11-се ҙур гонаһ
Уҡыу көйләүҙәре
← 10-сы ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ | 12-се ҙур гонаһ → |
11-се ҙур гонаһ Һуғыш яланынан ҡасыу[үҙгәртергә]Ҡурҡаҡлыҡ - динебеҙҙән түгел. Бигерәк тә һуғыш яланында, ҡәрҙәштәреңдең гүмере һинән торғанда. Рухи ауырыуҙарҙан һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылғанда ҡурҡаҡлыҡтан һыйына торған булған. Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Яңынан һуғышыр өсөн сигенеү, үҙегеҙҙекеләр менән ҡушылыу йәки уңай урын алыу өсөн ваҡытлыса һуғыш ҡырынан китеү ярай, әммә башҡа шарттарҙа сигенеү - Аллаһтың асыуына дусар булыуҙыр. Уларҙың урыны -йәһәннәмдер. Ул бик тә хәтәр яза урыны" (Әнфәл, 16). Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ете һәләкәтле гонаһты һанаған ваҡытта һуғыш яланынан ҡасыуҙы ла (дезертирлыҡ) әйтеп үткән. |