Эстәлеккә күсергә

Инйәр буйы топономик легендалары/Йөйәк ауылы

Викидәреслек проектынан

III. Ауылдар барлыҡҡа килеүе тураһындағы риүәйәт-легендаларҙан

Йөйәк ауылы


Элек ауыл был ерҙә булмаған. Түбәнге ауылда Һибәт исемле ҡарт йәшәгән. Иҫке ауылда, ул мәсетле төп ауыл булған, ҡалған халыҡ йәшәгән. Шунан Һибәт ҡарт Түбәнге ауылдан Инйәр буйына күсеп ултырған да ҡалған халыҡты ла Инйәр буйына күсерергә һорап прошение яҙған. Аҙаҡ Иҫке ауылдағы халыҡты ла был урынға күсергәндәр. Һибәт ауылдың байы булған, уның нәҫелен «Һибәтистәр» тип йөрөтәләр.

1906 йылғы Әбсәләмов Мәхмүт бабайҙан 1983 йылда яҙып алдым.


Ринат Шәйбәков Белорет районы, Йөйәк ауылы