Ҡояш системаһы/Ер

Викидәреслек проектынан

Ер — беҙ йәшәгән планета. Ҡояш системаһында тик Ер өҫтөндә генә шыйыҡ хәлдә һыу бар. Шулай уҡ Ерҙә генә «тормош» бар. Планетаның икенсе исеме — Терра.

🜨 Ер тураһында факттар

  • Ер — «тормош» булыуы билдәле булған берҙән-бер планета.
  • Ерҙә кислород бар, ә кислород йәшәү өсөн зарур.
  • Ер — Ҡояштан һанағанда өсөнсө планета.
  • Ер — шыйыҡ хәлдә һыу булған берҙән-бер планета. Ғалимдар башҡа планеталарҙа ла һыу эҙләй.
  • Ерҙең күсәре ауыш, шуға Ерҙә дүрт йыл миҙгеле бар..
  • Ерҙең йәше 4,6 миллиард йыл.
  • Намидияға төшкән Хоба метеориты — Ергә төшкән иң билдәле метеорит.
Апполон 17 космос карабы төшөргән фото.

Ерҙең ҙурлығы[үҙгәртергә]

Ерҙең диаметры 13 000 километр. Был ер тибындағы планеталар араһында иң ҙуры.

Ерҙең массаһы 5 973 700 000 000 000 000 000 000 кг. Был бик ҙур. Әммә Юпитер менән сығыштырғанда 319 мәртәбә бәләкәйерәк, Ҡояштан 335 789 мәртәбә бәләкәйерәк!

Ер нимәнән эшләнгән[үҙгәртергә]

Ер өҫтө таштар менән ҡапланған. Ер өҫтөнөң күп өлөшө һыу аҫтында. Һыу өҫтөнә ҡалҡып торған таштарҙы утрау тип әйтәләр. Ҙур утрауҙар «континент» тип атала. Континенттар етәү: Төньяҡ Америка, Кҡньяҡ Америка, Европа, Азия, Африка, Австралия һәм Антарктида. Ҙур һыу ятҡылыҡтарын океан тип әйтәләр. Океандар бишәү: Тымыҡ, Атлантик, Һинд, Арктик һәм Атнартктик (Көньяҡ) океандар.

Яңы Зеландияла пляж

Ер өҫтө ҙур плитәләр менән ҡапланған. Улар таштан эшләнгән мозаикаға оҡшаған. Плитәләр өҫтөндәге материктар менән бергә әкрен генә хәрәкәт итәләр. Улар бер-береһенә яҡынлашалар һәм алыҫлашалар.Әгәр улар араһында бушлыҡ барлыҡҡа килһә, юғары температуралы тау тоҡомдары өҫкә урғылып «вулкан» барлыҡҡа килтерә. Плитәләр бер-береһенә бәрелешкәндә «ер тетрәү» булыуы мөмкин. Ике плитә яҡынлашып өҫкә ҡалҡып сыҡһа, тау барлыҡҡа килә.

Zabriske Point, Death Valley National Park, California

Ерҙә тирә-яҡ мөхиттең төрлөһө бар. Антарктидала һалҡын һәм боҙло. Африканың Сахара сүллегендә һәм Ҡушма Штатарҙың сүллегендә эҫе һәм ҡоро. Рәсәйҙең Себерендә Һалҡын һәм ҡоро. Тропик урмандарҙа ҡоро һәм дымлы.

Ни өсөн Ерҙә тормош бар?[үҙгәртергә]

Ерҙә ҡайҙа ғына ҡарамаһаҡта тере йән эйәләре бар. Улар «бактериялар» кеүек бик бәләкәй булыуы мөмкин. Бик һалҡында ла, эҫе урында ла, бик тәрәндә лә, бик юғарыла ла, ҡараңғыла ла йәшәүсе бактериялар табылған.

Galileo being deployed after being launched by the Space Shuttle Atlantis

Ерҙә йәшәгән бөтә тереклек өсөн һыу кәрәк. Һыу булған бөтә ерҙә лә тормош бар, Тере йән эйәләре күҙгә күренмәүе лә мөмкин. Ҡояш системаһындағы башҡа планеталарҙа шыйыҡ хәлдә һыу табылһа, унда ла «тормош» булыуын табыр инек. Һәм шулай уҡ сикһеҙ йыһандың башҡа планеталарында!

«Йәшәү» башҡа төрлө лә булыуы мөмкин. Ерҙәге йәшәгән барлыҡ йән эйәләренә һыу кәрәк. Бәлки һыуһыҙ йәшәгән башҡа төрлө йән эйәләре лә барҙыр. Беҙгә уларҙы табып тикшерергә кәрәк.

Ерҙең юлдашы Ай тураһында[үҙгәртергә]

Ай − Ерҙең юлдашы икәнен беләбеҙ. Уның латинса исеме Luna. Башҡа планеталарҙың да айы (юлдашы) бар, буталыш булмаһын өсөн Ерҙең юлдашын «Селена» тип атайҙар. Селена тип боронғо гректар Айҙы атаған, шулай грек аллаһы исеме.

Күптән түгел Ер тирәләй әйләнеп йөрөгән башҡа объекттарҙың да булыуы билдәле булды. Уларҙың иң эреһе Круит Круит тип атала, киңлеге өс миль. Был объект Ҡояш тирәләй әйләнә, әйләнгән юлы Ергә яҡын килә.

Планетала көн оҙонлоғо[үҙгәртергә]

Ерҙә тәүлек оҙонлоғо 24 сәғәт. Тәүлек көн һәм төндән тора. 24 сәғәт эсендә Ер үҙ күсәре тирәләй бер әйләнеш яһай. Ерҙең Ҡояшҡа ҡараған яғында көн, Ҡояшҡа ҡарамаған яғында төн була.

