙә Инйәр буйындағы ауылдарға нигеҙ һалыусылар булып Ҡолмандың улдары булған, тиеүе был яҡтарға башлап килеп ултырыусылар тураһында һөйләй. Ҡармыш ҡарттың был яҡтарға яуҙарҙан ҡасып, тыныс урын эҙләп килеп ултырыуы нуғай мырҙаларының оҙаҡҡа һуҙылған үҙ ара һуғыштарынан ҡасыу менән аңлатырға булалыр. Чурко Ҡолман улдары тәүҙә Уҫманғәле, Йөйәк, Ассы, Береш ауылдарына нигеҙ һала, иң аҙаҡтан Ҡолман тархандың Ғәбдүк исемле улы Ғәбдүк ауылын нигеҙләй, тип яҙа. Бирҙеғол, Көмбә һ.б. ауылдарҙа һаҡланған был яҡ ауылдар Ғәбдөк, Бәйҙаш исемле олатайҙарҙан таралған, тигән мәғлүмәттәр ҙә бер-береһен тулыландыра.

Үрҙә иҫкә алынған Абдулла бабай Абдрахманов Ҡолман улдарының Сысҡан исемлеһе ер эҙләп тик йөрөгән, икенсеһе-Мәхмүт исемлеһе лә тәүҙә Уралтау аръяғында алтын эҙләгән, аҙаҡ әлеге урында төпләнгән, тип яҙҙырҙы. Былары инде, Сысҡан ауылының заводчик килеп ҡыуғас ер эҙләп йөрөү ваҡиғаһын сағылдыралыр, һәм элегерәк булған ваҡиғалар менән һуңғараҡ булғандары бергә ҡатнашҡан, тип уйларға нигеҙ бирә..

Ауылдарға нигеҙ һалыныу тураһындағы легенда-риүәйәттәрҙә иң күбеһе - заводчик ҡыуғандан һуң яңы урынға килеп урынлашыу ваҡиғаһы урын алған. Ассы, Береш, Татлы, Ноҡат, Уҫманғәле, Яңы Хәсән, Айыс, Арышпар, Әрепҡол, һ.б. ауылдар халҡы ауылдарының ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаһа ла, яңы урынға килеп ултырыу сәбәбенә бәйле риүәйәттәр байтаҡ. Ысынлап та, был яңы урынға күсенеү тарихта иҫ китмәле булыуы менән айырылып торған ваҡиға булған - Белорет заводы хужалары Пашковтарҙың Ҡатай волосы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен тартып алып, ғүмер буйы йәшәгән ерҙәренән ҡыуыу ваҡиғаһы ул. XVIII быуаттың икенсе сиреге башында булған был ваҡиғаны тик Америка аборигендарын ерҙәренән ҡыуыу менән генә сағыштырып булыр ине, сөнки

ун ике ауыл, егерме дүрт утар бер юлы, бер үк ваҡытта ғәскәрҙәр индерелеп ҡыуыла. Был ваҡиғаға бәйле халыҡ йырҙар ҙа сығарған.

Донъя фольклорында киң билдәле «үгеҙ тиреһендәй ер һатыу» мифының «ҡатай вариантары» байтаҡ. Хатта тире дәүмәлендәй генә ер һатып алданыуға бәйле тотош бер ауыл халҡын (әзекәйҙәрҙе)«күнтәйҙәр» тип йөрөтәләр - йәнәһе тире дәүмәлендәй генә ер һатып алданған халыҡ. Ысынлап та, Белорет,Ҡытау-Ивановск, Архангельск заводтары өсөн ерҙәрен төрлө ваҡытта «һатҡан» ҡатайҙар һемәйеп, тау-таш араһына килеп һыйынырға мәжбүр булалар. Олатайҙарҙың ер һатыуына риза булмай, ҡаршы сығып маташҡан егет тураһында риүәйәт һымаҡ, ҡайһы бер аҡһаҡалдарҙың ерҙәрен бөтөнләй юғалтыуҙан һаҡлап алырға тырышыуҙары тураһында ла мәғлүмәттәр бар легенда-риүәйәттәрҙә. Мәҫәлән, «Дүнән һуйған» легендаһының бер вариантындағы урыҫ түрәһен дүнән айғыр һуйып ите менән һыйлау ваҡиғаһы ер һатып алданыуҙарын нисек тә шымартыу, ерҙе бирмәҫ өсөн тырышыуҙарын күпертеү йәһәтенән дә килеп сығыуы мөмкин(хатта урыҫтар йылҡы ите ашамауы ла иҫәпкә алынмай бында).

«Арышпар ауылы», «Дүнән һуйған», «Асы ауылы» легендалары бында ҡушымта булараҡ бирелер, улар ошо ваҡиғалар тураһындағы күп һандағы легенда - риүәйәттәрҙе тулыландыралар. Татлы тураһында һөйләнгәндә Айыс ауылы ла иҫкә алына. Бында Айыс ҡартты Илмәштең ҡустыһы тип әйтелә, әммә риүәйәт-легендаларҙа төрлө ваҡыттарҙа йәшәгән кешеләр бер ваҡиғала ҡатнашыусы булараҡ һөйләнеүе осрай. Айыс Ишкенә исемле ҡатай старшинаһының атаһы була. Ишкенә Айысов крәҫтиәндәр һуғышында ҡатайҙарҙы етәкләгән яу башлыҡтарының береһе була, ә Инйәр завод урынынан ун ике ауыл, егерме дүрт утарҙы икенсе ергә ҡыуыу тик 1833 йылда ғына атҡарыла. Татлы, Айыс ауылдары менән бергә Мәнейәк йылғаһы буйынан Беҙәк-Әхмәр ауылы ла ҡыуылыуын һөйләй башҡа риүәйәттәр.

Бәрмеште йылғаһының исеме килеп сығышын аңлатҡан легенда-риүәйәт тә заводчиктың кешеләре Сысҡан ауылы халҡын йәшәгән еренән ҡыуып ебәреүгә риза булмайынса ҡаршылыҡ күрһәтеү- таш бәрешеп

һуғышыуҙары менән аңлатылыуы бик ҡыҙыҡлы, әйтергә кәрәк, был риүәйәт Александровка ауылында тыуып үҫкән урыҫ кешеһе тарфынан һөйләнде. Йылғаның «Красный Бармышта» тигән русса исеме лә күп нәмәне аңлатыуы мөмкин, йылға буйында ҡан да ҡойолғандыр бәрелештәрҙә.

Хәҙерге Ғәбдүк ауылының икенсе исеме Сысҡан икәнлеге мәғлүм, ауылдың ике исем менән йөрөүе лә заводчик тарафынан халыҡтың йәшәгән урынынан ҡыуылыуына бәйле. Сысҡан ауылы Кәрпесте ауылы аҫтындағы Сысҡан туғай тигән ерҙәге ауылдан ҡыуылыуы тарихи факт, Ғәбдүк ауылының да элек-электән әлеге урында булыуы ла дөрөҫ. Сысҡан халҡы төрлө яҡҡа һибелеүе лә ысынбарлыҡ. Асы ауылы, Мәхмүт, Әрепҡол ауылдарында «Сысҡан» араһы булыуы ла раҫлай быны. Күпселек халыҡ Ғәбдүк ауылына ҡаршы Инйәрҙең икенсе ярына килеп һыйыныуы арҡаһында һикһәненсе йылдарҙағы Ғәбдүк ҡарттарынан ауыл исеменең килеп сығышы тураһында һораша башлаһаң бәхәсләшеп китә торғайнылар. Берәүҙәре ауыл элек-электән Ғәбдүк тип аталған, бер ерҙән дә халыҡ күсеп килмәгән, тип ныҡышһа, икенселәре - юҡ, ауыл элек Кәрпесте аҫтындағы «Сысҡан туғай» тигән ерҙә булған, ауыл исеме Сысҡан булған, аҙаҡ ҡына халыҡ Сысҡан исемен оҡшатмай Ғәбдүккә үҙгәрткән, тип уларға ҡаршы төшә ине. Хатта, бер риүәйәт Ҡырмыҫҡалы районындағы элек Сысҡан тип йөрөтөлгән, әле яңыса Баҡсалы исемле ауылды ла Сысҡан ауылы кешеләре нигеҙләгән, тип раҫлай. Шулай булһа ла, быныһын шик аҫтына алырға кәрәктер, был вариант ауылдың исеме шулай булғанға ғына килеп сыҡҡандыр, бәлки. Ул райондың башҡорт ауылдары килеп сығышын тикшереүсе Ғ. Ғәбдрәфиҡов ауылдың ситтән килеүселәр тарафынан нигеҙләнеүен һөйләһә лә, нәҡ ҡатай «сысҡан»дары тарафынан нигеҙләнеүен раҫларлыҡ дәлилдәр әлегә табылғаны юҡ.

