Эстәлеккә күсергә

Тәмлетамаҡ печеньеһы

Викидәреслек проектынан

«Тәмлетамаҡ» печеньеһы — иртәнге сәйгә балаларға тиҙ генә бешереп ала торған тәмлекәс.

Ингредиенттары

[үҙгәртергә]
  • 200 грамм майонез
  • 1 стакан шәкәр ҡомо
  • 3 стакан он
  • 1 йомортҡа
  • 100—150 грамм самаһы аҡ май йәки маргарин
  • 1 семтем сода

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Майонезға шәкәр ҡомо, йомортҡа, сода ҡушып, һәйбәтләп туғырға, йомшартылған май һалып, он ҡушып ҡамыр баҫырға.

Кондитер шприцы менән йәки төрлө формалар ярҙамында печеньелар эшләргә.

Майланған табаға теҙеп мейес йәки духовкала 15 минут бешереп алырға.

Балалар яратып ашай торған бик тәмле һәм үҙенсәлекле тәмлекәс килеп сыға.