Эстәлеккә күсергә

Ҡойҡа

Викидәреслек проектынан
Ҡойҡа

Ҡойҡа (диалекттарҙа - дерелдәк, дерелдәүек, тертелдәк, һерелдәк, һерелдәүек) — малдың баш-тояғынан әҙерләнгән ризыҡ.

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Ялҡында яҡшылап өтөлгән, ҡырылған һәм йыуып таҙартылған баш һәм тояҡтар 4-5 сәғәт талғын утта ҡайнатыла. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте, һөйәгенән айырып, ваҡлап турайҙар, йәки ит турағыстан үткәрәләр. Шунан тағы һурпаға һалып, ҡайнатырға ҡуялар. Борсаҡлы борос, тоҙ, башҡа тәмләткестәр, һуған өҫтәп, бер аҙ утта тоталар. Ҡайнар ҡуйы һурпаға ваҡлап туралған һарымһаҡ, бүрттерелгән дөгө, тары ярмаһы ҡушырға була. Әҙер ризыҡты эҫеләй генә йәйенке һауытҡа ике-өс илеләй (3-4 см) ҡойоп, 4-5 сәғәткә һалҡын урынға ҡуялар. Ҡойҡаны һыуыҡ килеш ашайҙар, ул быуындар һыҙлағанда файҙалы.

Ҡарағыҙ

[үҙгәртергә]