Тышы менән бешерелгән картуф

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Ҡотлобаева Көнһылыуҙың эше

Беренсе ысул — көлдә бешерелгән картуф

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Тәүҙә көслө итеп ут яғалар. Ут күмерләнеп көлгә әйләнгәс, эсенә сей картуфтарҙы күмеп ҡуяһың. 45-60 минут эсендә (ҙурлығына ҡарай) картуфтар бешеп сыға. Быны, ғәҙәттә, походта, өмә менән ҡырҙа эш ойошторғанда бешерәләр. Ашар алдынан йәбешкән көлөн ҡоро сепрәк йәки щетка менән һөртөп төшөрәләр. Бындай картуфты тышы менән дә ашап була. Тоҙға төртөп, һары май, ҡаймаҡ, үҫемлек майы йәки һөт ҡушып ашайҙар. Сей йәки майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушып ашарға ла мөмкин.

Икенсе ысул — мейескә тәгәрәтелгән картуф

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Икмәк бешергәндә, мейес эсенә ҡырыйлатып картуф һалып сығалар. Хәҙерге ваҡытта духовкала ла бешерәләр. Был ике ысул да картуфтың бөтә туҡлыҡлы матдәләрен дә һаҡлай. 1 сәғәт эсендә бешеп сыға. Тоҙға төртөп, һары май, ҡаймаҡ, үҫемлек майы йәки һөт ҡушып ашайҙар. Сей йәки майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушып ашарға ла мөмкин.

Өсөнсө ысул — һыу эсендә тышы менән бешерелгән картуф

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Һыуҙа бешкән картуф.jpg

Самалап һыуҙы тоҙларға. Был осраҡта картуф 20 минут тирәһендә бешеп сыға, тик туҡлыҡлы матдәләренең бер өлөшө һыуға сыға. Ҡабығы менән бешергән картуфтың һыуы дауалау көсөнә эйә. Картуф һыуы менән бауырҙы һәм бөйөрҙө таштан таҙартып була. һары май, ҡаймаҡ, үҫемлек майы йәки һөт ҡушып ашайҙар. Сей йәки майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушып ашарға ла мөмкин.