Йөйәк ауылының килеп сығышы тураһындағы риүәйәттәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килә. Тик ауыл исеме тураһында Сафа Исмәғилов бабай варианты ғына шик тыуҙыра- «…ҡорбанға салынған малдың һөйәген эт-ҡош ашарға тейеш булмаған-уны йылғаға ырғытҡандар. Йылға исеме шул һөйәк ырғытыуҙан барлыҡҡа килгән, «һөйәк» аҙаҡ «йөйәк»кә үҙгәргән, ауылға

исемде шул йылға буйында ултырған өсөн ҡушҡандар…».Ҡорбанға салынған малдың һөйәген, ысынлап та, йә тәрән һыуға ырғытыр, йә ергә күмер булғандар, шулай булһа ла Атауллин Хөснөтдин бабай варианты, минең ҡарамаҡҡа, ысынбарлыҡҡа яҡын- йылға яҙ көнө ташып, төрлө яҡтарҙа ерҙә йөйҙәр һалып, йырҙаһын үҙгәртеп торған. Йөйәк йылғаһы - ер өҫтөнә әленән-әле йөйҙәр яңыртып ағыусы йылға. Яңыраҡ Г.Ситдиҡова социаль селтәр аша миңә тағы бер фараз хәбәр итте- «Монгол телендәге «зөөг» һүҙе «һыуыҡ» тип тәржемә ителә икән. Бәлки, Зөйәк-Йөйәк(монгол телендә «й» һәм «з» аралашып килә) «һыуыҡ йылға» тигәнде лә аңлаталыр…

Ауыл ысынлап та Йөйәк йылғаһы буйында дүрт урында булғанлығын рәүиз материалдары раҫлай. Тик яңы урынға күсенеү Һибәт ҡарттың властарға үтенесе арҡаһында түгел, ә генерал-губернатор Перовскийҙың утарҙар булып йәшәүҙе тыйып, халыҡты бер урынға тупларға ҡушыуы арҡаһында булғандыр.

Ауылдар исеме килеп сығышына бәйле байтаҡ легенда-риүәйәттәр хәҙерге заманда барлыҡҡа килгәнлеге һиҙелә. Мәҫәлән, Ҡаҙыш ауылы исемен кемдер ерҙә ҡаҙынғандан килеп сыҡҡан, тигән легенда. Ләкин, тарихи документтарҙа Буғанаҡ йылғаһы буйындағы бер ауылда Көҫәш(Көҙәш)- исемле кешенең улы Әбделмән исемле булыуы билдәле. Ул Ҡараһаҡал яуында ҡатнашыусыларҙың береһе. Ауылдың исеме лә уның атаһы исеме менән атала. Минең уйымса, Көҙәш руссаға шулай үҙгәргән(Кусяшово-Козяшово, …), сөнки, Буғанаҡ йылғаһы буйында бүтән ул исемгә оҡшаш ауыл юҡ.

Ауылдар, күбеһенсә, шул ауылға нигеҙ һалыусы(төп ауылдан икенсе ергә күсеп ултырыусы) исеме менән аталғандар. Йылға исеменән аталғандарҙан Йөйәк, Манышты, Асы, Береш, Ноҡат, Рәүәт, Ҡалмаш, Ҡаҙмаш һымаҡ ауылдарҙы атарға була. Был ауылдарҙың русса атамаһына «-ово» ҡойроғо ҡушыу кәрәк түгел, әммә бына Йөйәк ауылына һаман да шул «ҡойроҡ» йәбешеүен дауам итә. Заманында районда топонимия комиссияһына ебәргән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алған һымаҡ булдылар ҙа, яңы административ бүленеш китабына ҡайтанан элеккесә исем менән инеп китте.

