Эстәлеккә күсергә

13-сө ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ

13-сө ҙур гонаһ

КЕШЕЛӘРҘЕ АЛДАП ҺӘМ ЙӘБЕРЛӘП ДӘҮЛӘТ МЕНӘН ИДАРА ИТЕҮ

[үҙгәртергә]

"Кешеләргә золом ҡылыусыларға, нахаҡҡа Ер йөҙөндә яуызлыҡ эшләүселәргә ҡаршы юл - улар өсөн интектергес ғазап! (Шура, 42).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:

  • "Һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе (ни менәндер идара итеүсе) һәм һәр берегеҙ үҙ көтөүенә яуаплы".
  • "Алдашыусы беҙҙең аранан түгел".
  • "Ҡиәмәт көнөндә золом Ҡиәмәт ҡараңғылыҡтарының береһе булыр".
  • "Етәксе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, әгәр үҙенең артынан эйәреүселәрҙе алдай икән, ул тамуҡта буласаҡ".
  • "Йәмғиәт менән идара итергә ҡуйылып, уларга яҡшы мөнәсәбәттә булмаған һәр етәксегә Аллаһ ожмахты ябып ҡуя".
  • Икенсе хәҙистә: "Хатта өжмах еҫен һиҙмәйәсәк", - тии еткерелә.
  • "Ҡиәмәт көнөндә ун кеше менән булһа ла идара итеүсе хөкөм алдына ҡулдары муйынына бәйләнгән килеш килеп баҫыр. Әгәр ул гәҙел булған булһа, ҡотолор һәм әгәр зарар килтергән булһа, зыян күрер ".
  • "Эй, Аллаһым! Минең өммәтемдең ниндәй ҙә булһа эше йөкмәтелгән кешегә йомшаҡлыҡ күрһәт, әгәр ул башҡаларға еңеллек ҡылһа. Ауырлыҡ тыуҙырыусыларға ауырлыҡ менән яуап ҡайтар ".
  • "Тиҙҙән гонаһлы һәм йәберләүсе хакимдар барлыҡҡа килер. Уларҙың ялғанын раҫлаусы, уларға яуызлыҡ ҡылырға ярҙам итеүсе - беҙҙең аранан түгел, һәм беҙ улар араһынан түгел, һәм улар бер ҡасан да Йәннәт сығанағынан (Кәүҫәр шишмәһенән) эсмәҫтәр". *
  • "Әгәр яуызлыҡ ҡылынған ниндәй ҙә булһа халыҡта гонаһлыларҙы төҙәтеүсе тәҡүәле кешеләр табылмаһа, Аллаһ уларҙың бөтәһен дә язалар ".

Әбү Үбәйдә бин Ғабдуллаһ бин Мәсғүд атаһының һүҙҙәрен еткерә: "Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:

"Йәнем Уның ҡулында булған Аллаһ менән ант итеп әйтәм, йәки һеҙ изгелеккә саҡырып, яуызлыҡты тыйып, кешеләрҙе хәҡиҡәткә алып киләсәкһегеҙ, йәки Аллаһ һеҙҙең йөрәгегеҙҙе башҡаларҙың йөрәгенә ҡаршы бөрөр һәм Ул һеҙҙе Ғайса бин Мәрйәм һәм Дауыт телендә Исраилдың улдарын ҡарғаған кеүек ләғнәт ҡылыр".

Мәғҡал бин Йәсәр Аллаһ илсеһенең* (саплаплаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйтеүен еткерә:

"Ике төркөм кешеләр минең шәфәғәтемә ирешмәйәсәк:

  • -зарар килтереүсе һәм ғәҙел булмаған етәкселәр.
  • - диндә башҡа ҡарашлы булып, мосолман етәкселәренә ҡаршы таныҡлыҡ биреүсе һәм уларҙан ситләшкән кеше.

Абү Сәғид әл-Худри Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәнен еткерә:

"Ҡиәмәт көнөндә ҡаты күңелле һәм аяуһыҙ имам (етәксе) иң ҡаты язаға тарттырыласаҡ.

Икенсе бер хәҙистә әйтелә: "Эй, кешеләр! Аллаһ ҡушҡан эштәргә саҡырығыҙ, тыйғандарынан тыйылығыҙ, юғиһә һеҙ доға ҡылырһығыҙ, ә доғағыҙға яуап булмаҫ, тәүбә итерһегеҙ, тәүбәләрегеҙ ҡабул булмаҫ.

Йәһүдтәрҙең хахамдары (раввиндары) һәм христиандарҙың рахибтары (монахтары) "әмр биль-мәғруф, наһий ғәниль-мүнкар" (Аллаһ ҡушҡан эштәргә саҡырыу, тыйғандарынан тыйылыу) вазифаһын үтәүҙән тыйылыу менән Аллаһ йәһүдтәрҙе һәм христиандарҙы Үҙенең пәйғәмбәрҙәр теле менән ҡарғаған. Шулай уҡ, уларҙың бөтәһен дә язалаған".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм):

  • "Кем беҙҙең диндә булмаған ниндәй ҙә булһа бидғәт (яңылыҡты) керетһә, шул кире ҡайтарыласаҡ- тигән.
  • "Аллаһ, шулай уҡ фәрештәләр һәм бөтә кешеләр диндә яңылыҡ уйлап сығарыусыны һәм шуны яҡлаусыны ҡарғаясаҡ. Аллаһ уның малын сарыф иткәнен дә ҡабул итмәҫ, ғәҙеллеген дә»
  • "Үҙе йәлләй белмәгән кешегә лә (Ҡиәмәттә) йәлләү булмаясаҡ".
  • "Үҙе йәлләй белмәүселәрҙе Аллаһы Тәғәлә лә йәлләмәйсәк".
  • "Үҙенең өҫтөнә мосолмандар эштәренең бер өлөшөн алып, уларҙы үтәргә, һәм улар өсөн һаҡлаусы-фәрештә һымаҡ булырға тырышҡан, ә һуңынан улар менән бергә ожмахҡа инмәгән хаким булмаҫ"
  • "Аллаһы Тәгәлә мосолмандарҙың ниндәйҙер эшендә баш итеп ҡуйып һәм ул мосолмандарҙың ихтыяжына һәм ҡайғы-хәсрәттәренә ҡаршы төшһә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ шулай ук уның менән үә ихтыяждары, ҡайғы-хәсрәттәрен араһына кәртә булып торор ".
  • "Ғәҙел имам (етәксе) Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәләнең күләгәһендә булыр ".
  • "Ғәҙел эш итеүселәр нурҙан яһалған минбәрҙә була. Улар үҙҙәренең ҡарарҙарында, ғаиләһендә һәм үҙҙәренә ҡул аҫтында булыусыларға ғәҙел булырҙар ".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "һеҙ уны, ә ул һеҙҙе күралмаған, һәм һеҙ уны, ә ул һеҙҙе ҡарғаған хаким насарҙарҙың да насарылыр" - тип әйткән.

Шул ваҡыт унан: "Эй, Аллаһ илсеһе! Беҙгә уның менән көрәшергә кәрәкме?" - тип һорағандар. Ул: "һеҙҙең менән намаҙ ҡыла икән - юҡ", - тип яуап биргән.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ысынында; Аллаһы Тәғәлә залимдың ваҡытын кисектерә. Ләкин әгәр Ул уны тотһа, ыскындырмаясаҡ".

Һәм түбәндәге аятты уҡыған: "Золом ҡылған ҡалаларҙы язалағанда, бына шулай ғазаплай һине Раббың. Ысынлап та, Ул ғазаплаһа, бик ҡаты, бик ныҡ итеп язалай!" (һуд, 102).

Муғәҙ бин Джәбәлде Йәмәнгә ебәргән ваҡытта, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға: "Кешеләрҙән зәкәт өсөн иң ҡиммәтле әйберҙәрен алма. Йәберһетелгәндең доғаһынан һаҡлан. Сөнки уның менән Аллаһ араһында кәртә юҡ", - тип әйткән.

"Хәҡиҡәттә, көтөүселәрҙең иң насары - йәлләү белмәгән дөйәләр ҡараусы".

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Аллаһы Тәғәлә өс кеше менән һөйләшмәйәсәк, тигән һәм улар араһында алдаҡсы етәксене лә атап үткән.

Аллаһы Тәғәлә Ҡерьән-Кәримдә әйтә: "Бына әхирәт йорто, Беҙ уны Ер йөҙөндә ҙур дәрәжәләргә ирешен (маһайырға) һәм боҙоҡлоҡ таратырға теләмәгән кеше өсөн әҙерләнек. Һәм ахыры бары тик - тәҡүәлеләргә!" ("Ҡасас", 83).

Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән:

  • "Ысынында һеҙ түрә булырға ынтылаһығыҙ. Ләкин Ҡиәмәт көнөндә бының өсөн үкенерһегеҙ "
  • "Аллаһ менән ант итәм, беҙ етәксе итеп үҙе булырға һораған йәки теләгән кешене ҡуймайбыҙ "

"Эй, Кәгб! Аллаһы Тәғәлә һине, минән һуң килеүсе, мин килтергән минең сөннәтемде һәм юлымды тотмаусы ерәнес хакимдарҙан һаҡлаһын"

  • "Хәҡиҡәттә, Аллаһы Тәғәлә йәберләнгәндең, ҡунаҡтың һәм улы өсөн атаһы әйткән доғаларҙы ҡабул итә.