Эстәлеккә күсергә

Тултырма һыйыр итенән

Викидәреслек проектынан

Тултырма — тапаған, үткәрелгән иткә ярма ҡушып, тәмләткестәр һалып, эсәккә тултырып яһалған ашамлыҡ.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек

[үҙгәртергә]
  • Һимеҙ һыйыр ите 1 кг
  • Дөгө 100 гр
  • Һуған 1,2 баш
  • Һарыҡ, һыйыр йәки ат эсәге

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Тултырма өсөн башта яҡшылап йыуып эсәк эҙерләйҙәр. Һөйәкһеҙ итте турап, һуған менән ит үткәргестән үткәрәләр. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәйҙәр. Бүрттерелгән ярма һәм бер аҙ һурпа ҡушып бутайҙар. Ҡатнашма ярым шыйыҡ хәлдә булырға тейеш. Эсәктең бер осон бәйләйҙәр, эсенә ит менән ярма тултыралар. Бешергән ваҡытта дөгө бүртә, тултырма ярылырға мөмкин, шуға эсәкте тултырып бөтөргә ярамай.

Тултырманы ҡайнап торған тоҙло һыуҙа 40 минут бешерәләр. Бешергән ваҡытта ҡалҡҡан урынын батырып торалар. Табынға бөтөн килеш тә, турап та ҡуялар. Тултырмыш янына ҡайнар ит һурпаһы ла бирергә мөмкин.

Ҡарағыҙ

[үҙгәртергә]