Эстәлеккә күсергә

Инйәр буйы топономик легендалары/Салауат тобаһы

Викидәреслек проектынан

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д. (G)

Салауат тобаһы


Ауылдан(Йөйәктән-Р.Ш.) өҫтәге Ҡөбәғәт аралынан(утрауҙы беҙҙә шулай тиҙәр-Р.Ш.) саҡ ҡына өҫтәге тобаны(ятыу) - Салауат тобаһы тиҙәр. Унда Салауат атын йөҙҙөргән, шуға ул ятыуға уның исемен ҡушҡандар. Был яҡта яуҙар күп үткән, Салауат та үҙенең ғәскәре менән беҙҙең ауыл аша Ҡытау яғына үткән. Быларҙы ололар һөйләй торғайны. Күбеһе онотолоп та бөткән инде…

1925 йылғы Солтанов Әхмәҙғәле бабай һөйләгәндән яҙып алынды


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы