Фәрҙә үләне менән яҙғы аштар

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәрҙә үләненең йәш үҫентеһе.jpg

Һоло ярмаһы менән фәрҙәнән аш

Йәш фәрҙә үләне.jpg


Ярманы ҡайнар һыуға һалып, бераҙ май өҫтәп, 1 сәғәт һүрән утта бешерергә. Фәрҙәнең йәш япрағын йыуып, ваҡларға һәм баяғы ҡайнатмаға өҫтәп бераҙ бешерергә.Әҙер ашҡа май һәм йәшел һуған, укроп өҫтәп ебәрергә.

  • 2 л һыуға — 80 г һоло ярмаһы;
  • 200 г фәрҙә үләне;
  • 30 г май;
  • Тәменә ҡарап тоҙ.

Фәрҙә үләненән аш

Йәш фәрҙә үләнен һыуыҡ һыуҙа йыуып, турарға һәм ҡайнап торған һыуға төшөрөргә. Нәҙек итеп туралған бәрәңге һалып бергә бешерергә.Тағы ла йоморо һуған, тоҙ, тәмләткес үләндәр өҫтәргә. Ашарға биргәндә, бешереп, урталай ҡырҡылған йомортҡа һәм ҡаймаҡ өҫтәргә.

  • 100 г фәрҙә япрағына — 100 г картуф;
  • 20 г йоморо һуған;
  • 10 г май;
  • 15 г ҡаймаҡ;
  • ½ бешкән йомортҡа;

Тоҙ һәм башҡа төрлө тәмләткестәр.

Фәрҙә үләненән кәтлит

Йәш фәрҙә үләнен, бешкән картуф һәм аҡ икмәк ҡушып, ит турағыс аша үткәргәс, 1-2 йомортҡа һытып, вмаҡ итеп туралған башҡа төрлө йәшел тәмләткес үләндәр менән бергә, самалап тоҙлап, борослап бер иш кенә йомарлаҡтар әүәләйһең. Онда, йәки киптерелгән икмәк онтағында тәгәрәтеп алғандан һуң, табала майҙа аҡ майҙа ғына ҡыҙҙырып алаһың.

  • 500 г фәрҙәгә — 100 г аҡ икмәк;
  • 200 г картуф;
  • 2 сей йомортҡа;
  • 50 г аҡ май;
  • Тоҙ, борос һәм тәмләткес үләндәр.

Фәрҙә менән дөгө ярмаһынан аш

Таҙартып йыуылған дөгөнө тиҙ генән аҡ майҙа ҡыҙҙырып алғас, ҡайнап торған һыуға төшөрөп, бешереп алаһың. Һуңынан ваҡлап туралған фәрҙә үләнен, тоҙ, борос ҡушып, бераҙ ҡайната биргәс, тәрилкәләргә бүлгәндә ҡаймаҡ, ҡыҙҙырылған һуған өҫтәйһең. 600 г. фәрҙәгә — 30 г аҡ май;

  • 100 г рис (һоло ярмаһы ла ярай);
  • 1,5 л һыу;
  • 125 г ҡаймаҡ;
  • 75 г һуған, тоҙ һәм борос.

Быҡтырылған картуф менән фәрҙә үләне

Картуфты тигеҙ итеп турап, бераҙ ғына һыуҙа бешерә биреп аҡ май ҡушырға. Артабан ваҡланған фәрҙә үләнен, туралған һуғанды өҫтәп, йомшарғансы тағы утта тота бирәһең. Әҙер ризыҡҡа соус, ҡаймаҡ ҡушып бирәһең. Өҫтөнә ваҡлап туралған тәмләткес йәшел үләндәр һибеп ебәрәһең.

  • 1 кг фәрҙәгә— 1 кг картуф;

Фәрҙә үләне менән ыумас ашы

Фәрҙә үләне менән ыумас ашы.jpg

Самалап алынған һыуҙа туралған картуф бешеп сыға башлағас, ваҡланған йәш фәрҙә үләнен өҫтәйһең. Шул арала икенсе һауытҡа 1 йомортҡа һытып, 2-3 ҡалаҡ он менән туғыйһың да, шул ҡатнашманы ҡайнап торған ашҡа яйлап ҡына ағыҙып, бер үк ваҡытта яҡшы итеп болғатып тораһың. Ыумас өҫкә ҡалҡып, ҡабара башлау менән, ашты уттан алаһың.

  • 1 л һыуға уртаса ҙурлыҡтағы 3-4 картуф;
  • 1-2 ус фәрҙә үләне;
  • 1 сей йомортҡа;
  • 2-3 аш ҡалағы он;
  • Тоҙ, тәмләткес үләндәр, йәшел һуған;
  • Ҡаймаҡ, аҡ май.