Тултырма үпкә-бауырҙан
Уҡыу көйләүҙәре
Тултырма — тапаған, үткәрелгән үпкә-бауырға ярма ҡушып, тәмләткестәр һалып, эсәккә тултырып яһалған ризыҡ.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
[үҙгәртергә]- Үпкә-бауыр, йөрәк 1 кг
- Дөгө, йәки ҡарабойҙай ярмаһы 100 гр
- Һуған 1,2 баш
- Һарыҡ, һыйыр йәки ат эсәге
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Тултырма өсөн башта яҡшылап йыуып эсәк эҙерләйҙәр. Үпкә-бауырҙы ваҡ итеп турап, һуған менән ит үткәргестән үткәрәләр. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәйҙәр. Бүрттерелгән ярма һәм бер аҙ һурпа ҡушып бутайҙар. Һурпа урынына һөт ҡушырға мөмкин. Ҡатнашма ярым шыйыҡ хәлдә булырға тейеш. Эсәктең бер осон бәйләйҙәр, эсенә ит менән ярма тултыралар. Бешергән ваҡытта ярма бүртә, тултырма ярылырға мөмкин, шуға эсәкте тултырып бөтөргә ярамай.
Тултырманы ҡайнап торған тоҙло һыуҙа 40 минут бешерәләр. Бешергән ваҡытта ҡалҡҡан урынын батырып торалар. Табынға бөтөн килеш тә, турап та ҡуялар. Тултырма янына ҡайнар ит һурпаһы ла бирергә мөмкин.