Ер үҙ күсәре тирәләй әйләнгәнгә Ерҙә Ҡояш көнсығышта сыға, көнбайышта байый. Ҡояш күк көмбәҙендә хәрәкәт иткән булып күренә. Ни өсөн беҙ Ерҙең әйләнгәнен һиҙмәйбеҙ? Сөнки Ер кешеләр менән сағыштырғанда ғәйәт ҙур. Бынан тыш, Ерҙең күсәре 23° ауыш, шуға күрә Төньяҡ йәки Көньяҡ полюста булһағыҙ Ер Ҡояшҡа ҡараған яҡта тәүлек әйләнәһенә Ҡояшты күрәһегеҙ, Ер Ҡояшҡа ҡарамаған яҡта Ҡояшты күрмәйһегеҙ.

Планетала йыл оҙонлоғо[үҙгәртергә]

Ерҙә йыл 365 һәм 1/4 көн даум итә. Был ваҡыт эсендә Ер Ҡояш тирәләй бер мәртәбә әйләнеп сыға. Дүрт йылға бер мәртәбә кәсәбә йылы килә. Кәсәбә йылы, башҡа йылдарҙың сирек тәүлеген йыйып йыл бер көнгә артығыраҡ була. Кәсәбә йылында 29 февраль бар.

Ерҙең төҙөлөшө[үҙгәртергә]

Планета тау тоҡомдарынан тора, өҫлөгө "тышса" менән ҡапланған. Ерҙең эске өлөшөндә төшкәндә температура бик юғары, унда таштар ирегән хәлдә. Был ҡатлам "мантия тип атала". Вулкан атылғанда "мантия" атылып сыға. Вулкан атылғанда ағып сыҡҡан юғары температуралағы тау тоҡомдарын "лава" тип атайҙар.

Мантия ҡатламыны аҫтында Ерҙең "үҙәге" бар. Ҡаты тимер һәм никелдән торған "төш" бар тип фараз ителә. Төш шыйыҡ тимер менән уратып алынған. Ер төшөндә температура бик юғары!

Ер тышсаһы, мантия һәм төшө менән сағыштырғанда, бик йоҡо. Әммә кешеләр өсөн бик ҡалын. Әлегә тиклем быраулап мантияға тиклем етеүсе булманы. Хатта иң тәрән шахталар ҙа мантия ҡатламынан йыраҡ.

Ерҙең тартыу көсө[үҙгәртергә]

Үлсәү ярҙамында еңел генә үҙеңдең ауырлығыңды белеп була. Һеҙҙең ауырлыҡ бар һәм Ер үҙәгенә йүнәлгән гравитацияһы көсө тартып тора. Ер өҫтө йәки иҙән өҫтө Ер үҙәгенә төшөп китергә бирмәй, өҫлөгөндә тартып тора.

Үлсәүҙең бер нисә төрлө була:

A pan balance
A pan balance
  1. Ауырлыҡты сағыштырып ҡарау. Ауырлығын белергә теләгән әйберҙе үлсәүҙең бер яҡ табағына һалабыҙ. Икенсе яҡ табаҡҡа ауырлығы бирлдәре булған герҙәр һалабыҙ. Үлсәү теле ике яҡта ла ауырлыҡ тигеҙ тип күрһәтһә, үлсәнә торған әйберҙең ауырлығы герҙәр ауырлығына тигеҙ.
  2. Пружиналы үлсәүҙәрҙәң пружинаға беркетелгән ырғығы йәки табағы була. Ауырлығын үлсәй торған әйберҙе ырғаҡҡа эләбеҙ (йәки табаҡҡа һалыбыҙ). Әйберҙең ауырлығына ҡарап пружина тартыла, әйбер ни тиклем ауыр булһа, шул тиклем прижина тартыла. Үлсәй торған әйберҙең ауырлығы шкалала күренә. Үлсәүҙең шкалаһы циферблат йәки линейка формаһында була.
    A spring balance
    A spring balance
  3. Бынан тыш электорон үлсәүҙәр бар, улар ауырлыҡты цифрҙар менән күрһәтә.
electronic balance
electronic balance

NOTE: Gravity varies slightly depending on the location where you want to get the weight; spring balances and some electronic scales can, in theory, read slightly different weights at different places because of that, but usually in practice that difference is too small to be noticed. But, because the balance type of scales work differently from the spring or electronic types, they will always read the true, correct mass. They would even give the same mass on the Moon, where gravity is much less than on Earth.


Беләһеңме? that Sir Isaac Newton was the first person to realize that the force pulling you down to the ground was the same force that keeps the planets going around the Sun? The story goes that he thought of this when he saw an apple fall from a tree.

Gravity is a very important force. As well as keeping you firmly stuck to the Earth, it keeps the Moon going round the Earth, The Earth going around the Sun and the Sun going around the center of the Milky Way galaxy. Gravity also makes stars and planets a nice round ball shape. In fact without gravity there wouldn’t even be a Sun, Moon or Earth because the material that they are made of would just float away into space.

Исемен кем биргән?[үҙгәртергә]

Айҙан Ер шулай күренә

Ер тип планетаны һәм ҡоро ерҙе (материкты әйтәләр. Ер планетаһын башҡа төрлө Гая, Теллус һәм Терра тип атайһар. Гая — боронғо грек алиһәһе (Ер-әсә тигәнде аңлата), Терра — боронғо рим алиһәһе. Теллус латинса "ер" тигәнде аңлата, ер тураһында күп кенә терминдар латин теленән ингән.

Киләһе тема: Ай

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  • «It is also the only planet we know…» [1] [2]
  • «The Earth is nearly…» [3] [4]
  • «The Earth’s mass…» [5]
  • «Earth’s surface is made of…» [6] [7]