Робинзон ашы
Робинзон ашы — робинзон салатының күп үҫемлектәре робинзон ашы өсөн дә бик һәйбәт ҡатнашма.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- Балтырған, Борщевик рассеченный (япраҡтары),
- Көпшә, Дудник лесной (япраҡтары), ежевику (япраҡтары һәм һәм йәш үренделәре),
- Ҡымыҙлыҡ, Кислицу обыкновенная (япраҡтары),
- Кесерткән, Крапива двудомная (япраҡтары һәм һәм йәш үренделәре),
- Каҙ үләне, Лапчатка гусиная (йәш япраҡтары),
- Дегәнәк, Лопух большой (йәш тамырҙары һәм япраҡтары),
- Һуғандар: Лук гигантский; Лук медвежий , Лук победный — черемша, калба; Лук поникающий — слизун, лук-скорода),
- Алабута, Марь белая (йәш япраҡтары),
- Бәпембә, Одуванчик лекарственный (япраҡтары, бутондары),
- Кәкүк емеше, йәки Кәзә һаҡалы, Первоцвет весенний (йәш япраҡтары),
- Әрем-эстрагон, Полынь-эстрагон (йәш үренделәре, япраҡтары),
- Гөлнәфис, йәки төймәсек, Просвирник низкий (йәш япраҡтары, орлоҡтары),
- Ирәүән, Ревень (йәш һабаҡтары һәм япраҡтары),
- Зәржә, йәки фәрзә, Сныть обыкновенная (йәш үренделәре һәм япраҡтары),
- Спаржа, Спаржа обыкновенная (йәш үренделәре),
- Аҡ әнис , Тмин обыкновенный (йәш үренделәре, листья, семена),
- Ҡырҡбыуын, Хвощ полевой (йәш үренделәре),
- Ҡуҙғалаҡ, Щавель (йәш үренделәре һәм япраҡтары),
- Ярут, ярутка полевая (йәш япраҡтары),
- Һаңғырау кесерткән, Яснотка белая йәш үренделәре һәм япраҡтары),
- Ҡаҡы, Свербига восточная (йәш һабаҡтары һәм япраҡтары),z
- Һарна, Лилия кудреватая (һуғанбашы),
- Ҡуянтубыҡ, Бубень Прескотта (тамырһабағы),
- Әтлек, Бубенчик лилиелистный (тамырһабағы),
- Ҡаҙаяҡ, Папоротник орляк(йәш үренделәре),
- Ҡан үләне, йәки Еүеш үлән, Мокрица, йәки Звездчатка средняя (үләне),
- Ҡырҡбыуын, Хвощ полевой, Хвощ лесной (йәш һабаҡтары),
- Ашарға яраҡлы бәшмәктәр
Ризыҡ әҙерләү
[үҙгәртергә]- Ҡаҡынан аш. Картуф, кишер һалып бешерелгән һурпаға ҡаҡының йәш һабаҡтарын һәм япраҡтарын турап өҫтәйҙәр. Әҙер булғансы бешерәләр. Ашарға бирер алдынан йомортҡа һәм ҡаймаҡ ҡушалар.
Составы: 140 г картуф, 20 г кишер, 80 г ҡаҡы, 20 г үҫемлек майы, 20 г ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 1/2 йоморо һуған.
- Дегәнәк япрағынан аш. Әрселгән, туралған картуфты, дөгөнө бешерергә һалырға. Улар бешел сығыр алдынан унда ваҡлап туралған дегәнәк япрағын һәм ҡыҙҙырылған һуғанды өҫтәргә.
Составы: 300 г дегәнәк япрағы, 90 г аҡ һуған, 40 г дөгө май. 200 г картуф, тоҙ борос.
Картуфты бешереп алғас, уға ваҡлап туралған ҡырҡбыуын өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ һалып бирергә.
Составы: 300 г ҡыркбыуын емешлеге, 300 г картуф, 40 г ҡаймаҡ, тоҙ.
- Еҫле балтырған ашы
Ярманы яртылаш бешерергә. Уға үләндәрҙе өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр аццынан ҡыҙҙырылған һуған һалырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ һалып бирергә.
Составы: 100-әр г балтырҙан, мальва, юл япрағы, күгүлән, 40 г һоло ярмаһы, 10-ар г кишер, һуған, май, 40 г ҡаймаҡ, тәмләткестәр.
- Алабута ашы
Алабута менән һуғанды ваҡлап турап, бешереп алғас, һыуытырға. Ашар аддынан йәшел һуған, ҡыяр, укроп, ҡаймаҡ һалырға. Составы:100 г йәш алабута, 30 г куҙғалаҡ, 40 г йәш ҡыяр, 5 г укроп, 20 г ҡаймаҡ, тоҙ
- Күгүлән (бәпкә үләне) менән картуф ашы
Картуфты бешерергә, ваҡланған күгүлән менән ҡыҙҙырылған һуған һәм кишерҙе өҫтәргә.
Составы:100 г күгүлән, 100 г картуф, 10 г кишер, 5 г аҡ һуған. 5 г май, тәмләткестәр, 350 г һыу.
- Кесерткән япрағынан щи
Кесерткән япрағын өс минут ҡайнар һыуҙа тотоп алырға һәм ваҡлап турарға, майҙа 10-15 минут ҡыҙҙырырға. Ваҡлап туралған кишер, петрушка, һуғанды ла майҙа ҡыҙҙырып алырға. Ҡайнап торған һурпаға кесерткән япрағын, ҡыҙҙырылған йәшелсәләрҙе, йәшел һуғанды өҫтәп, 20 — 25 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр аддынан тәмләткестәр өҫтәргә.
Ҡаҙ үләненән, кесерткән япрағынан, юл япрағынан да щи ошо рәүешле әҙерләнә.
Составы:150 г йәш кесерткән япрағы, 50 г ҡуҙғалак, 5-әр г кишер менән әнис, 20 г аҡ һуған һәм 15 г йәшел һуған, 5 г бойҙай оно, 10 г һары май, 15 г ҡаймаҡ, ярты йомортҡа, лавр япрағы, тоҙ, борос.
- Билсәндән щи
Картуф бешеп сығыр алдынан билсән япрағын, һуған, он, тоҙ, борос өҫтәргә. Өҫтәлгә бирер аддынан киҫәкләп туралған йомортҡа өҫтәргә.
Составы:200 г йәш билсән япрағы, 120 г картуф, 60 г һуған башы, 30 г бойҙай оно, 20 г һары май, 2 йомортҡа, 30 г ҡаймаҡ.
- Кәкүк емешенән аш
Тәүҙә тары ярмаһын бешереп алалар, һуңынан ваҡлап туралған йәшел япраҡтарҙы, һуған, кишер һалалар. Аш бешеп етәрәк тәмләткес уләндәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнаталар.
Составы:160 г кәкүк емеше япрағы, 40 г тары ярмаһы, 20 г кишер, 30 г башлы һуған, 20 г май алына.