Беҙ заманында мәктәп исеме булһа ла дөрөҫ булһын, тип үҙгәрткәйнек, тик һуңынан мәктәптең тулы исеме «МОУ СОШ с.Зуяк», тигән формала яҙылырға тейеш булғас, ауылдың территориаль-административ бүленеш китабындағы варианты мотлаҡ яҙылырға тейешлеге арҡаһында беҙҙең дөрөҫләгән исем яңынан элеккегә әүерелде - «МОУ СОШ с.Зуяково»(хәҙер МОБУ СОШ…) Ауылды йәштәр Зөйәк тип әйтергә өйрәнгән, әммә ололар бер ваҡытта ла Зөйәк тип әйткәне булманы, хатта күрше райондарҙа ла. Мәҫәлән, Китап палатаһының элекке директоры Камил ағай Сиражетдинов, ниңә һеҙ ауыл исемен дөрөҫ әйтмәйһегеҙ, беҙҙең яҡтар(Ғафури) ауылығыҙҙы элек-электән Йөйәк, тип йөрөтә бит, тип һикһәненсе йылдарҙа тәнҡитләгәйне беҙҙе, йәштәрҙе. Тарихи документтарҙа ла ауыл русса «Зюякова», тип яҙыла - был Йөйәктең тәржемәһе икәне аңлашылып тора, хатта бер документа (төрки текстың руссаға тәржемәһендә) «Юякова» формаһы ла бар. Тик «Юякова» формаһы рус теле өсөн ҡулайлы булмағас «Зюякова»ға әйләнгән, аҙаҡ тағы ла урыҫ теле өсөн уңайлыраҡ «Зуяково» булып киткән, әйткәндәй, М.Ф.Чурко яҙмаларында ауыл һәр саҡ «Зуяк» тип яҙыла.

Бер нисә яҙып алған риүәйәттәрем ҡатайҙарҙың яуҙарҙа ҡатнашыуы тураһында. Тарихта ҡатайҙарҙың ҙур яуҙарҙан ситтә ҡалмауы билдәле, улар бөтә башҡорт яуҙарында ла ҡатнашҡан, бар башҡорт ырыу-ҡәбиләләре нимә кисерһә, ҡатайҙар ҙа шуны кисергән, яҙмыштары уртаҡ булған. Иң тәүге билдәле документтар Ҡатай волосы башҡорттарының 1662-1664 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыуҙарын һөйләй, XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы яуҙарҙа ла ҡатайҙар актив ҡатнашҡан, башҡорт халҡының иң һуңғы иң ҙур алышы-Крәҫтиәндәр һуғышында ла улар дәррәү ҡатнашҡан. Халыҡ хәтерендә лә был ваҡиғалар һаҡланмай ҡалмаған, әлбиттә. Шуныһы ихтибарға лайыҡ, халыҡ күренекле шәхестәр менән байтаҡ ер-һыу атамаларын бәйләй. Мәҫәлән, «Ҡара кеше» тигән легенда-риүәйәт варианттары йылға исеменең килеп сығышын тарихи шәхестәргә - йә Ҡараһаҡалға, йә Пугачевҡа( «Бүгәсәү») килтереп тоташтыра. Башҡорт фольклорында күренекле тарихи шәхестәргә иҫ китмәле күп легенда-риүәйәт,

йырҙар ижад ителгән. Хатта райондың урыҫ ауылдарында Инйәр буйын Ермак һәм Разин менән бәйләп ижад ителгән легендалар яҙып алыныуы тураһында Б.Г.Ахметшин мәҡәләһе һөйләй( «Живая память», Уфа,1997, 186-187 биттәр). Шулай уҡ Пугачевҡа бәйле урындар ҙа байтаҡ быға тиклем баҫылған легендаларҙа(бигерәк тә уның алтын йәшереүе тураһында).

