Һары май

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Butterschmalz-3.jpg

Һары (топленое) май йәки иретелгән май тип тә йөрөтәләр.

Составы[үҙгәртергә]

  • 1-2 кг аҡ май (өйҙә яһалған һыйыр майы)
  • 1 балғалаҡ тоҙ

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Кәстрүлгә аҡ майҙы (өй майын) һалып, һүрән генә утҡа йылытырға ҡуябыҙ.

Кәстрүлдең ҡапҡасын япмайынса, яйлап майҙы ҡайнау хәленә еткерәбеҙ, ләкин ҡайнатмайбыҙ. Май эҫей башлағас та, уның төпрәһе айырылып төпкә төшә башлай.

Майҙы көслө итеп ҡайнатһаң, төпрәһе менән бергә ҡушылып, болғанып бөтә.

Әҙ генә тоҙ өҫтәйбеҙ. Тоҙ һалһаң, майҙың төпрәһе төбөнә тиҙерәк төшә. Май үтә күренмәле, һары ғына булып айырылып сыға. Һары май тигән исеме лә шунан алынған. Тоҙло ла булғас, был иретелгән май тиҙ генә боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана. Элек һыуытҡыс булмағанда башҡорттар майҙы ошолай һаҡлағандар.

Һары май төпрәһенән айырылып бөткәс, утты һүндереп, бер аҙ ултыртып торалар. Аҙаҡ ипләп кенә, сайпылтмай ғына, майын айырым банкаға ҡойоп алалар.

Сифатлы һары май ярмаланып таралып ҡына тора, уның үҙенә генә хас булған еҫе һәм тәме бар. Һары майҙы һалҡынса урында һаҡлайҙар.

Һары майҙы ризыҡты ҡыҙҙырғанда ҡулланалар, икмәккә һылап ашайҙар. Элек бауырһаҡты һары майҙа ғына бешергәндәр.

Кәстрүлдең төбөнә ултырып ҡалған төпрәһен дә әрәм итмәгәндәр. Унан тәмле ҡулғикмәк бешергәндәр, ҡорот эшләргә тип йыйған ойотҡанға ҡушҡандар. Төпрә икмәккә һәм ҡоротҡа үҙенсәлекле тәм бирә.

Һары май — дауа[үҙгәртергә]

Һары май ҡаймаҡтан әҙерләнгән аҡ майҙан эшләнә. Ҡаймаҡ, аҡ май, һары май — һөттәң эшләнгән аҙыҡтар. Ә һөт үләндәрҙән эшләнә. Шифаһы булмаған бер үҫемлек тә юҡ тәбиғәттә.

Шуға ла, һары май ҡиммәтле дауаларҙың береһе. Уның составында A, D, E, В2, В5, РР витаминдары күп. Шулай уҡ, минераль матдәләрҙән тимергә, цинкҡа, кальцийгә, баҡырға бай.

Даими аҙыҡ итеп ҡулланыу энергия менән тәьмин итеүҙән тыш, аҙ ҡанлылыҡтан һаҡлай, иммунитетты нығыта, һалҡын тейеүҙән һаҡлай. Ҡыш көнө тышта эшләгәндә йәки өшөгәндә ҡайнар һыуҙа ҡоротто иҙеп, һары майҙы иретеп эсереү һалҡын алдырыуҙан һаҡлай.

Бала тапҡан әсәйҙәрҙе тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу һәм тиҙерәк һөтөн төшөрөү өсөн дә ҡулланалар.

Баш ауыртҡанда һары майҙы түбәгә һөртөп, компресс эшләйҙәр.