12-се ҙур гонаһ
← 11-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ | 13-сө ҙур гонаһ → |
12-се ҙур гонаһ Зина ҡылыу[үҙгәртергә]Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Зинаға яҡын килмәгеҙ, был - фәхишәлек һәм боҙоҡ юл!" (Исра, 32).
(«Ибн Ғәббәс (радыяллаһү ғанһү)гә күрә, был шаһиттар дүрт кешенән алып, ҡырҡҡа саҡлы булырға мөмкин. Зина — хаттин ашыу, Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙе (хәдте) боҙоу иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Аяттағы яза никахлы булмаған, өйләнмәгән егет менән ҡыҙға бирелә. Әгәр ҙә никахлы булып та, башҡалар менән зина ҡылғандарға рәжем язаһы бирелә. Йәғни, таш менәм бәреп үлтереү». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
Бер ваҡыт Аллаһ илсеһенән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бөйөк гонаһтар тураһында һорағандар.
Икенсе бер хәҙистә Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үо сәлләм): "Әгәр мосолман зина ҡыла икән, ул быны кафыр булараҡ башҡара. Әгәр мосолман урлаша икән, ул быны кафыр булараҡ башҡара. Әгәр мосолман хәмер эсә икән, ул быны кафыр булараҡ башҡара- тигән. • Тағы ла бер хәҙистә Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәне еткерелә:
"Өс төркөм кешеләр барҙыр, улар менән Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә һөйләшмәйәсәк, уларға ҡарамаясаҡ һәм гонаһтарын ғәфү итмәйәсәк: - Зинасы ҡарт; - Алдаҡсы имам (етәксе); - Тәкәббер ярлы "Аллаһы Тәғәлә дүрт төркөм кешегә асыулы. Улар:
Ир-атҡа тыйылған ҡатындар - әсәй,.апай, атайыңдың ҡатыны һәм башҡа ҡатындар менән зина ҡылыу бөйөк зина ҡылыу һанала. "Тыйылған ҡатындар менән зина ҡылыусыны үлтерегеҙ". Был темаға хәҙистәр бик күп. Түбәндәге риүәйәтте Бәра'әнең бабаһы килтерә: "Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ирҙең үгәй әсәһе менән яҡынлыҡ ҡылған өсөн уларҙы үлтерергә һәм мөлкәтен бишкә бүлергә ҡушҡан". |