«Ҡара кеше»нең бер вариантында йылғанан төшөп һыу эсеүсе Ҡараһаҡал булһа, икенсеһендә иһә был кеше «Бүгәсәү». Салауатҡа, уның көрәштәштәренә бәйле риүәйәттәр ҙә яҙып алынды Ғәбдүк һәм Йөйәк ауылдарында. Ырыҫҡол ҡаяһы, Туғанаш ятыуы, Ырыҫҡол бейеге исемле тау Салауаттың көрәштәше Ырыҫҡолға бәйле. Ғәбдүктәге «Өй таш» мәмерйәһе баш күтәреүселәр йәшенә торған урын булараҡ халыҡ хәтерендә тороп ҡалған. Йөйәктәге бер ятыу «Салауат тобаһы» тип йөрөтөлгәнен Салауат Юлаевҡа бәйләүселәр бар ине, әле яңыраҡ та. Салауаттың беҙҙең яҡтарҙа булыуы бик мөмкин, сөнки, Салауаттың төп көрәше йәйелдерелгән ерҙәргә беҙҙән ярты көнлөк ат юлы. Салауаттың отрядтары дошман эҙәрлекләүенән ҡасып беҙҙең яҡтарға килеп сығыуы тәбиғи. Ул юлдар беҙҙә әле лә онотолмаған, хатта ҡайһы бер юлдарҙан турист маршруттары ла бар(мәҫәлән, Атышҡа), ә Берештән, Асынан Мулдаҡайға автоюл да һалынды, ә унан Катав-Ивановскийға юл сыға. Бер легенда туранан-тура тарихи документтар менән дәлилләнеүе башҡа легендаларға ла ышаныс арттыра. Ул - «Старшина ултырышы» легендаһы. Дауыт старшинаның Йөйәк менән Ғәбдүк ауылдары араһында кеше йыйып (һәр өйҙән, әгәр йортта ике ир булһа-береһен мотлаҡ ғәскәргә алып( Өфө яғына оҙатып торған тиелгән, ә тарихи документтарҙа Архангель заводынан Инйәр буйлап илле саҡрым өҫтә Ҡумрыҡ старшинаһы Мораҙым Абдрахманов Ҡатай волосы башҡорттары менән бергәләп лагерь ҡороп ята, тиелеүе риүәйәттәге ваҡиғалар ысынбарлыҡ икәнен раҫлай( илле саҡрым тап Ғәбдүк менән Йөйәк араһына тура килә).

Байтаҡ риүәйәттәр ара исемдәре килеп сығышын аңлата. Ҡатайҙарҙа аймаҡ, түбә бүлендектәре юҡ, ырыу бәләкәй бүлендектәр-араларҙан тора, тәүҙә бәлки, ырыу тиҫтәгә яҡын аранан ғына торғандыр, шулай тиергә Кесе Табын шәжәрәһендәге «туғыҙ өйлө ҡатай», Йөйәктә яҙып алынған «туғыҙ

ауыл изгеләрен күмә булған», Архангель районы Аҙау ауылында әлеге көнгә тиклем һаҡланған «ҡатайҙар тәүҙә туғыҙ өйлө генә булған», тигән риүәйәттәр юлдары шулай уйларға нигеҙ бирә.

«Туғанаш» араһы исеменә бәйле риүәйәттәр был араның бик боронғо икәнен раҫлай. Был ара Йөйәк ауылында исемен һаҡлаған, ә топонимик атамаларҙа был исем байтаҡ тороп ҡалған - Ғәбдүк ауылы эргәһендәге ҡая, Инйәрҙең ятыуы, Сәфәрғол ауылының икенсе исеме, Арышпар ауылының элекке ауыл урыны Туғанаш булыуы был ара бик боронғо ара икәнен иҫбатлай. Сысҡан араһының килеп сығышына бәйле үрҙә һөйләнде - ул да шулай уҡ бик боронғо ара(Асы, Ғәбдүк, Түбәнге Телмәй, Мәхмүт ауылдарында). Асылағы «бурҙай» араһы ла бик боронғо булыуы мөмкин. Сығышын аңлатҡанда ябайлаштырып, йәнәһе, төп олаталары йәтим булған, кеше баҙына төшөп ҡатыҡ, ҡаймаҡ ашап тамаҡ туйҙырған, тиеү ышандырып бөтмәй, тотемизмға бәйле булғандыр, бәлки, был исем. Тулыһынса килтерелгән «айыу араһы» тураһындағы легенда ла шуға бәйлелер, ләкин быныһының ышандырыу көсө күберәк, уны ҡеүәтләгән икенсерәк йөкмәткелеләре лә бар( мәҫәлән, «Кейәү өйгән» легендаһы).

Топонимик атамаларға бәйле легенда-риүәйәттәрҙең тарихи нигеҙлеләре байтаҡ. Шундайҙарға «Байлар ҡунған», «Изгеләр зыяраты», «Һынташ», «Йәйташ», «Өйташ», «Туған бәйләгән», «Старшина ултырышы», «Бәрмеште», «Ҡара кеше», һ.б. индерергә була.

Риүәйәт-легендаларҙың «Дауыт сәсән», «Моратша бай», «Фатима беҙҙең яҡтыҡы», «Ләүәнтәй айыу алған» һәм башҡалары айырым кешеләрҙең тормошона бәйле сығарылғандар һәм ниндәйҙер кимәлдә ҡатай тормошона бәйле ваҡиғаларҙы сағылдырыуҙары менән ҡиммәтле улар


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы