Ҡояш системаһы/Венера
факттар:
- Планета өҫтөнә төшкән Venera 7 космос зонты зарарлы мөхиттә 23 минут эсендә емерелә.
- Венералағы барлыҡ атамалар ҡатын-ҡыҙ исеме менән аталған.
- Венералағы бер тәүлек 117 Ер тәүлегенә тиң.
- Венера болотонда микробтар йәшәй тигән фараз бар.
Венера — Ҡояш системаһында Ҡояштан икенсе булып урынлашҡан планета. Ул "Ер тибындағы" планета. Был ер һымаҡ барлыҡҡа килгән һәм таштарҙан тора тигәнде аңлата.
Планетаның ҙурлығы
[үҙгәртергә]Ҙурлығы буйынса Венера Ерҙән әҙ генә кесерәк. Шуға күрә лә Венераны Ерҙең "игеҙәге" тип атайҙар. Планетаның диаметры 120 100 километр. Планета өҫтөнә бер нисә зонт төштө.
Планетаның өҫлөгө
[үҙгәртергә]Венераның өҫтө, Ер менән сағыштырғанда, бик ныҡ айырыла. Унда бик ҡоро һәм эҫе. Температура ҡурғашты иретерлек. Атмосфера баҫымы ла бик юғары. Ерҙә диңгеҙ кимәленән 1 километр аҫҡа төшкән кеүек.
Атамаһы римдарҙың мөхәббәт һәм матурлыҡ алиһәһе хөрмәтенә бирелгән. Был һис тә юҡҡа түгел. Күктәге башҡа йондоҙҙарға ҡарағанда, Венера яҡтыраҡ яна һәм ябай күҙгә лә күренә. Уны Сулпан йондоҙо тип тә атайҙар.
Дәүмәле буйынса Венера Ерҙән бик аҙға ғына бәләкәй. Был планетаның углекислый газдан торған тығыҙ болотло атмосфераһы бар. Бындай атмосфера йылыны яҡшы тота, шуға күрә Венерала температура Меркурийҙағына ҡарағанда юғарыраҡ 1-500° С-ҡа етә!
Венераның өҫкө йөҙөнөң күп өлөшөн убалар, тигеҙлектәр тәшкил итә. Планетала таулы райондар ҙа асылған. Шундай райондарҙың береһендә 12 км бейеклегендәге бик ҙур вулкан ҡалҡып тора.
Венераның эйәрсендәре юҡ.